Күңелемдә уйылған шәхес29.04.2014
Күңелемдә уйылған шәхес Бөгөн — халыҡ-ара бейеү көнө

Мәшһүр балетмейстер, халыҡ бейеүҙәре ансамбленә нигеҙ һалыусы, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәровты беренсе тапҡыр 1974 йылда күрҙем. Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡып йөрөгәндә беҙ, II курс студенттары, бейеү түңәрәгенә йөрөй башланыҡ. Институттың өҫтәмә профессиялар факультеты деканы Сәүиә Ғилметдин ҡыҙы Хужәхмәтова-Латипова (беҙ уны “Софья Галеевна” тип йөрөтә инек) Фәйзи Ғәскәровты яңы бейеүҙәр һалырға саҡырғайны. Институттың яңы физика-математика факультеты корпусы төҙөлөп бөтмәһә лә, уның икенсе ҡатындағы фойела бейеү түңәрәге ойошторола ине.

Иң тәүге бейеүҙәрҙең береһе “Дим буйында” булды. Уны Фәйзи Ғәскәров 17-18 пар өсөн һалды. Беҙ, 17 егет, сәхнәнең иң түренә теҙелешеп баҫабыҙ ҙа салғы менән бесән сапҡандай һелтәнәбеҙ. Үҙебеҙ ҡысҡырып йырлайбыҙ. Йырҙың тексын беҙгә Фәйзи Ғәскәров үҙе әйтеп тора:
Өфө тауҙары бейек шул,
Йөрөй арыҫлан-кейек.
Һыу һипмәгән гөлдәр кеүек,
Йөрөйбөҙ янып-көйөп.
Өфө тиҙәр, Өфө тиҙәр,
Өфөнө күрһәң ине,
Центральный урамынан
Подручком йөрөһәң ине...

Шулай сәхнәнең алдына уҡ барып етәбеҙ ҙә салғы яныған булабыҙ, ә йырҙы туҡтатмайбыҙ. Фәйзи Әҙеһәм улы, ҡысҡырып, беҙҙең менән идара итә. Уға ҡарап, нимә ҡушһа, шуны эшләйбеҙ. Шул ваҡытта ҡыҙҙар килеп сыға ла йырлай-йырлай “тырма менән бесән йыя”. “Йыйып” бөткәс, сәхнә уртаһында кәбәнде хәтерләтеп уҡмашып әйләнәләр, хәрәкәт итәләр. Ә беҙ, егеттәр, Фәйзи ағай өйрәтеүенсә, “һәнәк менән бесән өйәбеҙ”. Музыка үҙгәрә, Фәйзи ағай артабан беҙҙе өйрәтеүен дауам итә. Арабыҙҙан бер егет алға йүгереп сыға ла:
— Әйҙәгеҙ, егеттәр, бер бейеп алайыҡ әле! — тип ҡысҡырып ебәрә. Ул ролде Мөхәмәтша исемле I курс студенты бик тә шәп, ихлас башҡара ине. Фәйзи Әҙеһәм улы беҙгә ҡарап тора ла (ул башын һул яҡҡа ҡырынайтыбыраҡ тота ине) “Ра-ра-ра” тип сәпәкәйләп, хәрәкәттәргә темп өҫтәй. Шулай итеп, бейеү һалыу дауам итә.
Бер ваҡытта ла яңғыҙ бейеп йөрөгәнем булмаһа ла, Фәйзи ағай һәр ваҡыт мине солист итеп ҡуйырға теләне. Миңә өр-яңы гармун һатып алдылар. Сәхнәлә гармунда уйнап, бөтә йәштәрҙе йырға, уйынға саҡырам. Үҙем оялам, әммә Фәйзи Әҙеһәм улы көр тауыш менән мине өйрәтә, ҡайҙа нисек атларға, ҡайһы яҡҡа ҡарарға команда бирә. Әле булһа шуны аңлап бөтә алмайым: коллективта шәп бейеүсе егеттәр күп булыуына ҡарамаҫтан, Фәйзи Ғәскәров ниңәлер алғы планға мине сығарырға тырышты. Бәлки, ябай ауыл малайы булыуым иҫәпкә алынып, бейеүҙәге картинаға тап шундай ауылса төҫ биреү өсөн шулай эшләнгәндер. Бер-ике сәғәтләп шөғөлләнгәндән һуң Фәйзи Әҙеһәм улы залдан сығып китә ине. Ә ансамблдең етәксеһе, педагог Мансур Хәлиулла улы Сәлихов дәресте артабан ике сәғәт самаһы алып бара торғайны.
