Төрки йәштәрҙең “Урал моңо-2014” халыҡ-ара музыкаль ижад конкурс-фестивалендә Башҡортостандың абруйын яҡлаясаҡ йырсыларҙың исемдәре асыҡланды.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән икенсе һайлап алыу турында алты муниципаль берәмектән 14 конкурсант ҡатнашты. Сығыштарҙы тыңлау һөҙөмтәһендә Зилиә Бәхтиева, Марсель Ҡотоев, Ян Лира, Салауат Мөхәмәтйәров, Рөстәм Шаһыбалов, Рузилә Йәмилева, Ринат Сәлихйәнов, Дамир Тайыпов һәм Артур Шөғәйепов финалға сыҡты.
Әйткәндәй, “Урал моңо” конкурс-фестивале Өфөлә 28—30 майҙа уҙғарыла. Унда Төркиәнән, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Ғағауыз, Ҡырым, Мари-Иле, Тыва, Саха (Яҡут), Ҡарасәй-Черкес, Ҡабарҙа-Балҡар, Төньяҡ Осетия, Алтай, Хакасия, Дағстан республикаларынан, Кемерово, Төмән, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан һәм Ханты-Манси автономиялы округынан йәштәрҙең килеүе көтөлә.