Ҡәләм остарынан осҡон сәсеп...19.04.2014
Ҡәләм остарынан осҡон сәсеп...
Бер нисә йыл рәттән Сибай яҙыусылар ойошмаһы һәм ҡаланың мәғариф идаралығы ҡала мәктәптәре араһында ижад бәйгеһе үткәрә. Ун һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған күркәм сара ун өсөнсө йыл инде талантлы яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова призына уҙа.

Ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Моталлапова әйтеүенсә, бәйге шарттары буйынса тәүге тур мәктәптәрҙә үткәрелә. Проза һәм поэзия буйынса иң көслөләр һайлап алына. Артабан был еңеүселәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ярҙамында әҫәрҙәрен бергә туплап, китап итеп әҙерләй. Китапсыҡтарҙы абруйлы яҙыусылар – жюри ағзалары йөкмәткеһе, әҙәби кимәле күҙлегенән сығып баһалай. Теманың сикләнмәүе йәштәргә төрлө жанрҙа, төрлө тематикала ижад итергә мөмкинлек бирә. Әлбиттә, конкурста ҡатнашҡан һәр бала шағир йәки яҙыусы ла булып китмәҫ. Әммә бер-икәүһенең булһа ла киләсәктә үҙ урынын табыуы маҡсаттың тормошҡа ашыуын дәлилләр ине. Ҡасандыр ошондай бәйгелә призлы урынды яулаған еңеүселәр бөгөн республиканың төрлө ваҡытлы матбуғат баҫмаларында эшләй икән, тимәк, һөҙөмтәләр юҡ түгел. Дүртенсе йыл рәттән ижад байрамы яҙыусы үҙе уҡыған Сибай гимназия-интернатында уҙа. Был юлы ла йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙе гимназия коллективы яҡты йөҙ менән ҡаршыланы. Кисәне Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова етәкселегендә практика үтеүсе Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары юғары кимәлдә ойошторҙо.
Конкурстың еңеүселәре тип Нәркәс Ҡолдобаева менән Раушания Дәүләтҡоловалар билдәләнде. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бүләктәр тапшырылды.


Вернуться назад