Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың25.04.2014
Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың
Театр сәнғәте, бейеү сәнғәте, йыр сәнғәте... Сәнғәттәрҙең бик күп төрө хаҡында һүҙ сәнғәте бәйән итә, әммә уның үҙенә иғтибар, башҡа төр сәнғәт әһелдәре тарафынан тәғәйен мөнәсәбәт һирәк тәтей төҫлө миңә. Шуға күрә лә 27 апрелдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың" тигән ҙур поэтик-музыкаль тамаша ойошторола, тигән хәбәрҙе һиҫкәнеп ҡабул иттем. Белмәйем, башҡа шағирәләр ни кисергәндер, әммә минең күңел тулды. Ни өсөнмө? Аңлатып ҡарайым. Беренсенән, әлеге лә баяғы, һүҙ сәнғәтенә булған ҙурлау әсир итте. Икенсенән, тап башҡорт шағирәләренең ижадын баһалау бит был! Өсөнсөнән, театрҙарҙа башҡорт теленең кимәле хаҡында әсенеп һөйләгән мәлдәр ҙә аҙ булманы. Бөгөн килеп артистарҙың һүҙҙең юғары аһәңенә мөрәжәғәт итеүе эҙһеҙ үтмәҫ, минеңсә.
Исеменән үк күренеүенсә, сарала "шағирәләр, халҡыбыҙҙың аҫыл ҡатын-ҡыҙҙары Тамара Ғәниева, Лариса Абдуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Тамара Искәндәриә, Гөлназ Ҡотоева әҫәрҙәре һәм уларҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраясаҡ" тип яҙған театр үҙенең сайтында. Эйе, был кисәлә беҙ, шағирәләр, үҙебеҙ ҙә тамашасы сүрәтендә! Әммә сара алдынан Һүҙ байрамын ойоштороусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтең үҙенә рәхмәттәрҙе еткереп, бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем.


— Хөрмәтулла ағай, ни өсөн тап шағирәләр ижадын һайланығыҙ?
— Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ шиғриәте күберәк һөйөү, мөхәббәт, тәбиғәт, ғаилә ҡиммәттәре хаҡында тип иҫәпләргә күнеккәнбеҙ, әммә гүзәл заттар ижадын яҡындан байҡағанда уҡыусы уларҙа тормоштоң иң етди проблемаларын, йәмғиәттең иң сетерекле мәсьәләләрен күрә, халыҡ, милләт, киләсәк, ғаләм төшөнсәләре тирәләй шағирәләрҙең тәрән фәлсәфәүи уйланыуҙары бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Поэтик-музыкаль кисәнең төп маҡсаты ла — уларҙың ижадын халыҡҡа асығыраҡ ишеттереү, төрлө яҡлап асыу, тамашасыға шиғыр байрамы бүләк итеү.
— Башҡортостан райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә күрһәтеләсәкме?
— Райондарға сығарып күрһәтеү планда юҡ-юҡлығын. Тамашасы үҙ итеп ҡабул ҡылыр кисәне, тип өмөтләнәбеҙ. Әгәр үҙҙәренең төбәктәрендә ҡабатлап күрһәтеүҙе һораған тәҡдимдәр, саҡырыуҙар булһа, хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ.
— Киләсәктә бындай проекттар көтөләме?
— Былтыр ошондай уҡ шиғыр байрамы театрыбыҙҙың Бәләкәй залында үтте. Унда бик күп халыҡ йыйылды, яҙыусылар әүҙем килде. Халыҡ шиғриәтте бик йылы ҡабул итә. Артабан да ошо юҫыҡта эшләрбеҙ, тип уйлайым. Яңы проекттарыбыҙҙы көтһөн тамашасылар. Мин бит сәнғәт академияһында йәш актерҙар менән сәхнә теле дәрестәрен дә алып барам.
— Ролдән айырмалы, шиғыр уҡыу артист өсөн, һеҙҙеңсә, нимә бирә?
— Сәхнәнән шиғыр һөйләү актерға бөтөнләй икенсе талаптар ҡуя. Драма артисы партнер менән берлектә образ аса, ә бында актер яңғыҙы, туранан-тура тамашасы менән бәйләнештә була, уның алдында авторҙың һәм үҙенең фекерен еткереү бурысы тора. Был жанр артистан бөтөнләй икенсе сифаттар талап итә. Ул кемдәлер бар, ә икенсе берәүҙә тәрбиәләүҙе, үҫтереүҙе һорай. Шиғыр ҙа бит тамамланған кескәй генә драматик әҫәр, ана шул бәләкәй генә сәхифә эсендә артист йәшәп өлгөрөргә тейеш!
— Проектта кемдәр ҡатнаша?
— Унда йәмғеһе 30-ҙан ашыу артист була. Атап әйткәндә, Светлана Хәкимова, Тәнзилә Хисамова, Суфия Ҡорбанғәлиева, Илсөйәр Ғизетдинова, Сара Буранбаева, Миңзәлә Хәйруллина, Азамат Ғафаров, Сәғиҙулла Баййегет, Илдар Ғүмәров, Руслан Хайсаров, Илсур Байымов һәм башҡа йәш артистар, музыканттар.
— Шиғырҙар тәғәйен маҡсат менән һайландымы?
— Кисәлә шағирәләрҙең Башҡортостан, телебеҙ, милләтебеҙ тураһындағы шиғырҙарын артистар бар тулылығында, хистәр ҡайнарлығында еткерергә тырышыр. Шиғырҙар халҡыбыҙҙың йоҡомһораған рухын уятырлыҡ, тамашасыларҙы һиҫкәндерерлек булырға тейеш, тигән маҡсаттан сығып һайланды. Икенсенән, был шағирәләрҙең ижадтарында тап шул фекер-тойғолар ярылып ята ла инде.
Л. Абдуллина әңгәмәләште.


Вернуться назад