Мәҙәниәттәрҙе берләштереүсе02.05.2014
Мәҙәниәттәрҙе берләштереүсе Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аң(ғы)ра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

Мулла Мифтахетдин бине Камалетдин,
бине Ишмөхәмәт әл-Башҡорди — Аҡмулла.


Ете төн уртаһында уятып, хәҙер хәреф таныған, ҡолағы булған һәр башҡорт балаһынан:
– Был шиғыр кемдеке? – тип һораһаң, ул, уйлап та тормай, Аҡмулланыҡы, тип әйтәсәк. Һорау биреүсе үҙе шул шағир ижадын өйрәнеү менән шөғөлләнгән булһа:
– Афарин, – тип уның был яуабын хуплаясаҡ та шунда уҡ, ә уны икенсе төрлө нисек атап йөрөткәндәр, тип тағы һорап ҡуясаҡ. Бындай саҡта баҙап ҡалыуың да ихтимал. Шуны иҫәпкә алып, һораусы бындай аңлатма бирер булыр:
– Борон Көнсығыштың уҡымышлылары, шул иҫәптән шағирҙары ла лаҡап-исем (псевдоним-ҡушамат) алыр булған. Шул лаҡап-исемдең эсендәүҙенеңҡайһы ҡәүем йәҡайһы ауыл вәкиле икәнен әйтеп тормалы һүҙҙе ләҡыҫтырырға онотмағандар. XIII быуатта Мысырҙа әмир булыуға өлгәшкән бер башҡортто – Ғилметдин Сәнжәр әл-Башҡорди, ә XIX быуатта Иҫке Соҡор ауылында тыуған Мөхәмәтғәли Ғәбдессалих улы Кейековты – Ғәли Соҡорой, Тулва йылғаһын һыулаған Шәйхулла Сибәғәтулла улы Зәйнин тигән кешене (1886 – 1970) Шәйхулла Тулвинский тигән шағир тип белгәндәр, Төхфәт Кәлимуллин иһә Төхфәт Йәнәби булып киткән...
Әле әйтелгәнгә бәйле кес кенә хәтирә. 1963 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетындағы башҡорт-урыҫ бүлегенең икенсе курсын тамамлағас, дүрт студентты бер айға Әбйәлил районына ғилми фольклор экспедицияһына ебәргәйнеләр. “Дүрт студент” тигәнем – шул беҙ бараһы район егеттәре Нәфиҡ Хәмитов, Биктимер Шәрипов, Ишембай районы егете Вафа Әхмәҙиев һәм етәксе итеп тәғәйенләнгән Бөрйән егете мин фәҡирегеҙ инем. Ул саҡта ҡайһы ауылға барма, фольклор әйләнеп сыҡҡыһыҙ булды. Йәйҙең көҙгә ауышҡан матур сағы. “Фәлән ерҙә фәлән кеше шуны белә, төгән ерҙәгеһе тегеһен белә”, тиһәләр, йыбанып тороу юҡ, йәйәү сығып китәбеҙҙә шул кешене эҙләп табабыҙһәм ул һөйләгәнде, ярыша-ярыша, ҡулдан яҙа ла башлайбыҙ (ул заманда магнитофон, диктофон хаҡында төшөнсәбеҙҙә юҡ ине). Шулай ауылдарҙа ғына түгел, көтөүлектәрҙә лә, йәйләүҙәрҙә лә, ырҙын табаҡтарында ла эшләргә насип булды. Ҡайҙа ғына бармайыҡ:
– Шафиҡ мулла шиғырын һөйләйемме? – тип һорар булдылар. Беҙ ни:
– Әйҙә-әйҙә, – тибеҙҙә ишеткәнде ҡағыҙға төшөргән булабыҙ.