Әйтергә кәрәк, Мансур Сәлихов — Фәйзи Ғәскәровтың уҡыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, оҙаҡ ваҡыт филармония директоры булды, һуңыраҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Ваҡытында Фәйзи Ғәскәров ансамбленең иң оҫта бейеүселәре иҫәбендә булды.
Ай ярым тигәндә “Дим буйында” бейеүе һалынып бөттө. Тағы ла бер нисә көндән Ф. Ғәскәров беҙҙең ансамблдең ҡыҙҙар төркөмө менән эшләй башланы, “Ҡымыҙ эшләүсе ҡыҙҙар” бейеүен башында оҙаҡ йөрөтөүе һәм уны иң тәүҙә Башҡорт дәүләт педагогия институты коллективына һалыуын белдерҙе.
Ҡиммәтле костюмдар, сәхнә атрибутикаһы, ситектәр, яңыса өлгөләге милли баш кейемдәре күп аҡса талап иткәндер. Уҡыу йортоноң ул ваҡыттағы ректоры Рөстәм Ғүмәр улы Кузеев бер нисә тапҡыр Фәйзи Ғәскәров менән тамаша залына инеп, эш барышы менән танышты.
Шулай бер көндө институттың залына беҙҙе лекцияларҙан саҡырып сығарып йыйҙылар. Унда балетмейстер Фәйзи Ғәскәров билдәле музыканттар Бәхти Ғайсин, Редик Фәсхетдинов һәм тағы ла бер нисә кешене алып килгән. “Ҡымыҙ эшләүсе ҡыҙҙар” бейеүенә Фәйзи Әҙеһәм улы көйгә оҡшатып ауаздар әйтә, ә Редик Фәсхетдинов менән Бәхти Ғайсин баянда, аккордеонда уйнай. Килеп сыҡҡан көйҙө магнитофонға яҙҙырып тыңлап ҡарайҙар, һәм эш тағы шулай дауам итә. Ул ваҡытта, 70-се йылдарҙа, дәфтәр бите ҙурлығындағы кассеталы магнитофон һирәк осрай торған техника ине. Һәр хәлдә, беҙ, студенттар, уны беренсе тапҡыр шунда күрҙек. Дүрт клавишаһы бар, микрофоны бөтөнләй күренмәй, әммә ул яҙа. Редик Фәсхетдинов был магнитофонды сит илдән алып ҡайтҡан, тип һөйләнеләр.
“Ҡымыҙ эшләүсе ҡыҙҙар”ҙа алға төшөп бейеүсе, төп ролде башҡарыусы Розалия Солтангәрәева булды. Бөгөн ул сәсәниә, фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор булараҡ билдәле. Бик яҡшы йырлай, оҫта бейей, өҫтәүенә тырыш ине. Шуның өсөн Фәйзи Әҙеһәм улына Розалия менән шөғөлләнеү бик тә еңел булғандыр, тип уйлайым.
Сәғәт ярым самаһы эшләгәндән һуң ҡунаҡтар залдан сығып китте, ә Ф. Ғәскәров беҙҙең менән ҡалды. Шунда ул беҙгә “Ҡымыҙ эшләүсе ҡыҙҙар” бейеүен Өфөнөң юбилейына арналған Хөкүмәт концертында күрһәтеләсәген белдерҙе. Ул ваҡытта ошо тантанаға Ҡаҙағстандан ҡайтышлай Леонид Ильич Брежнев та (КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары) һуғыласаҡ тигән хәбәр таралды. Байрам концертына әҙерлек тағы ла әүҙемләште. Беҙҙе, ансамблдә шөғөлләнеүсе үҙешмәкәр артистарҙы, институт ректоры бойороғо менән бер айға дәрестәрҙән азат иттеләр.
