Баймаҡ лицей-интернатында рухиәтте үҙ иткән, уны үҫтереүгә күп көс һалған педагогтар, мәҙәни сараларҙа призлы урындар алып ҡыуанған уҡыусылар бихисап.
Мәҫәлән, йыр уҡытыусыһы, халыҡ музыка ҡоралдарында оҫта уйнаусы, аранжировкалаусы Ғәлинур Ҡарасуринды ғына алайыҡ. Ниндәй генә сара уҙмаһын, ул һәр саҡ үҙенең ижади оҫталығын күрһәтә. Шуға күрә лә лицей-интернатта һәр тамаша юғары кимәлдә үтә. Ғәлинур Йыһанур улы – тиҫтәләгән йыр авторы ла. Уның "Урал егетенә", "Баймағым – алтын төйәгем", "Лицейым – белем усағы" кеүек йырҙарын уҡыусылар яратып башҡара. Ул етәкселек иткән 70 кешелек малайҙар хорының, ансамбленең, яңғыҙ йырлаусыларҙың үҙ тамашасылары бар. Уҡыусыларҙан торған концерт бригадаһының йыл әйләнәһенә ауылдарҙа сығыш яһауы күркәм йолаға әйләнгән. Тирә-яҡ төбәктәрҙән тыш, яңыраҡ Йылайыр районының Ҡашҡар ауылына барып, урындағы халыҡты ҡыуандырып ҡайттылар. Шуныһы һөйөнөслө: ата-әсәләр һуңғы йылдарҙа әүҙемлек күрһәтеп, балаларҙың ижадын үҫтереүгә ярҙам итеп тора.
Лицей-интернатта, ғөмүмән, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә ҙур көс һалған педагогтар эшләй: өлкән вожатый Р. Моратова, тәрбиәселәр И. Бағышаев, А. Әсәнова, Ф. Байғотлина, Ә. Дәүләтшина, Ә. Буранбаева, З. Фәйзуллина...
Мәктәп етәкселеге ижади коллективтарҙы заманса ҡорамалдар, сәхнә кейемдәре менән тәьмин иткән. Бейеү ансамбленең өс төркөмөнә, ҡурайсылар ансамбленә оҫта ойоштороусылар беркетелгән. Балаларҙың ижадын үҫтереү өсөн тиҫтәнән ашыу түңәрәк эшләй, өҫтәмә белем биреү учреждениелары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Әле 70 мең һумға бейеү костюмдарын тегеү өсөн үҙебеҙҙең Баймаҡ һөнәрселек үҙәгенә заказ бирелгән. Уңайлы шарттар тыуҙырылған, эшләйһе лә эшләйһе...
Гөлкәй ЯҠУПОВА,
хеҙмәт ветераны.