Йәрмәкәй районына килеүемә дуҫтарымдың үҙенсәлекле бүләк әҙерләп, көтөп тороуына сикһеҙ ҡыуандым. Хәйер, быға аптырайһы ла түгел. Йәрмәкәйҙәр һәр саҡ асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, ә инде теләктәшлек күрһәтеүҙәре тураһында телгә алыу артыҡ түгел.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Әбүзәр Мөхәмәтйәнов Иҫке Шах ауылындағы мәктәп менән таныштырыу ниәтен белдерҙе. Белем усағының ишеген асып ингәндә дәрестәр тамамланыуҙы белдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Мәктәп директоры, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Хәмдиә Шакирова һөйләшеү өсөн уҡытыусылар бүлмәһенә алып инде. Кемдер дәфтәр тикшерә, икенселәр киләһе дәрескә әҙерләнә, ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сирена Ахунова “Башҡортостан” гәзитенең һуңғы һаны менән таныша, бер һүҙ менән әйткәндә, бөтәһе лә эш менән мәшғүл.
– Беҙҙең һөйөнөслө хәбәр бар, – тине Хәмдиә Хәлит ҡыҙы. – Һеҙҙең гәзиттән “Барлыҡ коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” тигән акция тураһында уҡып ишеттек тә, бер һүҙһеҙ уға ҡушылдыҡ. Уҡытыусыларҙы айырыуса мәғариф өлкәһенә ҡағылған мәҡәләләр ҡыҙыҡһындыра, уларҙы уҡытыу-тәрбиә эшендә ҡулланабыҙ.
Иҫке Шах мәктәбе уҡытыусылары гәзитте алдыра, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр тураһында яҙа.
Бөгөн мәктәптә 45 уҡыусы иҫәпләнә, малай һәм ҡыҙҙар уҡыуҙа ла һынатмай, бынан тыш, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Ун уҡытыусы – үҙ һөнәренең оҫтаһы. Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре тигәндәй, улар белемен даими камиллаштырып тора.
Илдар АҠЪЮЛОВ