Уйҙар яугир булып туплана...30.04.2014
Уйҙар яугир  булып туплана... АЛА ҺЫЙЫР

Һыйыры бар ине нәнәйемдең –
Йәй көтөүҙән тура ҡайтманы.
Яландарҙан уны эҙләй инек,
Ҡалмай ине урман, тау яғы.

Бер минутҡа ғына һуңлаһаң да
Ҡаршыларға ауыл осонда,
Әллә ҡайҙа китеп юғала ул
Ҡанатлы бер әкиәт ҡошондай.

Ашап туймағандыр тиер инең,
Үләндәрҙең һутлы, мул сағы.
Хәҙер уйлап ҡуям: тартты микән
Был һыйырҙы урман ҡосағы?!.

Ала малҡай әллә тойҙо микән
Тәбиғәттең ыуыҙ саҡтарын?!.
Берсә ҡасып, берсә ҡаршы сығып,
Урап ҡайта ялан яҡтарын!
Ә миңә ни – ҙур ҡыуаныс ине
Тура ҡайтмағанда был малҡай.
Юл буйына нәнәй тарих һөйләй,
Рәхмәт инде һиңә, Алаҡай!

Риүәйәттәр тирә генә нәнәй,
Оҙон көйҙө һуҙа юл ыңғай.
(Тыуған яҡтың ялан-ҡырҙарында
Әле булһа ошо моң сыңлай!..)

Нәнәйемдең йырлап өндәшеүен,
Бәлки, был һыйыр ҙа яратҡан?!.
Уның арттан эҙләп йөрөй торғас,
Бер мәл ата яҙҙы хатта таң.

Сәйәхәтсе һыйыр йәй буйына
Ҡайҙа ғына алып китмәне.
Емеш-еләк, үлән өйгә ҡайта,
Андыҙ тулы тауҙың битләүе.

Ирек һөйҙө микән әллә малҡай:
Йәйләү эҙләгәндер ул шулай?!.
Алыҫ үткәндәге азатлыҡты
Тойоп ҡарағандыр бер талай!

...Нәнәйем дә ялан яратҡан бит!
Иптәш булған уға был урман.
Утынын да, бесәнен дә бирә,
Тағып ҡына килеп ет фурман.

Бала саҡтың мөғжизәле иле –
Ала һыйыр ҡасҡан ҡыр-ялан.
Тыуған яғым, мин юғалам һиндә –
Туҙан бөртөгөләй бер балаң!

Сабый йәштән күптән үтһәм дә мин,
Йән-төпкөлдә йәшәй юҡһыныу:
Нәнәйемдең ялан ҡыҙырыуы,
Боҫоп ҡына барған мал һыны!


УКРАИНА...

Украина утта ҡалғанмы ни?
Киев ҡалғанмы ни ялҡында?
Кемдәр унда илде яҡлайым тип,
Хәбәр һата боҫоп – балкондан...

Кемдәр унда газлы итәм тиеп,
Тонсоҡтормаҡ була халыҡты?!.
Олимпия уты тоҡанғанда,
Көтөп кенә тороп һил саҡты,

Кемдәр унда, юха йылан төҫлө,
Йөрәк аша үтә йөрәккә?!
Кемдәр беҙгә был быуатта йәнә
Уяулыҡты яттан өйрәтә?!

Украина ере... Хәтерендә,
Совет кешеһенең аңында
Торонбаштан сәскә атҡан гөлдәр
Ҡыр(ы)ҡ биштең яҙғы таңында!

Оксананың* тыуған яғы бит ул,
Ул – туғандаш халыҡ Ватаны!
СССР-ҙың барлыҡ балалары
Шевченконы уҡып ятланы.

Украина... Һинең халҡың, ана,
“Рәсәй!” тиеп ҡабат ант итә.
Нисәнсе көн илдең сиктәренән
Колонналап һиңә танк үтә...

Украина... Һинең кешеләрең
“Рәсәй!” тиеп ҡабат ант бирә.
Тынғылыҡты юғалтҡандар ғына
Тыныс тормош көҫәп тилмерә.

Украина, һин бит окраина,
Рәсәй дәүләтенең бер сите.
Һин шуға ла йәндә кеүек инең,
Һин һәр ваҡыт булдың бер китек...

