Ҡәләмиәт02.05.2014
Биҙгәндәр

Гәпләшә бер төркөм малай:
Кемдәр нимәнән биҙгән?
Был билдәле булыр тиҙҙән
Улар һөйләгән һүҙҙән.

– Ҡуйыртылған һөттән биҙҙем!
– Мин, малай, иттән биҙҙем!
– Һи-и-и, әле генә биҙҙеңме?
Мин инде күптән биҙҙем!

– Күргем дә килмәй кәнфитте!
– Ә мин биҙҙем һалманан!
– Биҙҙем мәкле күмәстән мин!
– Туйҙым майҙан!
– Алманан!

– Уҡшый башлайым, билләһи,
Күрһәм түңәрәк шалҡан!
– Шалҡан нимә ул?! Ә бына
Беҙҙеңөй тулы – арҡан!

Мәктәпкә барһам, ҡайтһам да,
Ҙур йөк төшмәй арҡамдан –
Атайым китап тоҡсайы
Үреп бирҙе арҡандан!

– Мин уйынсыҡтарҙан биҙҙем –
Тора көн дәөҫтәлеп,
Йыйылды йөҙ ун пүләмит,
Йөҙҙә ун бер пистәлит.

– Мин сәғәттән биҙҙем, малай,
Юҡҡа түгел, бар сәбәп:
Стена тулы ла – сәғәт,
Түшәм тулы ла – сәғәт!

– Ә мине биҙҙергән нәмә –
Тәнде йыуғыс мунсала:
Көн дә яңы йыуғыс биреп,
Ҡыуа әсәй мунсаға.

– Беҙҙеңөй эсен тултырҙы
Ялтыр сувенир айыу,
Сер итеп кенәәйтәмен,
Ниәтем – сығып тайыу!

–Беҙҙеңөйҙө сүмес баҫты!
– Ә беҙҙеңөйҙө – уҡлау!
Туйҙырҙы, малай, ун өс ҡат
Юрған ябынып йоҡлау!..

Шаулаша һәр көн малайҙар,
Күрәһең, бик биҙгәндәр.
Бының хикмәтен башта уҡ
Булдымы икән һиҙгәндәр?

Һиҙмәһәгеҙ, һорау бирәм,
Туранан серҙе сисмәй:
Малайҙарҙың атайҙары,
Ағайҙары, апайҙары
Ҡайҙа, кем булып эшләй?

Рәдиф ТИМЕРШИН



ҠәләмиәтБатырлыҡ

Трибунаға сыҡты ла ул
Бөтәһен шаҡҡатырҙы.
Ғүмеремдә күргәнем юҡ
Бының ише батырҙы!

Яғаһынан ҡармап алды
Үҙебеҙҙең хужаның.
Ауыҙын да астырманы,
Ҡаҡты ғына туҙанын.

Замдарҙы ла бешеп һалды:
"Зам түгел, һеҙ – хам, – тине. –
Бер минут та тотмаҫ инем,
Начальник булһам", – тине.

...Тәнҡитләй ул бөтәһен дә,
Тетмәләрен тетә бит!
Ниңә тәнҡитләмәһен, ти, –
Пенсияға китә бит.

Салауат ӘБҮЗӘР


Вернуться назад