Ҡасан, ҡасан килер икән кешеләргә ысын бәхет?07.05.2014
БУШ ҠАЙТАРЫП БИРЕГЕҘ

(Рәсәй ветерандарының әйткәне)

Яңы байҙар танымайҙар
яңы хәйерселәрҙе.
Шуға һөйләмәксе булдыҡ
ғибрәтле был хәлдәрҙе.
Беҙ –
БЕҘ инек заманында!
Баштан үтте
яҡшыһы ла,
яманы ла.
Ғәйепһеҙгә ҡыуылһаҡ та,
атылһаҡ та,
аҫылһаҡ та,
дошманға һатылманыҡ.
Беҙҙең быуын булды ныҡ.
Тотҡан ерҙән һындырҙыҡ.
Аслы-туҡлы йәшәһәк тә,
күп нәмәне булдырҙыҡ.
Ә һеҙ ни эш ҡырҙығыҙ?
Күҙ быуҙығыҙ, алданығыҙ,
майланығыҙ, яйланығыҙ,
һәрмәнегеҙ, ҡарманығыҙ...
һәм бик еңел байынығыҙ.
Америка байҙарынан уҙҙырҙығыҙ –
булдырҙығыҙ!
Нимә сәлдерер инегеҙ,
әгәр беҙ эшләмәһәк?
Нимә емерер инегеҙ,
әгәр беҙ төҙөмәһәк?
Һеҙҙең бөтә “төҙөлөш” –
алыҫ диңгеҙ буйҙарында
үҙегеҙгә һарай һалыу.
Һеҙҙең өсөн иң яҡшы “эш” –
Куршавелгә ҡыҙҙар тейәп,
гүләйт итергә барыу.
Лондон ресторандарында
тоҡлап аҡса туҙҙырыу,
бәйелеңде аҙҙырыу:
“Үҙем тапҡан мал түгел,
халыҡтыҡы йәл түгел!”
Бушҡа килгән байлыҡтың
ниндәй ҡәҙере булһын –
эшләмәгәс тир түгеп...
Яңы байҙар алдында
күптәр тора теҙ сүгеп,
кеҫәлә йоҙроҡ төйнәп,
эстән генә әрләп, һүгеп.
Кисәге, һай, батырҙар –
бөгөн шундай бахырҙар!
Хәйер итеп уларға
аҡса тулы тоҡсайҙан
бер нисә тин атырҙар.
Һәм шуға был бахырҙар
рәхмәт уҡып ятырҙар...
Ләкин аңлағыҙ һеҙ, байҙар,
бур, жулик әфәнделәр!
Хәйерсе ҡарттар булһаҡ та,
беҙ түгел теләнселәр.
Беҙ –
хаҡлы ялдағылар.
Түбән хаҡҡа баһаланған,
алданып яфаланған,
яҙмыштан язаланған
илебеҙ кешеләре –
крәҫтиән, эшселәре.
Хәйер һорамайса ғына
һеҙгә әйтәбеҙ бына:
– Беҙҙең тырышлыҡ менән
байығайны илебеҙ.
Ә һеҙ
бушҡа алғанды
буш ҡайтарып бирегеҙ!

АЛЛАЛАР МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮ

Баҫып торам Олимп тауында.
Ә ҡаршымда –
Зевс тәхете...
Аллалар алдында
баш эйеп,
өнһөҙ генә баҫып тороу –
күп кешенең бәхете.
Тик мин өнһөҙ була алмайым,
өндәшмәйенсә ҡалмайым.
Аллалар менән һөйләшәм.
Бәғзе бәндәләрҙе һис аңламаһам да,
аллаларҙы
мин бик яҡшы аңлайым.
– Тыңлағыҙсы, зинһар, аллалар!
Ғәҙелһеҙлек хөкөм һөргән
гонаһлы ер йөҙөндә
көн күреүсе һеҙҙең балалар,
ярҙам һорап, һеҙгә бағалар.
Ишетәһегеҙме, изге аллалар?
Күк күкрәмәй –
туптан аталар!
Ерҙә яуыз ялмауыҙҙар
Зевстан да уҙҙырып,
донъяны пыр туҙҙырып,
кешеләрҙе ҡурҡытып,
буйһондороп тотмаҡсы;
Африканы,
Кесе Азияны,
аждаһалар һымаҡ, йотмаҡсы.
Европалағы түрәләр
яҡты донъяның яҙмышын
ҡара күҙлек аша ғына
күрәләр.
Олимп тауҙарына менеп,
Зевс тәхетенә ҡарарға,
Алланан кәңәш һорарға
түрәләр түбәнһенә.
Улар өсөн ҙур бейеклек,
(хатта ки хәтәр бөйөклөк!) –
барыу
һәм баштарын ороу
сит-ят Америкалағы
Капитолий түбәһенә.
Ә мин бына һеҙгә килдем,
мәшһүр Олимп аллалары.
Яуап бирегеҙсе, зинһар –
көтә әҙәм балалары.
Ни өсөн юҡ,
һаман да юҡ
Ер йөҙөндә
йүнле тормош?
Меңдәрсә йыл үткән,
ләкин
әле булһа бөткәне юҡ
ерҙә һуғыш,
ыҙғыш,
алыш,
аяҡ салыш...
Ниңә һаман ғәҙеллек юҡ,
юл ҡуйыла яуызлыҡҡа?
Яман холоҡло “баш”тарҙы
кем генә һуң ауыҙлыҡлар?
Ҡасан,
ҡасан килер икән
кешеләргә ысын бәхет???
Олимп тауы көрһөндө,
һелкенеп ҡуйҙы тәхет.
Ишеткәндәй булдым шул саҡ
аллаларҙың баш Аллаһы
Зевс ҡарттың тауышын:
– Аңлайым мин кешеләрҙең бағышын...
Күреп торам һәммәгеҙҙең тормошон.
Белеп торам бөтәгеҙҙең яҙмышын.
Ләкин хәҙер аллаларҙың элеккесә
көсө лә юҡ,
теше лә юҡ.
Шуға ерҙәге мәхшәрҙә
уларҙың бер эше лә юҡ!
Олимп аллаларының
бөтә яҡшы,
бөтә яман ҡылыҡтары
күсеп бөттө кешеләргә.
Үҙем дә бына шул хәлгә
аптырап торам әле,
белмәйем ни эшләргә.
Нисек һиңә аңлатырға?..
– Мин аңланым, Зевс бабай!
Кәрәкмәй һис баш ватырға.
Кәрәк
яҡшы кешеләргә
бергәләп көрәшергә –
яуызлыҡты еңер өсөн,
йәлләмәй бөтә көсөн!
Олимп тауҙары өҫтөндә,
күкте ярып,
йәшен йәшнәне.
Европаны яңғыратып,
күк күкрәне...
Аллалар менән һөйләшеү булды тамам.
Һәм мин,
башымды күтәреп,
атланым алға табан.


Вернуться назад