Камил ФАЗЛЫЙ02.05.2014
Рәхәт тормош

Беҙ ул һуғыштан һуңғылар,
Туҡ тормошта үҫкәндәр.
Партия күрһәткән юлды
Яҡты маяҡ иткәндәр.

Ҡыҙыл галстуктар тағып,
Беҙ ул нотоҡ тыңлаған:
Беҙ тыуғансы фани донъя
Һис тә рәхәт булмаған.

Беҙгә әйттеләр:
— Һеҙ, йәштәр,
Беҙ күргәнде күрмәгән.
Серек картуф ашап үҫтек,
Һеҙ ситән дәүрмәгән.

Инкубаторҙа тыуғанбыҙ,
Ел-ямғырҙар теймәгән.
Өҫтөбөҙҙә затлы кейем
Атай-әсәй кеймәгән.

Ниндәй һәйбәт донъяларҙа
Рәхәт тормош сикмәйсә,
Замандаштар китеп бара,
Ҡырҡ йәшкә лә етмәйсә.

Әрәм була йәш көйөнсә
Мыйыҡ төрткән малайҙар.
Һуңғы юлға оҙаталар
Туҡһан йәшлек бабайҙар.

"Рәхәт йәшәп", ниҙәр етмәй,
Ник шартлайһың, йөрәккәй?
Рәхәтлектән шартлар булғас,
Бындай рәхәт кәрәкмәй!

Өҙһәң дә, өҙмәһәң дә

Ҡырын тейәп ҡайтҡан ирен
Пыр туҙҙыра ҡатыны:
— Аяғыңда саҡ тораһың,
Эсмә, – тигән, – арҡыры.

Заяға үтәғүмерем,
Тағы күпме түҙәһе?!
Рюмка күтәргән ҡулыңды
Әллә сабып өҙәһе?..

Оҡшатманы ире бының
Йәнгә хәнйәр атҡанын.
— Эсһәм, — тине, — үҙемдеке,
Тир һыпырып тапҡаным.

Мәгәр ҡулды өҙәҡалһаң,
(Тәүбә, Аллам һаҡлаһын).
Бик белеп тор: эсәсәкмен
...Инвалидлыҡ аҡсаһын!

Кәзәнән ... һарыҡ

Үҙ көтөүенән кәзә пар
Табалмағас, ахырҙа,
Һарыҡ тәкәһе мөхәббәт
Бүләк итте бахырға.

Кәзә бәрәс алып ҡайтты,
Гүйәүҙе шикелле.
Кескенә ике мөгөҙлө,
Һаҡалы бар, һипкелле.

Малдарҙы теркәүсе ишәк
Бирҙе яҙып таныҡлыҡ.
Таныҡлыҡты уҡый кәзә,
Хәтеркәйе ҡалып ныҡ.

Ишәк әйтә: "Бәрәс — һарыҡ,
Юҡ бында баш ватаһы.
Милләте атанан килә,
Һарыҡ таһа атаһы".

Кәзә ҡаршы: "Йә, ҡай төшө
Һарыҡҡа, — ти, — оҡшаған?!
Мәэлдәй кәзә телендә,
"Кәзә" тип яҙ, бошмаған!

Ҡайһы көтөүгә барырға
Белмәй, башы эйелгән.
Һарыҡҡойроғон күтәрмәй,
Бының — өҫкә сөйөлгән".

Таныҡлыҡты алып ишәк
Китте эшкә тарып бик.
Төҙәтеп ҡуйҙы яҙманы:
"Кәзә башлы һарыҡ", — тип.


Вернуться назад