Оло рәхмәт белдерәм06.05.2014
Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, билдәле яҙыусы, һуғыш ветераны Рамаҙан Өмөтбаевтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә иҫ киткес матур кисә ойоштороуҙа ҡатнашҡан һәм ярҙамлашҡан өсөн Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Абушахмановҡа, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаевҡа, “Әбйәлил” яҡташтар ойошмаһы рәйесе Тәслимә Таһироваға, Йәмәғәт ойошмаларының үҙәк дәүләт архивы етәксеһе Юлай Юлдашбаевҡа, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы етәксеһе Илүзә Ғәйнуллинаға, әҙиптәр Ирек Кинйәбулатовҡа, Әмир Әминевкә, Сабир Шәриповҡа, Ринат Камалға, йырсылар Вахит Хызыровҡа, Хәсән Усмановҡа, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Әлмөхәмәт мәктәбе уҡытыусыларына, бар яҡташтарға һәм туғандарға оло рәхмәтемде белдерәм.


Вернуться назад