“Ағиҙел” — “Йыл журналы!”19.01.2012
Евразия Яҙыусылар союзы 2011 йыл аҙағында (Төркиә) халыҡ-ара әҙәби бәйләнештәрҙе, дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ иткән, ошо йүнәлештә һөҙөмтәле эшләгән барлыҡ сараларға йомғаҡ яһап, “Йыл яҙыусыһы”н, “Йыл журналы”н, “Йыл тәржемәселәре”н, “Йыл телеканалы”н билдәләне.
Азербайжан Яҙыусылар союзы рәйесе Анарҙы төрки донъяһында “Йыл кешеһе” тип иғлан итергә ҡарар ителде. Ҡаҙағстанда нәшер ителгән “Донъя әҙәбиәте” журналында төрөк әҙәбиәтенән тәржемәләре өсөн ҡаҙаҡ шағиры Бауыржан Жаныпҡа иң яҡшы тәржемәләр премияһы биреләсәк. Шулай уҡ был мәртәбәле премияға Азербайжан яҙыусыһы Эльчиндың “Яҡты төштәр” хикәйәләр китабын төрөк теленә ауҙарғаны һәм башҡа тәржемәләре өсөн төрөк яҙыусыһы Имдат Авшар, татар яҙыусыһы Аяз Ғиләжевтың “Өс аршын ер” романын төрөк теленә тәржемә иткән Фәтих Ҡотло, Хакасиянан Тимур Дәүләтов (фәнни тәржемә), профессор, доктор Рамиз Аскери һәм Төркиәләге “Ауаз” телеканалы лайыҡ булды.
Премияларға лайыҡлылар араһында беҙҙең баҫмабыҙҙың да аталыуы айырыуса һөйөнөслө, көтөлмәгән шатлыҡ булды!
Һәр һанында дуҫлыҡты, әҙәби бәйләнештәрҙе нығытыуға арнап әҫәрҙәр баҫтырған, ҡәрҙәш яҙыусыларҙың ижады менән таныштыра барған “Ағиҙел” журналының төрки донъяһында “Йыл журналы” тип билдәләнеүе даими алып барылған эште күреү, баһалау тип аңларға кәрәк.
Премия быйыл Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһында үтәсәк V Төрки донъяһының әҙәбиәт журналдары конгресында тапшырыласаҡ.
Гөлназ ҠОТОЕВА,
журналдың яуаплы секретары.


Вернуться назад