16 ойошма грант ала13.05.2014
16 ойошма грант ала
Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов иң әһәмиәтле ижади проекттарға булышлыҡ итеү йәһәтенән грант биреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Йәмғеһе 100 миллион һум аҡса бүленә, уны 16 ижади коллектив аласаҡ.

15 миллион һумға тиң булған иң ҙур гранттар “Нефтсе” мәҙәниәт һарайына һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына тапшырыла. Тәүге объектҡа аҡса “Башҡортостан” дәүләт концерт залын асыуға, донъя “йондоҙ”ҙары ҡатнашлығында концерт ойоштороуға, шулай уҡ мәҙәниәт һарайы бинаһында 3D лазер проекцияһын урынлаштырыуға бүленә.
Сәнғәт академияһына килгәндә, грант open-air форматында Симфония төнөн уҙғарыуға йүнәлтеләсәк. Тағы ла биш ойошмаға һәм учреждениеға 10-ар миллион һум тапшырыла. Ундайҙар иҫәбенә Салауат музыка колледжы, Башҡортостандағы мәҙәни мираҫтың күсемһеҙ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни етештереү үҙәге, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Башҡортостан” киностудияһы инә. Тағы ла туғыҙ учреждениеға үҙ проекттарын тормошҡа ашырыуға 1 — 5 миллион һумлыҡ грант бүленә.


Вернуться назад