Бәрәкәтле Борай ерендә “Башҡортостан” гәзите вәкилдәрен яҡты йөҙ, асыҡ күңел менән ҡаршы алдылар. Бында беҙҙең баҫманы уҡыйҙар, оҙаҡ йылдар дауамында даими яҙылыусылар ҙа бар – район хакимиәте башлығы Борис Нурисламов шуны билдәләне.
Һөйләшеү барышында Борис Шәрифғәли улы түбәндәге фекерҙе еткерҙе: ошо йылдың икенсе яртыһында мабуғат баҫмаларына яҙылыу күрһәткестәре буйынса, Борай районында беҙҙең гәзитте 106 дана алдыралар, шул уҡ ваҡытта милләтебеҙ бишеге тип иҫәпләнгән ҡайһы бер бүтән төбәктәрҙә “Башҡортостан” ды алдырыусылар һаны бер нисә тиҫтәнән артмай. Ғәжәп хәл, эйеме? Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булған, республиканың башҡорт телендә сыҡҡан төп гәзитенә ихтыяж юҡмы, әллә әүҙемлек түбәнме, битарафлыҡ көслөмө? Һуңғы һүҙҙәр ысынбарлыҡҡа тап киләлер, тигән фекерҙәмен.
Борай районы хакимиәтенең мәғариф бүлегендә төбәктең башҡорт теле уҡытыусылары менән осрашыу ойошторҙоҡ. Әңгәмә йәнле барҙы. Беренсенән, “Башҡортостан”ды даими алдырыусылар барлығын белеп ҡыуанһаҡ, икенсенән, быға тиклем яҙҙырмағандар ҙа яҙылырға вәғәҙә бирҙе.
Сәриә Йыһангирова – Борай ауылынан, “Башҡортостан”дың күптәнге уҡыусыларының береһе. Ул зыялы, белемле ғаиләлә тәрбиәләнеүе, өләсәһенең 105 йәшкә тиклем ғүмер кисереүе, һәр ваҡыт матбуғат баҫмаларына иғтибарлы булыуы, әле иһә оло йәштәге әсәһе лә гәзитебеҙҙе башынан аҙағынаса ентекләп уҡыуы хаҡында бәйән итте, “Шәжәрә” рубрикаһына төплө материал әҙерләп ебәрергә вәғәҙә бирҙе.
Ҡайынлыҡ мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Нәсимә Сәйетғәлиева ла – баҫмабыҙҙың күптәнге дуҫтарының береһе. Ул гәзит биттәрендә хеҙмәт кешеләре, уҡытыусылар хаҡында, әхлаҡ һәм рухиәт тураһында ҡыҙыҡлы материалдар күберәк донъя күрһә ине, тигән теләген еткерҙе, Ҡайынлыҡҡа ҡунаҡҡа саҡырҙы. “Ауылыбыҙға сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт әһелдәре бик һирәк килә, журналистар ҙа беҙҙе урап үтә. Ә төбәктә гәзиткә яҙырлыҡ ҡыҙыҡлы яҙмышлы кешеләр бихисап! Рәхим итегеҙ!” – тине ул.
Тыумышы менән Шишмә районынан булған, Борайға килен булып төшкән Миңлегөл Закирова был төбәктә өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмер кисерә, Кәшкәләү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә был уҡыу йортона мәшһүр уҡытыусы, профессор Мөсәллиә Хәйруллинаның исеме бирелде. Миңлегөл ханым әйтеүенсә, ғаиләләре “Башҡортостан”дан айырылғаны юҡ, йыл һайын яҙҙыралар. “Эшемдә гәзиттә донъя күргән тарихи матералдарҙы, билдәле шәхестәр хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе ҡулланам. Мәжит Ғафуриҙың, Жәлил Кейекбаевтың тормош юлы, ижады тураһындағы мәҡәләләрҙе яратып уҡыным, ҡайһы бер яҙмаларҙы йыйып барам, кәрәге тейә”, – ти уҡытыусы.
Йәүһәриә Шәрифғәлиева Борайҙың 1-се мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. “Башҡортостан” гәзите вәкилдәре менән осрашыуға матбуғат баҫмалары яҙмышына битараф булмағанға килгән. Кеше күңеле рухи аҙыҡһыҙ тора алмай, тип иҫәпләгән педагог Башҡортостанда һәм Татарстанда донъя күргән гәзит-журналдарҙы яҙҙырып уҡып бара, шул иҫәптән, киләһе йылдан Йәүһәриә ханымдың йортона “Башҡортостан” да киләсәк.
Шуныһы ҡыуаныслы: борайҙар туғыҙ тиҫтә йылдан ашыу милләтебеҙҙең йөҙө, ҡәүемебеҙҙең намыҫы, халҡыбыҙҙың тауышы булып ҡалыусы “Башҡортостан” гәзитенең яҙмышына битараф түгел, баҫмалағы заман һулышына, ваҡыт талабына ярашлы үҙгәрештәрҙе, яңылыҡтарҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Гәзит абруйы, баҫма даны йылдар менән генә түгел, ә башҡарылған эштәре, изге һөҙөмтәләре аша баһалана бит ул. Был йәһәттән һис тә арттырыу булмаҫ – “Башҡортостан” һәр саҡ халыҡ мәнфәғәтендә йәшәй, илем, халҡым яҙмышы тип яна, заман зауығына тап килгән, йәмәғәтселекте борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй. Борайҙа әүҙем уҡыусыларыбыҙҙың булыуы ошоно тағы бер ҡат иҫбатланы.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА