Филармонияла — яңы етәксе22.04.2014
Филармонияла — яңы етәксе
Башҡортостандың мәҙәниәт министры фарманына ярашлы, Сафин Фәүзи Хәсән улы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры итеп тәғәйенләнде.

Фәүзи Сафин 1969 йылда Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған.
1990—1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында хор артисы, Башҡорт дәүләт филармонияһында капелла артисы була. 1995—2006 йылдарҙа — Мәләүез районы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, ҡала һәм район хакимиәтендә йәштәр менән эшләү бүлеге мөдире, мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре комитеты етәксеһе, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында мөхәррир.
2006 йылдан әлегә тиклем Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәтендә мәҙәниәт комитеты рәйесе, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте бүлегендә баш белгес булды.


Вернуться назад