Көнөнә икешәр тапҡыр концерттың генераль репетицияһын үткәрә инеләр. Үкенескә ҡаршы, Брежневтың Өфөгә килеүе тураһындағы хәбәр буш һүҙ булып сыҡты. Әйтергә кәрәк, Хөкүмәт кимәлендәге концертта Өфөнән, шулай уҡ башҡа ҡалаларҙан да профессиональ һәм үҙешмәкәр артистар ҡатнашты. Концерттағы һуңғы номер Фәйзи Ғәскәров һалған “Халыҡтар дуҫлығы” ине. Сара бик оҙаҡҡа һуҙылды. Концерттан һуң театрҙың фойеһында беҙ Фәйзи ағай эргәһендә баҫып торабыҙ. Ағай үҙенең эшенән бик тә ҡәнәғәт. Тап ошонда КПСС Өлкә Комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакиров килеп, балетмейстерҙы бик йылы ҡотланы. Башҡа дәүләт эшмәкәрҙәре лә Фәйзи ағайҙың ҡулын ҡыҫты.
Һуңыраҡ, 1975 йылдың февраль баштарында, студенттарҙың ҡышҡы каникулы мәлендә, беҙҙе декан саҡырып алды. Был юлы тағы ла Фәйзи Ғәскәров килгән икән. Институттың тамаша залы шул тиклем һыуыҡ, хатта өҫ кейемен һалырлыҡ түгел. Аккомпаниаторыбыҙ ҙа килмәгән. Ошо форсаттан файҙаланып, Фәйзи Әҙеһәм улы беҙгә лекция рәүешендә сығыш яһаны, башҡорт кейемдәре, сәхнә костюмдарындағы биҙәктәр ҡасан, нисек барлыҡҡа килгәнен һөйләне. Күп кенә биҙәктәрҙе, сәхнә костюмдары эскизын ул эшләгән булып сыҡты. Ирәмәл тауҙарына барыуы, уның түбәһе, итәге тәүлектең ҡайһы ваҡытында ниндәй форма, төҫ алып йылтырауын, нимәгә оҡшаш булыуын үҙ күҙҙәре менән күреүен, күҙәтеүен бәйән итте. Һөйләп бөткәс, ул беҙҙең янға залға төшөп ултырҙы. Кемдең ҡайһы райондан булыуын һорашты. Бөрөнән икәнемде әйткәс, район, ҡала тураһында ентекләп һорашты, бала, үҫмер сағында Бөрөләге балалар йортонда тәрбиәләнеүе, һуңыраҡ педагогия техникумына уҡырға инеүе тураһында әйтте. Балалар йортоноң ниндәй урамда булыуын хәтерләй алманы. Ысынлап та, ул йылдарҙа Бөрөлә биш-алты балалар йорто, коммуналар булғаны билдәле. Унан һуң Мәскәү ҡалаһында, РСФСР-ҙың мәғариф комиссары Луначарскийҙың ҡыҙы менән бер төркөмдә уҡыуы тураһында һөйләне.
Шул йылда ул тағы бер нисә бейеү ҡуйҙы. “Ҡырҡ ҡорама” бейеүенә бик тә һәләтле шәхес Мөхәммәт Ғәлләмовты Фәйзи Әҙеһәм улы үҙе йәлеп итте. Мөхәммәт дудкаға оҡшаған парлаштырылған флейтала уйнай. Был ҡоралды Фәйзи ағай филармония оҫтаханаһында эшләтеп алғайны.
Беҙҙең бейеү ансамбленең аккомпаниаторы Әлфир Әмир улы тыумышы менән Бөрөнән ине, Өфөнөң 2-се педагогия колледжында уҡытыусы булып эшләне. Көсәйтелгән музыкаль төркөм тураһында ла ҡайғыртты Фәйзи Ғәскәров. Беҙгә Өфө сәнғәт институтында уҡыған тағы ике егет аккомпаниатор булып килде. Шамил Шәмғолов — Татарстандан, ә Фәнил Арыҫланғолов — Стәрлебаш районынан. Баянда бик оҫта уйнай торғайнылар. Яңы бейеүҙәргә көй яҙҙылар. Егеттәребеҙ Фәйзи Ғәскәровҡа бик тә оҡшаны. Фәнил Арыҫланов һуңғы йылдарҙа Башҡорт академия драма театрында музыкаль биҙәүсе, музыкаль бүлек етәксеһе булып эшләне.
