Йырлы төбәк ул Күгәрсен!17.05.2014
Йырлы төбәк ул Күгәрсен!
Һуңғы йылдарҙа Күгәрсен районында халыҡты рухи яҡтан байытыу өсөн төрлө мәҙәни саралар үткәреүгә етди иғтибар бирелә. Мәҙәни усаҡтар – кеше күңелен моң шифаһы менән дауалаусы изге урын. Бөгөн 64 мәҙәниәт усағы эшләй, 24 үҙешмәкәр коллектив «өлгөлө» һәм «халыҡ» исемен йөрөтә. Йыл һайын улар, маҡтаулы исемгә лайыҡ икәндәрен дәлилләп, тамашасыларҙы һөйөндөрөп килә. Республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә уңышлы сығыш яһайҙар.

Силәбе өлкәһендә уҙғарылған «Уралым» төбәк фестивалендә район мәҙәниәт йортоноң ижади төркөмө ике йыл рәттән гран-при яуланы. Күрше өлкәлә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ришат Бәҙретдиновтың дәртле баян моңдарын, Мәҙинә Рәхмәтуллина, йәш йырсыбыҙ Зөлфиә Илмөхәмәтова башҡарған башҡорт халыҡ йырҙарын, Илүзә менән Илгиз Ниғәмәтуллиндарҙың, Нәркәс Хөснуллинаның дәртле бейеүҙәрен, «Бәйембәт» этнотөркөмөнөң (етәксеһе – Линар Сәйфетдинов) сығыштарын гелән алҡыштарға күмә.
Күгәрсен район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге сайты көн талабынан артта ҡалмаҫҡа тырыша: «Заман менән бергә!» республика конкурсында ҡатнашып, Интернет сайттар араһында өсөнсөгә беренсе урынды алды. «Беҙ – Интернетта» тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ булды. Әйткәндәй, Мәҙәниәт министрлығы иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәренә иғлан ителгән конкурста иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеһы эшсәне тип үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре Рәфис Мәүлетҡолов менән тарихты өйрәнеү музейы мөдире Ғәфүрә Әбделмәнованы билдәләне.
«Еңеү салюты» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестиваленә ярашлы район мәҙәниәт бүлеге ойошторған Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған «Үткән йылдар геройҙары» район бәйгеһенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ауыл биләмәләре араһында сараға арналған алмаш концерттар уҙғарылды. Унда барлығы 20 ауыл биләмәһе ҡатнашты. Йыр-моң аша ил батырҙарына рәхмәт һүҙе яңғыраны. Район ойошмалары араһында үткән «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай!» йыр бәйгеһе лә илебеҙ тарихына битараф булмаған, йөрәктәрендә ил батырҙарына сикһеҙ ихтирам йөрөткән яҡташтарыбыҙ тураһында һөйләй.
Ысын таланттар – халыҡ араһында. Районда ҡолас алған «Театр яҙы-2014» фестивалендә ауыл мәҙәниәт йорттарында эшләп килгән театр коллективтары ла сағыу тамашалары менән һөйөндөрҙө. Төрлө һөнәр эйәләре булыуға ҡарамаҫтан, күңелен һалып уйнаған үҙешмәкәр артистар бар оҫталығын күрһәтте. Район мәҙәниәт йортоноң «Наҙлыйылға» башҡорт халыҡ театры режиссеры, жюри рәйесе Рәмил Ҡотлоғужин быйылғы Мәҙәниәт йылында биш балалар театры барлыҡҡа килеүен билдәләне. Был бәйге яңы таланттар асыуға, профессиональ кимәлде үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ошо уңайҙан Йомағужа, Күгәрсен, Бикбулат халыҡ театрҙарын, Дөмбәй, Мәҡсүт, Хоҙайбирҙе, Ялсы, Исем, Тәүәкән ауыл мәҙәниәт йорттарының театр коллективтарын билдәләп үтке килә. Фестивалдә бөтәһе биш балалар, ун ололар үҙешмәкәр театры ҡатнашты.
Район хакимиәте етәксеһе Фәрит Мырҙагилде улы Мусиндың һәр йәһәттән ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуы маҡтауға лайыҡ. Һуңғы йылдарҙа һиҙелерлек алға китеш булды, мәҙәниәт йорттарының техник базаһы нығытылды, уҙған йылда биш ауыл төҙөкләндерелһә, быйыл капиталь ремонттан һуң Моҡас менән Яңауыл ауылдарында ла яңыртылған клубтар үҙ ишектәрен асты. Йыл һайын йыр һәм бейеү коллективтарына сәхнә кейемдәре тектерелә, йыһаздар алына.
Мәҙәниәт бүлеге ҡарамағындағы «Күгәрсен» телевидение студияһы район тормошо, яңылыҡтар менән бер рәттән, мәҙәни сараларҙы ла яҡтыртып бара. Тимәк, һәр тамашаны яҡташтарыбыҙ күҙаллап, тапшырыуҙарҙы ҡыҙыҡһынып ҡарай тигән һүҙ.
Күгәрсен – моңло һәм йырлы төбәк. Киләсәктә лә мәҙәниәткә булған иғтибар кәмемәҫ, халҡыбыҙҙың күңеленә дәрт, илһам биреп, рухи яҡтан байытып, клуб, китапхана, музейҙар һәр кемде көтөп торор.
Альбина ГРИГОРЬЕВА,
район мәҙәниәт йортоноң бүлек мөдире.


Вернуться назад