Украина, тиһәм, үкереп илағандар
Ишетелә әллә шуғамы?
Майҙандарҙа бөгөн атылғандар –
Рәсәй халҡының да туғаны.
Яҡшы менән яман көрәшендә
Яман ысҡынғандай бигенән.
Һине үртәгәндәр, беҙгә тоҫҡап,
Бомба һалған илдең сигенә...


ЯРТЫЛАШ

Ҡасып-боҫоп алып ҡайтып киләм
Һиңә кәрәкмәгән хисемде.
Ул миңә лә артыҡ бер йөк һымаҡ –
Тик белмәйем нимә өсөндөр?..

Шул хис аша асҡан донъям миңә
Һүнгән төҫлө булды бер талай.
Ошо көндән башлап көнитмешем
Бүленгәндәй бына урталай.

Бармын, юҡмын...
Юҡмын, бармын...
Йөрәк
Туҡтап-туҡтап тибә...
Тибә аралаш.
Мин йәшәйем кеүек теге мәлдә,
Көн итәмме әллә яртылаш?..

Урлап өйләнмәгән ҡыҙҙай, иңрәп,
Ярһығанда хисем яныңда,
Тик бер генә осҡон булһа ла тим,
Ҡабынманы микән ҡаныңда?..

Үҙ-үҙемде саҡ-саҡ эҙләп таптым
Һәм юғалттым ярһыу был хистә.
Атыр-атмаҫ торған ҡышҡы таңдай,
Бөтә донъям, гүйә, шул төҫтә...


РУХ ИЛСЕҺЕ

Зөлфиә Ханнановаға
Кемдең ҡаны һиндә аға икән –
Һин бит Байыҡ сәсән яҡташы!
Кесебикә инәй кеүек йәнең,
Ил иманы өсөн айҡаша.

Кемдең рухы һиндә ҡайнай икән?
Салауаттың нуры күскәндер!
Маһир телең Рәми ҡоҙоғонан
Моңшишмәләр уртлап эскәндер!

Ихласлығың менән кешеләргә
Танытаһың баба-атаһын!
Туңған күңелдәрҙе иретәһең,
Йөрәктәрен асып ҡайтаһың!

Үҙең генә белгән аҡ юл менән
Һин атлайһың сафлыҡ үренә.
Ағинәйҙәр асҡан ғилемдәрҙән
Меңәр йыллыҡ дәүер күренә!

Инә бүре булып уятаһың
Йоҡо баҫҡан милләт вариҫын!
Һинең бурыс: түкмәй-сәсмәй бөркөү
Зәйнулланың рухи мираҫын!

Ил яҙмышы – һинең иңдәреңдә,
Рухи хәле башҡорт халҡының!
Рухһыҙҙарҙы мең ҡат терелтергә
Етер, дуҫым, һинең ялҡының!!!


МИЛЛИ ТОЙҒО

Әллә инде төпкө аңдан килә,
Әллә инде эстән, йөрәктән,
Әллә инде тамырҙарҙа ҡайнап,
Тупланғандай була беләктә?!

Ҡурай моңо ишетелеп ҡалһа,
Субырлап та тама күҙеңдән.
Ҡылҡумыҙҙан тарихтарға елә...
Ҡасып буламы ни үҙеңдән!

Тик бер хәбәр ишетелеп ҡалһын
Ошо милләт, халыҡ хаҡында –
Уйҙар яугир булып тупланалар,
Мең хеҙмәткә егеп аҡылды!

Тик бер һөйләм ишетелеп ҡалһын
Сит ерҙәрҙә туған телемдә,
Тоям Салауаттың, Вәлидиҙең
Баҫып торғанлығын эргәмдә!

Тынғы бирмәҫ моңло бер көй кеүек,
Йырлы доға кеүек асманда,
Ошо тойғо көндө биләп алһа,
Заман сире беҙҙән ҡасҡандай!

Йәшәй алмайым, ти ул, яуҙарһыҙ,
Йәшәй алмайым, ти, тотҡонда!
Һиҙәһеңме, йөрәгеңде тыңла,
Ғаләм дөрләтерлек ут унда!

Уралында – арҡа-атайсалы,
Күктәр үҙе биргән паспорттың!
Милли тойғо рухың яндырамы,
Егерме беренсенең башҡорто?!


Вернуться назад