“Ишеткәнде ҡағыҙға төшөргән булабыҙ”, – тигәнемдең мәғәнәһенә төшөнгәнһегеҙҙер, моғайын. Төшөнгәнһегеҙҙә: “Ул студент ағайҙар эштәрен иренеп кенә атҡарған икән”, – тип уйлап та ҡуйғанһығыҙҙыр әле, моғайын. Шулай уйлаһағыҙ, теге кем әйтмешләй, тап өҫтөнә баҫҡан булырһығыҙ. Ни өсөн тигәндә, тотош мәктәп йылдарында ла, университетта ла беҙҙе атеист итеп тәрбиәләнеләр. Хикәйә, повесть йә романда берәйһе “мулла” тип нарыҡландымы, әҫәрҙе уҡымаҫтан уҡ, уның кире персонаж булырын белеп тора торғайныҡ. Ана ни өсөн бик илтифат бирмәгәнбеҙ икән тәүҙә “Шафиҡ мулла” шиғырҙарына.
Берҙән бер көндөҠырҙас ауылын ҡыҙырып йөрөй торғас, Нәфиҡ (ул ошо ауылдыҡы һәм мин уның менән бер ҡулдан эшләй инем):
– Әхмәт, әйҙә, Абдулла апамдың хәлен белешәйек, — тине (Аңлатып үтәйем: улар яғында ла, беҙҙәге кеүек, атай менән әсәйҙән өлкән ир затына “апа” тип өндәшәләр. Был форма төркиҙәрҙең боронғо теленә хас булған. Һәр хәлдә, Орхон, Йәнәсәй яҡтарында табылған VI – VIII ташъяҙмаларында күҙәтелә).
– Әйҙә, — тинем.
Абдулла апа беҙҙең темеҫкенеп йөрөгәнде күрә-күрә ултырған икән. Үҙенә ләһуғылырыбыҙҙы белеп, көткән кеше кеүек:
– Һа-ай, мосафирҙар! Әйҙә-әйҙә, түрҙән уҙығыҙ! – тип әйҙүкләп ҡаршыланы. Беҙҙең ниндәй “кәсеп” менән йөрөгәнде белеп алғас:
– Би-ик изге эш менән йөрөй икәнһегеҙ. Шафиҡ мулла ла һис буш йөрөмәҫ ине. Ҡайҙа барһа ла йыр, риүәйәт, һәр төрлө тарихты яҙып алыр ине…
Бына шулай баштан уҡ беҙҙеңәңгәмәнең темаһы үҙенән-үҙе асылды ла ҡуйҙы. Бары беҙгә мәлде ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк ине. Шуға ла, һүҙ икенсе бер үҙәнгә төшөп китеп бармаҫ борон, икебеҙҙә бер юлы:
– Апа, ул ниндәй кеше ине? – тип һорай һалдыҡ.
– Улмы, ул бик уҡымышлы, телгә сәсән кеше ине. Уның белмәгәне булмағандыр. Үҙе ошо беҙҙең хәҙерге Әбйәлил районындағы Әбделғәзе ауылында тыуған. Шиғыр, әңгәмәләрен тыңлай-тыңлай, уның менән күп тапҡыр ултырҙаш булынылды. “Минән һиңә йәдкәр булһын” тип үҙҡулы менән яҙып ҡалдырған шиғырҙары һаҡлана миндә, – тине лә Абдулла апа аҫтындағы ҙур һандыҡты асты. Беҙ икәү ниндәйҙер серле хазина күреүгәөмөт иткән балалар хәлендәҡалдыҡ. Оҙаҡ аҡтарынмай ғына, Абдулла апа һандыҡ төбөнән бөхтә генә бер төргәк сығарҙы. Ул сепрәк тышлы ине. Сепрәкте сискәйне, унда һор тышлы ҡалын ғына дәфтәр, уның тәүге битен асҡайны – ғәрәп хәрефтәрен, нәҡ “Ҡөрьән Кәрим”дәге кеүек итеп, төҙеп кенә матур итеп яҙылған шиғыр пәйҙә булды. Уҡыу төркөмөбөҙҙә етәксе (куратор) булған Абдулла Баязитов тигән уҡытыусыбыҙ тәүге курста беҙҙе “иҫке төрки” танырға өйрәткәйне. Шуға шиғырҙың исемен беҙ икәү хор менән уҡый һалдыҡ:
– “Билал ауылы хәҙрәтенең вафаты мөнәсәбәте илә”…
Ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған яҙыуҙы уҡый алыуыбыҙҙы белеп алғас, Абдулла апабыҙ беҙҙең менән тағы ла ихласыраҡһөйләшә башланы. Әммә шиғырҙың хәҙрәткә бағышланыуы беҙ-атеистарҙың күңелен ҡыра биреп ҡуйҙы. Шуға ла, Абдулла апа уны уҡығанда, әллә ни һоҡланыу белдермәнек. Уныңҡарауы, башҡаларын ихлас тыңланыҡ. Ҡайһыларын ҡуйын дәфтәребеҙгә теркәнек. Шулай ултыра торғас, эңер төштө.