Беҙҙең педагогия институтының бейеү ансамбле “Башкирочка” тип атала ине, шуға Фәйзи Әҙеһәм улы гел генә уға башҡортса исем табырға кәңәш итеп килде. Миҫал итеп Учалы районындағы “Байрамғол” совхозындағы “Ләйсән” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамблен әйтә торғайны. Был һөйләшеүҙәрҙән һуң ике-өс йыл ваҡыт үтеп китте, әммә беҙ, 40-50 кеше, ансамблебеҙгә тура килерлек бүтән исем эҙләп таба алманыҡ.
Көндәрҙең береһендә Фәйзи Әҙеһәм улы беҙҙең коллективты филармонияға репетицияға саҡырҙы. Ул ваҡытта сәхнә иҙәндәре тигеҙ түгел ине, профессиональ бейеүселәр шөғөлләнгәнгә күрә, ағастан буяу ҡупҡан. Беҙгә бында шөғөлләнеү оҡшап бөтмәне. Һуңыраҡ профессиональ бейеү коллективының репетицияһын ҡараныҡ (әлеге ваҡытта ул Фәйзи Ғәскәров исемен йөрөтә).
Филармониянан һуң бер нисә егет — Мөхәммәт, Әсғәт, мин, арабыҙҙа түбәнерәк курста уҡыған малай ҙа бар ине — дөйөм ятаҡҡа киттек. Юлда магазин юҡ, шулай ҙа бер йәшерәк егетебеҙ тиҙ генә Ғафури урамындағы кибеттән ашарға-эсергә алып ҡайтты. Институттың беренсе һанлы дөйөм ятағы бүлмәһендә иртәнгә тиклем һөйләшеп ултырҙыҡ. Төп һөйләүсе, әлбиттә, Фәйзи Ғәскәров булды. Беҙ уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланыҡ.
Шулай тағы бер-ике тапҡыр осрашырға тура килде. Беҙҙең бүлмәлә ул ҙур ҡунаҡ булды. Фәйзи Әҙеһәм улы бер ваҡытта ла тормошҡа зарланманы. Башҡалар һөйләүе буйынса, хәтһеҙ ваҡыт бер коммуналь фатирҙа йәшәгән. Беҙ уҡыған йылдарҙа уға 65 йәш самаһы ине. Өфөнөң Дим районында бер танышына мунса бурауҙа ярҙамлашыуы, балта эшен бик тә яратыуы тураһында әйткәне хәтерҙә.
Ошондай билдәле шәхес булыуына ҡарамаҫтан, ул ваҡыттарҙа Фәйзи Ғәскәровҡа йәмәғәт, власть органдарының иғтибары етешмәүе ныҡлап һиҙелә ине. Күп йылдар буйы үҙе эшләгән филармонияла ул һирәк кенә күренде. Әммә был турала бер ниндәй ҙә зарланыу белдермәне.
Һәр ваҡыт көр күңелле, ваҡыты менән уйсан, алсаҡ йөҙлө кеше булды. Һаулығы ныҡ ине уның. Ҡара костюм, иҙеүе ысҡындырылған йоҡа пуловер, кепка кейгән, башын һул яҡҡа ҡырыныраҡ һалып йөрөгән ағай булып иҫемдә ҡалған.
Рәсми мәғлүмәттәрҙә уның тыуған урыны Өфө йәки Бөрө ҡалаһы тип яҙылған. Кем белә, бәлки, Бөрөлә тыуғандыр, уның бында тәрбиәләнеүе, уҡыу йортона инеүе билдәле. Ҙур сәнғәткә тәүге аҙымын ошо ҡалала яһауы ла шик тыуҙырмай. Тимәк, Фәйзи Ғәскәров — беҙҙең яҡташыбыҙ. Уның иҫтәлеген мәңгеләштереп, ҡала урамдарының береһенә исемен биреү, әлбиттә, урынлы булыр ине. Бөрөләге балалар йорто бинаһына таҡтаташ ҡуйыу, тыуған яҡты өйрәнеү музейында Фәйзи Ғәскәровҡа ҡағылышлы экспонаттар туплау ҙа кәрәк. Мәшһүр бейеүсе, балетмейстер, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәровтың исемен мәңгеләштереү — мөҡәддәс бурысыбыҙ! Һис шикһеҙ, урындағы хакимиәткә был турала тәҡдим менән барасаҡмын.
Әғзәм ЯРУЛЛИН,
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең
Журналистар союзы ағзаһы.


Вернуться назад