Әҙәмиәт йәне – әҙәбиәт19.04.2014
Әҙәмиәт йәне – әҙәбиәт
Бер түгел ике Президенттың йылды Мәҙәниәт йылы тип нарыҡлауы ошо өлкәләге мәсьәләләрҙе хәл итергә ваҡыт икәнен аңлау һөҙөмтәһе, тип уйлайым. Күңелдәребеҙ йырламай хәҙерге заманда, матди байлыҡҡа ынтылыш рухи байлыҡҡа ынтылышты еңеп бара, йырлап-бейеп кенә йәшәргә һәм эшләргә тейеш мәҙәниәт хеҙмәткәренең хәстәрҙәре күбәйә.

Беренсе һәм иң әрнеүле проблема – хәҙер ижад кешеһе, мәҙәниәт хеҙмәткәре булыу мәртәбәле лә, килемле лә түгел. Шуның өсөн йәштәр был өлкәгә – әҙәбиәткә, китапханаларға – тамсылап ҡына килә. Улары ла бөтә ғүмерен был һөнәргә бағышларға уйламай. Алмаштырып булмай торған кешеләр юҡ, тиҙәр. Бар ундай кешеләр, бигерәк тә сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә. Сөнки был өлкәлә аҡса ҡомары менән ағыуланмаған үҙ эшенең фанаты, талантлы шәхестәр эшләргә тейеш. Беҙ уларҙы ҡурсалап, ылыҡтырып тормаһаҡ, ситкә китәләр, һәм урындарына уртаҡулдар килә. Шунан китә инде уртаса ғына саралар, һәүетемсә генә эштәр, уңышһыҙлыҡтар...
Икенсе проблема – кешеләрҙең китапханаларға “һеҙ ҙә бармы ни донъяла?” тигәнерәк мөнәсәбәте. Ҡайһы саҡта: “Халыҡ китапханаға йөрөймө ул?” — тип тә һорап ҡуялар. Йөрөйҙәр — балалар, өлкәндәр, студенттар... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, битарафтар күбәйә бара. Шуның һөҙөмтәһе – балаларыбыҙ матур итеп һөйләшә белмәй, фекерен әйтә алмай, уҡыған әҫәрҙәрҙән ләззәт алыу бәхетенән мәхрүм. Китапханаларға йөрөһөндәр өсөн заман менән бергә атларға тейешбеҙ: заманса китаптарҙы заманса технологиялар аша ла тәҡдим итергә тейешбеҙ. Әммә әлегә паровоз алдынан түгел, уның артынан йүгерәбеҙ. Миҫал итеп әҙәбиәттең мөһим өлөшө булған нәшриәтте генә алам. Китаптар нәшер иткән өлкәләге уңыштарыбыҙ тураһында беләм, күрәм, эш алып барам. Әммә иң мөһим тармаҡ булған балалар әҙәбиәтенә иғтибар артмай. Һүҙ юҡ – балалар китаптарҙы сыға, әммә ҡалын-ҡалын, әйтерһең, уға әҙиптең бөтә ижадын бер юлы һыйҙырырға тырышылған. Ҡасан кескәйҙәр өсөн сифатлы, күҙ яуын алып торорлоҡ, уйынсыҡтар формаһында эшләнгән бәләкәй форматтағы башҡортса китаптар сығара башларбыҙ икән?! Сыҡҡандарын һанарға бер ҡулдың бармаҡтары етә. Был турала китапханасылар кәңәшмәләрендә һәр саҡ әйтелә килә. Баҙар ҡалыптарына яраҡлаша башларға ваҡыт бит инде.
Өсөнсө проблеманың – китапханаларға халыҡтың аҙ йөрөй башлауының – һәйбәт яғы ла килеп сыҡты. Улар аралашыу үҙәктәре функцияларын да үҙҙәренә алды. Китапханаларҙа төрлө ҡатламдар өсөн берләшмәләр, клубтар үҙ эштәрен әүҙемләштерҙе. Мәҫәлән, үҙәк китапханала өсөнсө йыл рәттән “Халыҡ университеты” эшләп килә. Бында хаҡлы ялдағылар өсөн осрашыуҙар, әңгәмәләр, кисәләр, экскурсиялар һәм башҡа күп төрлө саралар ойошторола. Шуныһы шатлыҡлы: “Халыҡ университеттары” ауылдарҙа ла эшләй башланы. Бынан тыш, “Мөхәмәт тауға бармаһа, тау үҙе Мөхәмәткә килер” тигән һымаҡ, китапханасылар китаптары, гәзиттәре менән өй беренсә йөрөй башланы. Һөҙөмтәлә ҡарттарыбыҙ ҙа, инвалидтарыбыҙ ҙа, ваҡыт тапмағандарыбыҙ ҙа хеҙмәтләндерелә. Дүртенсе проблема – ауылдарҙа халыҡ менән эшләгән кешеләрҙең ҡырҡа кәмеүе – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә эш тә, яуаплылыҡ та өҫтәне. Кешеләргә күңел байлығы өләшеү, һеңдереү – зыялылар, битараф булмағандар, талантлылар эше. Ошо эшкә Ейәнсураның мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ең һыҙғанып тотондо. Матур саралар ойошторола, конкурстарҙа тәүге еңеүҙәр яулана, яңылыҡтар эҙләнә. Иң мөһиме – былар халыҡ күңеленә лә ауаздаш булһын!
Нәзирә КӘРИМОВА,
китапханалар селтәре директоры.


Вернуться назад