Туй ҡото — Ил терәге02.05.2014
Туй ҡото —  Ил терәге Һыу — ғүмер көсө

Халыҡта “кеше ғүмерендәөс туй була” тиҙәр. Тыуым, ҡалым, үлем туйы тураһында һүҙ бара. Ошо туйҙарҙың асылын белеү — изге бурыс, сөнки уларҙа йәшәү аҡылы, тәртип, әхлаҡҡануны ята. “Йолаларын белгән бөйөктәрҙән булыр!” — тиелгән бөйөк эпос “Авеста”ла. Йола төбөндә кеше теле, аҡылы менән әйтеп бөтмәҫлек, аңлатып, туҡып бирә алмаҫлыҡ тәрән генетик белем ята. Йола үтәгәндә, унда ҡатнашҡанда ғына кеше бер аҙһиҙемләй: дәрте көсәйә, йөрәге таҙара, күңеле асыла, фекере йыһан киңлегенә сыға.
Әғаиләҡороу өсөн ата-баба ижад иткән туй йолаһы хәҙерге заманда ифрат мөһим. Йола хаостың бер мәғәнәле, ҡеүәтле изге тупланышы, тәртип урыны, пульс кеүек.
Йола тәртибен белмәй үҫкән быуындар бәләһенән генә килмәне бөгөнгөәхлаҡи бөлгөнлөк, торғонлоҡ. Халыҡтарҙы алйотландыра, өмөтөн ҡаҡшата, киләсәгенә янай торған ҡара ләғнәтле яман система касафаты ла ул. Ҡайҙа, кем, нисек бер аҙ кеше һәм кешелек хаҡына яҡшы эш башлай — шунда уҡ күренмәҫ, әммәҡара уғы һиҙелеп торған һигеҙаяҡһымаҡ система ҡаршы эшләй башлай. Һәр сарала бар ул. Атҡарыусы кешеләре лә күренеп тора... Беҙҙең шуға ҡаршы торор ҡоралыбыҙ — йолабыҙ бар. Туй йолаһы — гармониялы ғаилә тормошона гарант ул.
Үҙ тәғлимәтебеҙҙә, үҙ йола-тәртибебеҙҙә булып, ҡот ҡайтарайыҡ!
Төрлө ерлектәге туйҙарҙан хәҙерге дәүерҙә (2000—2014 й.) халыҡ хәтерендәһаҡланғандарын бирәбеҙ.
Йола тере тормош ағасылай. Тамыры тәрән, олоно, япрағы йәш, яңыра бара. Шуға ла туй йолаһының боронғоһоноң бөгөн дә файҙалы ҡулланылырҙайҙарын бирәбеҙ. Мәҫәлән, һыу юлы йолаһын ҡалала үткәреп булмай. Әммә “һыу юлы” йолаһының фекер тоҙо, функцияһы күңел асып, шау-шыу, уйын-көлкө ойоштороу менән киленгәҡоҙоҡ йә шишмә күрһәтеү генә түгел. Юғиһә тамаша булыр ине. Ә “һыу юлы”ның йола аҡылы ифрат тәрән. Уның мифологик нигеҙендә — икенсе ырыу кешеһенең был яҡтыңһыуын (эйәһен) ҙурлауы, баш эйеүе, “күңелен” күреүе. Бөтә оҙатыусылар (егет яғы) шаһитлығында ҡыҙ (ят кеше) һыуға өлөш сығарып (тәңкә ташлап), һыуҙың (эйәһенең) ризалығын яулай, һыу алыу хоҡуғына эйә була, сөнки һыу — мәшһүр ғүмер көсө, тереклектең йәшәү тамыры һәм уның ер-яҡ хужаһы бар. Шулай булғас, ҡалала егет йортонда крандан беренсегәһыу алыуҙы ла йола итеп үткәрергә тейешбеҙ. “Һыу риза ҡалһа, тормош та ҡотло була”, ти халыҡ аҡылы.
Йәки туйҙа бүләк бирешеү — үҙе бик мөһим мәл. Әммәҡәҙерен белгән кеше (төп ҡоҙа) өсөн ҡыҙыл баш таҫтамал иң оло, ҙур мәғәнәле, ҡәҙерле бүләктән һанала. Унда тамға, билге, төҫтәр берлегендә серле мәғлүмәт, ҡот, тыуым-үрсем, Ил кешеһе булыу идеологияһы бирелә.
Ижади фекер менән туй һүрәтләмәләрен уҡығыҙ, аманатҡа хыянат итмәй, заманса әҙәп-әхлаҡҡа таянып, туй йолаһын йола итәйек, көс туплайыҡ.
Заман туйын эскелекһеҙ, мәғәнәле, йөкмәткеле итеп үткәрәйек — иң мөһиме, йәштәрҙең беренсе көндән үк ныҡлы ғаилә төҙөүенәҡөҙрәтле ойотҡо (код) һалайыҡ! Иҫерек әйткән теләк — төптө алдаҡ, шайтан ҡотҡоһо бит ул.
Йәнә бер иҫкәрмә. Туй һүрәтләмәләрен райондар буйынса түгел, ә ер-һыу, төбәк, яҡүҙенсәлектәренәҡарап дөйөмләштереп бирәбеҙ. Мәҫәлән, төньяҡ-көнсығыш башҡорттары (Дыуан, Мәсетле, Балаҡатай, Салауат), көньяҡ башҡорттары (Хәйбулла, Әбйәлил, Баймаҡһ.б.), шулай уҡҺамар, Һарытау йәки көнбайыш, үҙәк (Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә) яҡтарыныңһ.б. туй һүрәтләмәләре булыр.
Ә инде заманса милли туй үткәреү ысулдары тураһында һуңғараҡһөйләшербеҙ. Туй — халыҡ йолаһының, мәҙәниәтенең иңҙур, иң сағыу һәм милли үҙенсәлектәрҙе әле ләһаҡларға мөмкинлеге булған изге рухиәт күренеше, мәктәбе ул. Кеше, милләт, үҙең булып ҡалыу системаһы. Ундағы аҡыл һәм хис камиллығы был заманда ла кәрәк, сөнки ул — ифрат көслө, бик сифатлы ҡаҙаныш. Ата-бабабыҙ беҙгә ышанып тапшырған изге аманат ул. Ә аманат тоғролоҡ булғанда ғына халыҡҡа хеҙмәт итә.
Рубриканы
филология фәндәре докторы Розалия
СОЛТАНГӘРӘЕВА алып бара.


Вернуться назад