“Самрау”ҙың ҡоласы киң30.04.2014
“Самрау”ҙың ҡоласы киң
Былтырҙан бирле М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡарамағында “Самрау” балалар студияһы уңышлы эшләп килә. Йәш быуында театр сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләү, уларҙың актерлыҡ һәләтен асыу, ижади фекерләү ҡеүәһен арттырыу маҡсатынан ойошторолған ул. Яңыраҡ самраусылар тамашасыларға үҙҙәренең тәүге ижад емешен тәҡдим итте. “Ҡош тәпәйе” тип аталған башҡорт халыҡ әкиәте буйынса ҡуйылған спектакль театрҙың бәләкәй залында күрһәтелде.

... Ауыл малайы Йомағол, урманда аҙашып йөрөгәндә, Ғәлиә исемле ҡыҙҙы осрата. Баҡтиһәң, һылыуҡайҙы кескәй сағында Дейеү батша урлаған икән. Ҡыҙ бала кире ҡасып ҡайтмаһын өсөн, уның бер аяғын ҡош тәпәйенә әүерелдергән. Бахырҡай шунан бирле, кеше мәсхәрәһенән ҡурҡып, әҙәм күҙенә салынмаҫ булған. Ғәлиә, башына төшкән ауыр ҡайғыһы хаҡында күҙ йәштәрен тыя алмай, малайға һөйләп бирә. Быларҙың барыһына ла төшөнгәс, батыр йөрәкле Йомағол уға ярҙам итергә була. Әммә, һәр әкиәткә хас булғанса, яуыз затты еңеү бер кемгә лә еңелдән бирелмәй. Уларға әллә күпме араны үтергә, аждаһалар менән алышырға, утты-һыуҙы кисергә тура килә. Шунан Дейеү менән алышып, уның серле таяғын тартып алалар. Изгелек һәр саҡ еңеп сыға – Ғәлиә яңынан кеше ҡиәфәтенә инеп, ауылына шатланып ҡайтып төшә...
Спектаклдәге ролдәрҙе башҡарған йәш артистар әле мәктәптә уҡый. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙҙәрен сәхнәлә иркен тотоуҙары, һәр әйткән һүҙҙәренең аңлайышлы булыуы тамашасыны ҡыуандырҙы. Бындай уңыштың нигеҙендә абруйлы педагогтарҙың тырыш хеҙмәте ята. Әле киң ҡоласлы “Самрау” балалар театр студияһында шөғөлләнгәндәргә танылған сәхнә әһелдәре Суфия Ҡорбанғәлиева, Фирғәт Ғарипов, Илсур Ҡаҙаҡбаев, Урал Әминев, Зилә Баймырҙина, Руслан Хайсаров, Диләрә Иҙелбаева, Альберт Нестеров оҫталыҡ дәрестәре бирә.
– Әллә күпме премьераны ҡарарға тура килде, тик быныһы үтә лә ҡәҙерле, – тине академия театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Ханов. – Йәш быуындың серле театр мөхитенә ылығыуы ҡыуандыра. Тимәк, улар яҡшылыҡтың – яманлыҡты, изгелектең яуызлыҡты еңәсәгенә нығыраҡ инана. Киләсәктә ошо балалар араһынан бынамын тигән артистар сығасағына ышанысым ҙур.
Олег Закир улы белдереүенсә, студияла шөғөлләнгән балалар театрҙың ҙур сәхнәһендә ҡуйылған спектаклдәргә лә йәлеп ителәсәк. Тимәк, уларға танылған артистар менән бергә күләмлерәк тамашаларҙа ҡатнашыу бәхете насип булмаҡсы. “Самрау”ҙарға юғары осош теләйһе генә ҡала.



Вернуться назад