– Тағы ла килербеҙәле, – тип хушлаштыҡ. Әммә бүтәнсә Абдулла апа менән осрашырға насип булманы. Бөгөн дә ана шул үкендерә. Теге мәлдәүк унан Шафиҡ сәсән тураһында күберәк һорашырға, йәдкәр дәфтәрендәге бөтә шиғыр һәм ҡобайырҙарҙы күсереп алырға ине.
Абдулла апаның гүр эйәһе булыуына бик күп йыл үтте. Нәфиҡ дуҫ та был донъяла юҡ… Ә теге дәфтәр һаман күҙ алдымда. Форсаттан файҙаланып, Әбйәлил районы уҡыусыларына ошо айҡанлы бер өйгә эш бирге килә: һорашығыҙ, белешегеҙәле, балалар, шул дәфтәрҙең яҙмышын: ҡайһы яҡҡа табан сәйәхәт итеүен белеүсе юҡмы икән? Был йәһәттән бигерәк тәҡырҙастар, әбделғәзеләр, яңауылдар әүҙемлек күрһәтһен ине. Шафиҡ мулла тыуып үҫкән Әбделғәзе ауылында йә уныңһуңғы төйәге булған Яңауыл тарафтарында эҙе тойолмаймы икән? Бәлки, сәсәндең вариҫтары берәй нәмә белә торғандыр? Һораша-белешә күрегеҙ (берәй һөҙөмтәгә ирешһәгеҙ, шул турала, ошо юлдарҙың авторына ебәрә алаһығыҙ).
Һүҙҙе ниҙән башлаһаҡ, хәҙер инде шуға яңынан әйләнеп ҡайтырға була. Беҙ быға тиклем, ишетмеш буйынса ғына, берсә “Шафиҡ мулла”, берсә “Шафиҡ сәсән” тип белгән кеше хаҡында Абдулла апаның дәфтәренән өҫтәмә мәғлүмәт алдыҡ. Был осраҡта Билал хәҙрәткә яҙған мәрҫиәһенең аҫтындағы ҡултамғаһына иғтибар иттермәксемен. Унда уңдан һулға ҡыялатып ҡына ҡупшы ғәрәп хәрефтәрен матур итеп теҙеп, “ШафиҡӘминев-Тамъяни”, тип ҡул ҡуйылғайны. Беҙҙең аша шул лаҡап-исем оҙаҡламай әҙәбиәт һөйөүсе йәмәғәтселеккә мәғлүм булды. Ул исемде йөрөтөүсенеңәҫәрҙәре ғалимдарҙың диссертацияларында, әҙәбиәт тарихында телгә алынды, дәреслектәрҙә, башҡорт, урыҫ, төрөк телдәрендә баҫтырылған антологияларҙа урын тапты.
