Туй ҡото — Ил терәге25.04.2014
Туй ҡото — Ил терәге
Башҡорттоң туй йолаһы ифрат ҡатмарлы, тәрән йөкмәткеле. Уның һәр эпизодында бик боронғо аң ҡатламы, мифологик белемгә бәйле мәғлүмәт ҡойолоп, һеңеп ҡалған.

Уларҙың асҡысын, мәғәнәһен белеү өсөн тарих, этнография, мифология, археология, шулай уҡ биогенетика, этнопсихология һ.б. фәндәргә ҡараған белгес йәлеп ителергә тейеш. Мәҫәлән, сеңләү йолаһы — атай йортонан киткән ҡыҙҙың ҡайғыһын, һағышын белдереүсе бер күренеш. Әммә уның нигеҙендә ҡыҙҙың хисен, хәлен белдереү хәжәте генә түгел, ә илау магияһы, күҙ йәшенең тылсымлы, таҙарындырыусы булыуы, ырыу тотемдарының күңелен күреү сараһы ла ята. Яңы статусҡа күскәндә үлеп-терелеү мотивы күҙәтелә. Шуға ла ҡыҙҙарҙы хатта махсус семетеп илатҡан еңгәләр. Ҡыҙ яратҡан кешеһенә барһа ла! Сөнки йола шулай ҡуша, мифик белемгә бәйле ата-баба аҡылына таянған йола фәҡәт бер кеше күңелен генә түгел, ә ил хәстәрен барлай.
Һәр ерҙә милләт үҙ ҡануны менән йәшәгәндәй, төрлө төбәктең үҙенең туй йолаһы бар. Унда ер-һыу, тормош-көнкүреш, һөйләш-тел үҙенсәлектәре генә түгел, этнопсихологик фактор, йәнә аш-һыу, кейем-һалым, йыр-бейеү һәм башҡа мәҙәниәт тә сағыла. Шуға ла туй йолаһы ырыу-ара билгеләре менән дә, хатта ауыл-ауылы менән дә айырмалы. Әммә туйҙың төп идеяһы — тормошҡа, донъя барышына, камиллығына ныҡлыҡ өҫтәү, тыуым-үрсемде ишәйтер өсөн маҡсатлы, тәғәйен тыуған яңы ғаиләне бәрәкәтле итеү һәм мөмкин тиклем уны ҡурсалау. Шуға ла, күҙ тейеүҙән һаҡлар өсөн тамға-символдар менән ҡатмарлы итеп биҙәлгән бетеү кеүек, туй йолаһы ла — ифрат ҡатмарлы, күп биҙәкле, ҡырлы, баҫҡыслы күренеш. Донъя нисек оҙайлы, ҡат-ҡат төҙөлә һәм унда ниндәй көстәр ярыша, ҡатнаша — шундай уҡ сакраль фекер сер, код аналогияһы туйҙа сағыла. Оҙаҡ, ҡат-ҡат төрлө йола, уйын, йыр менән биҙәлеп, ваҡыт — арауыҡ — урын төшөнсәләрен бәйләп бер итеп, илау, көрәшеү, ярышып сабышыу һ.б. эмоциялар менән тормош ҡанундарын, йәшәү барышын ауазландырып төҙөлгән ул туй йолаһының донъя моделе.
Уның ҡағиҙәләре, билгеләрен, эпизодтарын ни тиклем күберәк, тулыраҡ үтәйһең, йәш ғаилә тормошо ла шунса төҙөк, ныҡ була, бирешмәй. Туй үткәреү — яңы донъя төҙөлөүҙең бер микромоделе. Ә донъя ике-өс көндә төҙөлмәй. Хәҙер инде туйҙар бер генә көн бара.
Борон туйҙар яусы йөрөүенән башлап түркенгә (ҡыҙ атай йортона ваҡытлыса ҡайтып килә) тиклем барған, һәм ҡыҙҙы оҙатып алғансы йылдар үткән. Һәр йоланы — ҡот сабыу, ҡоҙа һыйлау, теләк әйтеү, һандыҡ һатыу, бирнә элеү, егет һынау, ҡыҙ һынау, һыу юлы, кейәүләү, түшелдерек һатыу һәм башҡаларын — теүәл үтәмәйенсә, туй йәмғиәттә рәсми рәүештә раҫлау алмай, ырыу намыҫы алдында ваҡиға була алмай. Әлеге заманда иһә был изге тылсым-хәҡиҡәт онотолдо. Тиҙ-тиҙ генә ойошторолған туй кеүек, ғаилә институты ла бушағая башланы.
Туйҙа бүләк — ҡот, ырыҫ, шатлыҡ уртаҡлашыу билгеһе. Байыу йәки туйҙан килем алыу — башҡорт халҡының күңеленә, донъяһына ят күренеш. Әлбиттә, ҡалым үҙе — иҡтисадисара. "Энә лә — бүләк, дөйә лә — бүләк". Тәжрибәле инәләр, аҡ һаҡаллы ағалар теләгенә ҡушып бирелгән ихлас ҡыуаныс, теләктәшлек ҡәҙерле булған. Мал бүләге иһә ҡот, бәрәкәт сығанағы булып, ҙур, матур тойғо менән ырыу ырыҫын һаҡлап, ҙурлап, әммә сама белеп бирелгән...
Хәҙерге туй иһә бүләк бирешеүҙе ярышҡа әйләндереп (иң яман нәмә) нәфсе ҡолон ҡоторта башланы.
Донъя төҙөлөүендә ризыҡ культы, уның барлығы һәм буласағы — үҙе тылсымлы фекер. Шуға ла күләмле, ҙур матур байрамдар — Кеше тормошона ҡағылһынмы, Тәбиғәт тормошонамы — туй тигән һүҙ менән билгеләнә. "Ҡарға туй", "Бесән туй", "Һабантуй", "Ҡалым туй", "Ҡалын туй"... Ҡасандыр тәбиғәтте ризалатып, байрамдар үткәреп, оло ҡаҙандарҙа (мифологияла тормоштоң, болғана-болғана донъя булыуын, барлығын моделләштереүсе изге предмет) бешерелгән мул ризыҡты туйғансы тәғәм итеү төп маҡсат-һөҙөмтә булып ойоша. Ил хөрмәтенә, бәрәкәт хаҡына бешерелгән тылсымлы ризыҡты туйғансы ашау йола булараҡ нығына.
Рубриканы филология фәндәре докторы Розалия
СОЛТАНГӘРӘЕВА алып бара.


Вернуться назад