Атай-әсәйеңде алып бар!13.05.2014
16 майҙа киске сәғәт 6-нан төнгө 12-гә тиклем республика музейҙарында балалы ғаиләләр өсөн үҙенсәлекле программа уҙғарыла.

Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Мәҙәниәт йылына арналған проектты республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы ойоштора. Акцияла ҡатнашҡан музейҙар “Атай-әсәйемде музейға алып барам” тигән яҙма менән билдәләнә. Маршрутты үткән ғаиләләргә сарала әүҙем ҡатнашыуҙы раҫлаған таныҡлыҡ тапшырыла, 1 сентябргә тиклем музейҙарға бушлай йөрөү хоҡуғы бирелә.
Акция үткәрелгән музейҙар: Башҡортостан Республикаһының Милли музейы (Совет урамы, 14, телефондар: 272-12-50, 273-50-27); М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы, “Ижад” күргәҙмәләр залы (Космонавтар урамы, 22, телефон: 242-28-35); Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы (Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы, Гоголь урамы, 28, телефон: 272-65-65); Республика Хәрби Дан музейы (Комаров урамы, 7, Еңеү паркы, телефон: 260-44-64).


Вернуться назад