Беҙ быға тиклем Мифтахетдин Аҡмулла тип белгән мәғрифәтсе-шағирҙың да лаҡап-исеме булған, имеш. Был хаҡта ла күптән түгел генә мәғлүм булды. Ошо шағирҙың тыуыуына бағышлап, 2007 йылдыңҡышында Ҡазанда Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты ғилми-ғәмәли конференция үткәргәйне. Шунда сығыш яһағанда, татар теленең күренекле ғалимы, филология фәндәре докторы Марсель Әхмәтйәнов әйтеүенсә, татар әҙәбиәте классигы Фәтих Әмирхандың көндәлегенә теркәлгән булған икән ул мәғлүмәт. 1901 – 1902 йылдарҙа Ҡазандағы “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһендә уҡыған сағында яҙған көндәлегенә ул Аҡмулланың шиғырҙарын да теркәп ҡуйған булған. Фарсы, ғәрәп һүҙҙәренең мул ҡулланылыуына ҡарағанда, улар телдән түгел, ә берәй яҙманан күсерелгәнгә оҡшай. Сөнки, М. Әхмәтйәнов әйтеүенсә, “шағирҙыңүҙе иҫән сағында баҫылған берҙән-бер әҫәре “Дамелла Шиһабетдин хәзрәтнең мәрсиясе” генә булған. Ҡалғандары беҙгә телдән һәм күсеректәр аша ғына килеп еткән. Телдән телгә, күсеректән күсереккә күсә торғас, уның шиғырҙары ғәрәп, фарсы һүҙҙәренән азат була барған.
Шул мәғлүмдер ки: һәр башҡорт бишектән үк күңеленәһеңдергән, шуға ла беҙҙең халыҡта элек-электән киң таралған эпик ҡомартҡыларыбыҙҙың береһе “Заятүләк менән Һыуһылыу” (ғалимдарыбыҙ теркәгән варианттары ғына ла — ҡырҡлап, ә теркәлмәгәне күпме икәнен Аллаһүҙе генә белә). Замандашыбыҙ, күренекле татар археографы академик Мирҡасим Усманов шәкерт ҡулъяҙмалары араһында шуның ике вариантына юлыҡҡан. Аҙаҡ уларҙы үҙенең “Каурый каләм эзенән” тигән китабына индергән.
Шәкерт халҡы һәр төрлө шиғырҙарҙы, хатта эпик ҡобайырҙарҙы ла аҡҡағыҙға теүәл теркәп ҡуйырға әүәҫ булған. Шуларҙы йәнәҡулдан-ҡулға йөрөтөү күсеректәре үрсеүенә килтергән. “Теүәл теркәп ҡуйырға әүәҫ булған” тигәндә, мин сюжет теүәллеген генә түгел, тел йәһәтенән теүәллекте лә күҙ уңында тотам. Уҡымышлы кешеләр булараҡ, боронғо шағирҙар ғәрәп, фарсы һүҙҙәрен ҡулланыуға әүәҫ булған, күсергәндә, шиғырҙы уларҙан “таҙартырға” ҡулдары бармаған. Саф башҡорт сығанаҡлы әҫәрҙең дә лексик составына хилафлыҡ килтермәҫкә тырышҡандар.
“Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосын күсергәндә, шәкерттәр һаҡлаған башҡорт һүҙҙәренә М. Усманов аңлатма бирә барған. Миҫалдар: Жайык-суламак – Яйыҡһыулау (Яйыҡ буйында йәшәү), ҡош атмаҡ – һунар ҡошон сөйөп ебәреү, Йилйитмәз – Елъетмәҫҡушаматлы ат, бил, билән – ҡалҡыулыҡ, аяҡ – һауыт, ийәр ҡашы – эйәр ҡашы һ.б.
