Мәҙәниәт ойошмаларына — 18 миллион һум02.05.2014
Башҡортостан ҡаҙнаһына мәҙәниәт учреждениеларын үҫтереүөсөн 18 миллион 130 меңһумлыҡ субсидия бүленә.

2014 йылда төбәктәрҙең сығым йөкләмәләрен берлектә финанслауға федераль ҡаҙнанан аҡса бүлеү тураһындағы бойороҡ Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланды. Аҡса күләменә “Рәсәй мәҙәниәте (2012—2018 йылдар)” айырым маҡсатлы федераль программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы бүленгән капиталь төҙөлөш объекттарын берлектә финанслауға субсидия инмәй.
Аҡса Милли электрон китапхананан файҙаланыуҙың дөйөм Рәсәй системаһын ойоштороуға, балалар сәнғәт мәктәптәрен яңыртыуға, музейҙарҙы компьютер һәм телекоммуникация селтәре менән йыһазландырыуға, моделле китапханалар асыуға, Музей фондын һаҡлауға, ауылдағы мәҙәниәт ойошмаларын яйға һалыуға, уларҙың матди-техник базаһын байытыуға, махсус ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелә.


Вернуться назад