Сибайҙар ҙа ҡушылды23.11.2011
Сибайҙар ҙа ҡушылды“Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына Сибайҙа иң тәүгеләрҙән булып “Төбәк тикшеренеүҙәре институты” дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы коллективы ҡушылды. Биология фәндәре докторы, профессор Йәлил Һөйөндөков етәкселегендәге коллективта барлығы ун ике кеше эшләй. Төбәктең интеллектуаль ҡеүәтен үҫтереүгә, көньяҡ-көнсығыш райондарының социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешен ғилми йәһәттән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергән учреждениеға Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондары, Баймаҡ, Белорет, Межгорье, Сибай һәм Учалы ҡалалары ҡарай.
Төбәк тикшеренеүҙәре институтында ғилми эш өс лабораторияла алып барыла: төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫеше (мөдире — иҡтисад фәндәре докторы, профессор Ә. Барлыбаев), экология һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу (биология фәндәре докторы, профессор Й. Һөйөндөков) һәм тарихи-гуманитар тикшеренеүҙәр (тарих фәндәре кандидаты, доцент Ф. Сөләймәнов).
Лабораториялар Башҡортостан Республикаһының, уның көньяҡ-көнсығыш райондарының һәм ҡалаларының социаль-иҡтисади үҫеш проблемаларын, тарих, мәҙәниәт, педагогика, психология, философия, урындағы халыҡтың этнолингвистикаһын, тау-мәғдән сәнәғәте ҡалдыҡтарын комплекслы эшкәртеү һәм таҙартыу технологияларын, тәжрибә-етештереү ҡоролмаларын, биологик ресурстары торошон, уларҙы һаҡлау һәм ишәйтеү мәсьәләләрен өйрәнә. Ғилми тикшеренеүҙәр менән бер рәттән, институт төбәк предприятиеларына, халыҡҡа төрлө мәғлүмәт хеҙмәттәре лә күрһәтә.
— Беҙ үҙебеҙҙең ғилми һәм тикшеренеү эшендә “Башҡортостан” гәзитенә йыш мөрәжәғәт итәбеҙ, — ти институт директоры Йәлил Төхфәт улы. — Баҫмала сығыш яһаған ғалимдарҙың мәҡәләләрен ҡарап барабыҙ, үҙебеҙҙең төбәккә хас проблемаларҙы өйрәнәбеҙ, шулай уҡ халҡыбыҙҙың тарихына бәйле яҙмаларҙы яратып уҡыйбыҙ. Киләсәктә гәзит биттәрендә экология проблемаларын яҡтыртҡан, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе ҡыйыу һәм дөрөҫ күрһәткән, йәш ғалимдар тураһында мәҡәләләрҙең күберәк булыуын теләр инек.
Шуныһы һөйөнөслө: киләһе йылда үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк “Башҡортостан” гәзите, фән һәм ғилем өлкәһендә шөғөлләнеүселәрҙең иң яратҡан баҫмаһына әүерелеп, уларҙың эшендә иң ҙур ярҙамсы буласаҡ.
Кәримә УСМАНОВА


Вернуться назад