Марсель Әхмәтйәновтың сығышында беҙҙеңөсөн иғтибарға лайыҡ булырҙай тағы шундай мәғлүмәт яңғырағайны. Фәтих Әмирхандың шәкертлек дәүерендәге көндәлегендә теркәлгән Аҡмулла шиғырҙары алдынан бындай һүҙҙәр яҙылған булған: “Мин мәкуләт мелла Мифтахетдин бине Камалетдин әл-Башҡорди, эш-шәһиди, әл-мәләкъкаб би Аҡмулла рәхмәтуллаһи тәгаля!” – “Аҡмулла ҡушаматлы хаҡһүҙөсөн үлтерелгән, мулла Мифтахетдин бине Камалетдин әл-Башҡорди әҫәрҙәренән, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте яуһын!” (6, 130). Был һүҙҙәр артынса беҙгә бары: “Амин!” – тип әйтеп, шағирҙың оҙон исемен олатаһы һәм ҡаҙаҡтар тарафынан тағылған “Аҡмулла” тигән лаҡап-исеме иҫәбенә тағы оҙайта бирергә була: мулла Мифтахетдин бине Камалетдин, бине Ишмөхәмәт әл-Башҡорди – Аҡмулла.
Һүҙҙе генә түгел, шағирҙың исемен дә оҙайтыуҙың бер хикмәте шунда: ошоғаса йыш ҡына “Аҡмулла кемдеке? Башҡорттоҡомо, ҡаҙаҡтыҡымы, татарҙыҡымы?” тигән һорау тирәһендә баш ватыу, бәхәс ҡороу хәлдәре була тора ине. Ул һорауҙар, бер яҡтан ҡарағанда, урынлы. Ни өсөн тигәндә, ни тегендә, ни бында һыймаған бәндәләр хаҡында, “Ул – һеҙҙеке!” кеүек репликаларҙы иҫәпкә алмағанда, берәүҙә тота килеп, бәхәс ҡуптармай. Бындай бәхәс – бөйөктәр өлөшөнә генә төшкән көмөш.
Әйткәндәй, Марсель Әхмәтйәнов сығыш яһаған конференцияны асҡанда, Ғ. Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты директоры, яҡташыбыҙ профессор Ким Миңнуллин ошо мәсьәләгәҡағылып, шулай тигәйне: “Тарихта олуғ шәхестәрҙең тәржемәүи хәлдәренә бәйле ҡайһы бер ғибрәт алырлыҡҡыҙыҡлы факттар бар. Әйтәйек, антик юнан (грек. — Ә.С.) шағиры Гомерҙы Смирна, Хиос, Колофон, Саламин, Родос, Аргос, Афина ҡалалары үҙҙәрендә тыуған тип иҫәпләйҙәр. Шәреҡтең мәшһүр классигы Фирдәүси фарсы телле байтаҡ халыҡтарҙың уртаҡәҙибе булараҡ билдәле. Танылған яҙыусы Саҙретдин Айнины тажиктар ҙа, үзбәктәр ҙәүҙҙәренеке тип таный. Саят-Нованы әрмән, азербайжан һәм грузин телдәрендә ижад иткән шағир булараҡ беләбеҙ… Аҡмулла үҙенең ижади үрнәгендә туғандаш өс халыҡтыңәҙәбиәтендәҙур шиғри мәктәп булдырған шағир” (2, 5). Академик Мирҡасим Усманов иһә конференцияның пленар ултырышында яһаған сығышында шағирҙың ниндәй милли мәҙәниәткә хеҙмәт итеүе мөһим икәнен хәтергә төшөргәйне. Ҡайһы халыҡтың мәҙәниәтенә хеҙмәт итә, шағир шуныҡы була икәненә баҫым яһағайны. Шуға ла 1918 йылда комсомолдың III съезында сығыш яһағанда В.И. Лениндың: «Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға!» тип саҡырыу ташларынан бик күп йыл элек үк: «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» – тип оран һалған башҡорт сығышлы шағирҙы башҡа халыҡтар ҙа үҙ күрә икән, быны уның бөйөклөгөн таныу, өс халыҡтың мәҙәниәтенә, дуҫлығына хеҙмәт итеүөлгөһө, тип ғорурланырға һәм ҡыуанырға ғына кәрәк.
Мәҙәниәттәрҙе берләштереүсе
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ,
филология фәндәре докторы, профессор.


Вернуться назад