Яҙ һулышы менән тулы был моңдар!23.04.2014
Яҙ һулышы менән тулы был моңдар!
Был сара әле икенсе тапҡыр ғына ойошторола, шуға ҡарамаҫтан, аншлаг менән үтә. Һүҙем — Дәүләкән ҡалаһында уҙғарылған "Яҙғы моңдар" йыр-моң тамашаһы хаҡында.

Сараға райондың төрлө ауылдарынан, хатта күрше райондарҙан да йыйылдылар. Танылған йырсы Искәндәр Ғәзизов менән һәүәҫкәр композитор Гөлүзә Арыҫланова кисәне бик матур итеп алып барҙы. Улар йырлап та ебәрҙе, тамашасы менән әңгәмә лә ҡорҙо, бүләктәр ҙә өләште. Йырсылар Гөлфинә Хәмитова, Ян Лира, Ғайсар Миңлеғолов, Ғәлинур Юламанов шулай уҡ тамашасы һөйөүен яуланы, залдағылар йәштәр йырлағанда бейергә төшөп тә китте. Айҙар менән Алмас Юнысовтар ҙа, гармунда уйнап, халыҡты дәртләндерҙе.
Сығышы менән Дәүләкән районынан булған һәүәҫкәр композитор Ильяс Аллаяровты дәррәү алҡышланылар: халыҡ йырҙарын башҡарған йырсыны кем яратмаһын инде! Тамашасы Ильясты сәскәләргә күмде.
Фаягөл Хәбирова, Гөлзирә Ҡарағолова, Гүзәл Мурзина, Роза Закирова, Әхмәт Мөхәмәтйәнов, Илһөйәр Мусина, Фәнил Хәйретдинов, шағирә Олеся Әхмәтрәхимованың сығышын тамашасы ҡыҙыҡһынып ҡараны, нимә генә тимә, йәштәргә өмөт менән бағабыҙ бит! Ауырғазы районынан килгән ҡыҙ – Мәскәүҙә "Тауыш. Балалар" тапшырыуында ҡатнашҡан Рушана Вәлиева үҙенсәлекле моңо менән арбаны. Уңыштар теләйек йәш талантҡа!
Сараны ойошторған Илһам Муллагилдин был кисәлә тамашасыларға йырҙарын бүләк итте, ретро моңдар тулҡынында бәүелтте. Ошондай ҙур сараны ниәтләп, күңелендә йөрөтөп тормошҡа ашырғаны өсөн уға яҡташтары "афарин!" ти. Ҡыҙы Айгөл Муллагилдинаны күптәр "Тамыр" телеканалы конкурстарында ҡатнашып, еңеүсе булараҡ та белә. Был юлы ул тамашасыларға өр-яңы клибын тәҡдим итте, бик матур йырҙар башҡарҙы. Тамашасы йылы ҡабул итте Муллагилдиндарҙың сығышын. "Район етәкселеге идеяны күтәреп алмаһа, сараны, бәлки, ойоштороуы ауыр ҙа булыр ине, ҡеүәтләп торғандары өсөн рәхмәт!" – ти Илһам. Ул фестивалдә ҡатнашыусыларға бүләктәр, "Йылмайыу" теш дауалау клиникаһына сертификаттар тапшырҙы.
Дәүләкән районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәфис Әхмәтрәхимов та был көндә сәхнәнән төшмәне: ҡурайҙа уйнаны, "Байыҡ" конкурсында көс һынаған, "Сөгөлдөрсө" бейеүен башҡарған ҡыҙҙарҙың сығышын көй менән оҙатты, сарала ҡатнашҡандарға дипломдар тапшырҙы.
Билдәле композитор Риф Арыҫлан былтыр “Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булғайны. Был фестивалдә ҡатнашыуынан файҙаланып, яҡташтары уны ҙурлап бүләк тапшырҙы, киләсәктә лә бергә-бергә ижад үрҙәренә артылырға яҙһын, тип теләне.
Шағирә, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллинаның сығышы ла көслө алҡыштарға күмелде. Әлбиттә, тамашасылар әҫәрҙәрен күберәк уҡыр тип көткәйне, етеңкерәмәй ҡалды шиғри аһәң! Халыҡ шиғыр байрамдарын да ярата ул!
“Ант” төркөмөнөң сығышын халыҡ көтөп алды. Улар киске сәғәт 7-лә башланған кисәнең һуңында, 12-се яртыла сыҡты сәхнәгә. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, бер генә тамашасы ла өйөнә ҡайтып китергә ашыҡманы. Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары Алмас Ғафаров менән Рәмил Ихсанов барыһын да бейетте, ҡушылып йырларға саҡырҙы. Әйткәндәй, төркөмдөң музыканты Рәмил – шулай уҡ Дәүләкән районы егете. Ысынлап та, был егеттәрҙең сығышы һоҡланғыс булды.
Төбәктең билдәле кешеләре менән йәш таланттарын осраштырып, йәштәргә артабан үрләргә юл асыуҙы, яҡташлыҡ тойғоларын нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған сара бик йылы хәтирәләр менән тарихҡа күсте. Ҡасан "Яҙғы моңдар-2015" етә инде тип таралышты халыҡ.


Вернуться назад