Бөгөнгө башҡорт прозаһында һәлмәк кенә эшләп йөрөгән Әмир Әминев үҙенең повестары менән уҡыусыларын һөйөндөрөп тора. Заманыбыҙҙың социаль-ижтимағи, сәйәси һәм тарихи йөҙөн сағылдырған әҫәрҙәрендә кешенең ҡатмарлы характерҙары төрлө художестволы алымдар, ысулдар ярҙамында сәнғәти кимәлгә күтәрелә.
Әмир ағай бер урында тапанмай, эҙләнә. Ынтылыштары һәр саҡ алға йүнәлгән. Был ижади шәхес өсөн төп кредоларҙың береһе булып ҡала. Былтыр донъя күргән «Һуңлаған бүләк» повесы ла ошо үҫеште самаларға мөмкинлек бирә.
Әҫәрҙең башында уҡ «Рәссам ағайым Рәшит Зәйнетдиновҡа» тигән арналма ҡуйылған. Эйе, геройының прототибы – реаль шәхес, улай ғына ла түгел, яҡын туған кеше. Был иһә яуаплылыҡты ла, талапты ла икеләтә арттыра. Ғөмүмән, халҡыбыҙҙа һынлы сәнғәт ярайһы уҡ ныҡ үҫешкән, арҙаҡлы рәссамдарыбыҙ менән дан ҡаҙанғанбыҙ. Хатта Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр ҙә оҫталарыбыҙҙың төҫтәр менән эш итә белеүен, художестволы фекерләүҙең юғарылығын күрһәтә.
«Һуңлаған бүләк» повесында яҙыусы өр-яңы алымды бик иркен ҡуллана. Барлыҡ сюжет һыҙыҡтарын өс йүнәлештә үҫтерә. Тик улар өсөһө лә бер сығанаҡтан моронлай, төрлө тарафтарҙы иңләргә йыйынмай. Шуға ла повесть геройының характеры күберәк психологик планда, тәрән уй-кисерештәр, хис-тойғолар юҫығында асыла бара. Сюжеттың динамик хәрәкәте лә ошоға нигеҙләнгән. Ғөмүмән, яҙыусы Әмир Әминев эпик ҡоласты бер фокусҡа туплап, герой характерының һыҙатында биреү маһирлығына эйә. “Һуңлаған бүләк”тә лә ул ошо һәләтен иркен ҡуллана. Шуға ла өс сюжет һыҙығы – рәссам тормошондағы ғәҙәти көндәлек ваҡиғалар; тәрән кисерештәргә нигеҙләнгән хәтирә; ижадсының һулышын билдәләгән көндәлектәр. Ошо яңы алым үҙ-ара тығыҙ бәйле, тәрән фекер менән һуғарылған, динамик сюжетҡа нигеҙләнгән бөтөн композицияны, бай йөкмәткеле повесты хасил итә.
Повеста рәссамдың оҫтаханаһы художестволы деталь кимәленә күтәрелгән. Бик ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле. Ысынлап та, ижади мөхит хөкөм һөргән урын үҙенең мөғжизәһе, ябайлығы һәм илһамлығы менән дә үҙенә ылыҡтыралыр. Рәссам унда ғына үҙ асылына ҡайта, булмышын барлай. Ошонда үҙ-үҙенә һорау менән баға: бала саҡ утрауына, өмөт елкәненә ижады, булмышы менән хеҙмәт иттеме? Эҙләнеүҙәр, юҡһыныуҙар ҙа табышҡа илтә. Рәссам да яҙмышындағы иң ҙур һорауға яуап таба. Улар күктән төшкән көлтә нурҙар, сағыу төҫтәр булып киндергә йыл буйы яғыла. Ошо арауыҡ повестағы хронотопты ла тәшкил итә. «Ауылым» исемле картина – балалыҡ утрауына, табандарҙа йылылығын һаҡлаусы тыуған ауылына бүләк. Ижадсы ҙур эш тамамлай, иңдәренән йөк төшкәндәй тоя.
«Һуңлаған бүләк» повесында ла яҙыусы ошо алымды бик йәтеш, урынлы ҡуллана. Тыныс күңел менән йоҡларға ятҡан Рәссам төш күрә. Ниндәйен әле?! Оҙаҡ көттөрөлгән бүләкте ауылға улы Таһир менән алып ҡайтырға булалар. Тик ауыл урынында – бушлыҡ. Ҡараштары менән һәр ихатаны, урамды иңләй, йән эйәһен таба алмай. Бушлыҡ. Бушлыҡҡа бүләк килтерҙеләрме? Ҡайҙа булғандар? Был ябай риторик һорау түгел, күңел төбөнән сыҡҡан тетрәнеү ҙә, ыңғырашыу ҙа булып яңғырай. Әҫәрҙең кульминацияһы Рәссамдың төшөнә күсерелгән. Ғүмер буйы күңелендә йөрөтөп, бар һәләтен, булмышын биреп эшләгән Оло картинаһы – бүләге һуңлаған бит!
Эйе, һәр ижад емеше – үҙ заманы, үҙ дәүере һулышы. Уларҙың һуңлаған осраҡтары ла бихисап. Ләкин Әмир Әминевтең яңы әҫәре үҙ мәлендә, үҙ ваҡытында ижад ителгән. Уҡыусыға әйтер һүҙе, заман һулышын өр-яңынан кисерер, булмышыңды барлар фәлсәфәһе бар.
Зәки Әлибаев,
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты.