"Замана" халыҡ фольклор-эстрада коллективы районда 20 йыл элек ойошторолғайны. Ул халыҡ йырҙарына, бейеүҙәренә, ғөрөф-ғәҙәтенә мөкиббән төрлө йәштәге һөнәр эйәләрен берләштерҙе. Дәртле, һәләтле егет һәм ҡыҙҙарға оҫта ойоштороусы Фәнилә Шәрифулла ҡыҙы Ғәлимова етәкселек итә. Тап уның теләге менән "Замана" коллективы барлыҡҡа килде лә инде.
Районда ойошторолған бер генә сара ла ошо үҙенсәлекле сәхнә оҫталарының ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Ниндәй генә урында сығыш яһамаһын, коллектив ағзалары һәр ваҡыт тамашасыларҙы һәләттәре менән һоҡландыра. Башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен яҡшы белеүе, юғары профессионаллеге менән "Замана" ысын мәғәнәһендә музыкаль театрҙы хәтерләтә. Репертуарында күптәр яратып өлгөргән Дим буйы башҡорттарының "Мең ырыуы йыйыны", "Йәштәр тауы", "Туй йолаһы", "Аулаҡ", "Ураҡта", "Киске уйын", "Йәйләүҙә" һәм башҡа уйындар бар.
Ансамбль шулай уҡ республика фестивалдәрендә һәм үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙарында ла уңышлы сығыш яһай. "Башҡортостан – Урал ынйыһы", "Ата-бабалар ере", "Тылсымлы моңдар", "Ашҡаҙар таңдары" кеүек төбәк-ара, республика фестивалдәре лауреаты ла ул. "Замана" ун йыл инде халыҡ коллективы исемен лайыҡлы йөрөтә.
Тарих өсөн егерме йыл күпме ни ул? Әлбиттә, аҙ ваҡыт та түгел. "Замана"нан оло сәхнәгә сыҡҡан Урал Рәшитов, Фәрүәз Килдеғолов, Хәлимә Ғәббәсоваларҙы бында ғорурлыҡ менән иҫкә алалар. Уларҙан башҡа бөгөнгө ансамбль сағыу ҙа, үҙенсәлекле лә була алмаҫ ине.
Әле фольклор-эстрада коллективы яңы ижади эҙләнеүҙәр юлында. Талантлы ҡыҙ һәм егеттәр, халыҡ ынйыларын өйрәнеп, яңы сәнғәт асыштары яһау теләге менән яна.