"Яҙ бүләге"нең тәме16.04.2014
"Яҙ бүләге"нең тәме
Башҡорт әҙәбиәтенә өр-яңы саф тулҡын булып йәштәр килә. Уларҙың ижады стиль, моң, һүрәтләү саралары, образлылыҡ, сюжет элементтарының үҫтерелеше, прозала кәрәкле характерҙарҙың рухи булмышын оҫта, иренмәй тасуирлау менән үҙ уҡыусыһын ылыҡтыра. Әҙәбиәткә килгән йәштәрҙең үҙенсәлекле тауышы булыуы ҡыуаныслы.

Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға ғына түгел, ә ике шиғырҙар йыйынтығы менән тамамлаған өмөтлө шағирә Зарина Бағышаеваның башҡорт шиғриәте көмбәҙендә сағыу бер йондоҙ булып балҡырына ышанысым ҙур. Ҡыҫҡаса ғына булһа ла уның тормош, йәшәйеш ыҙандары менән таныштырмаҡсымын.
Ул 1990 йылда Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуған. Урта белемде шунда ала. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын былтыр тамамланы. Юғары уҡыу йортонда белем алған осорҙа уҡ Президент стипендияһы, Мостай Кәрим, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияларға лайыҡ була. Уйлап ҡарағыҙ: студент саҡта уҡ бындай уңыштар кемгә насип булғаны бар? Күрәһең, заманалар уҙған һайын йәштәрҙең дә, намыҫын ҡанат итеп, тапалған юлдан барғылары килмәй.
Үҙ ижад һуҡмағын үҙе һала Зарина. Ана шул һуҡмаҡтың башы ҡайҙа икән? Миңә ҡалһа, алсаҡ өй йылыһы, мәктәп сәхрәһе, тыуған ауылы тәбиғәте һалғандыр. Һабырҙың һәйбәт күңелле кешеләре, мәктәп уҡытыусылары, бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Заринаның талантын күргәндер һәм шул рухи булмышты үҫтерергә тырышҡандыр. Баланың интеллектуаль һәләте мәктәптә формалаша.
"Ижад — ул яҡты йондоҙ", — Зарина шулай ти. Шиғыр кем өсөн яҙыла? Шағирә үҙ күңелендәге рухиәт тойғоларын башҡаларҙың күңелендә тамырландырырға тырыша. Шағир үҙ китабы менән шағир түгелдер, ә, бәлки, шул китапты уҡыусыларҙың һаны менәндер, минеңсә.
Зарина Бағышаеваның "Яҙ бүләге" донъяның һәр миҙгелен образлы телмәр аша тасуир итә. Күрә белгән кешегә һәр көн үҙенсә матур. Ана шул донъя йәме, миҙгелдәрҙең үҙ еҫе менән балландырылған шифа һауаһы, төҫтәр гөлләмәһе менән һәр ағасы, болон сәскәләре, ҡоштар симфонияһы, баш өҫтөндәге тулған ай ҙа шағирәнең күңел ҡылдарына "илһам" тигән бөйөк төшөнсәне, рухи булмышты өҫтәмәй ҡалмайҙыр. Шуға ла ул үҙенең бер шиғырында ошолай тип яҙҙы:
Көҙ һағышы, ҡыш нағышы менән
Яҙ һулышын бергә йыямын.
Уларҙы мин һеҙҙең өсөн генә
Бер моң итеп һәр саҡ ҡоямын.

Донъя картинаһының тәбиғи матурлығынан тыш, үҙенсә йәм, моң, төҫтәр йәйғорон табырға тырыша Зарина. Ошо урында уның бер шиғырына иғтибар итәйек. Ул һүрәтләү сараларына, образлы телмәргә бай. Әҫәрҙе автор "Ысыҡ" тип атаған.
Үләндәргә иртәнге сәй —
Саф ысыҡтың тамсыһы.
"Хәйерле сәғәт!" — ти томан —
Ысыҡтың ярҙамсыһы.
Сәскә тажы, йәшел һабаҡ
Гәлсәрҙәргә төрөнгән.
Таңғы сәйәхәткә ысыҡ
Инде күптән өйрәнгән.
Йәм-йәшел ҡыяҡтарҙан
Тәгәрәүе күңелле.
"Һаумы, донъя!" — ти ысыҡ,
Ҡанатланғас күңеле.

Зарина Бағышаеваның "Яҙ бүләге" тигән китабында йылдың һәр миҙгеле йәнле. Мәҫәлән, "япраҡтарҙы бейетәм тип, ел дә һыбыҙғы тарта", "ә ямғырҡай... көҙҙөң күлдәген йыуа", "ҡояштың алтын нурҙары һуҙыла һуҡмаҡ булып", "көҙ-ҙөң тыны солғап алды йылға-күлдең буйҙарын", "йәй ҡалды бары хәтерҙә, йөрәктәр осҡононда" һәм башҡалар йәнләндереүгә миҫал булып тора. Бына ул көҙҙө нисек һүрәтләй:
Һары келәм бер мәл генә
Йәме булыр донъяның.
Ел осорған япраҡтарҙан
Көҙҙөң тынын тоямын.
Көҙ — ул күктә осар ҡоштар,
Ерҙә — үрмәксе ауы.
Алыштыра ямғыр шауын
Әбейҙәрҙең сыуағы.

Ямғыр шауын әбейҙәр сыуағы алмаштыра ала. Ә бына баҙарлы-маҙарлы тормошобоҙҙоң сәстәрең үрә торорлоҡ картиналарын Зарина Бағышаева шиғырҙары ғына алмаштыра алырмы? Был һорау бер йәш шағирәгә генә бирелмәй, барлыҡ башҡорт шиғриәте әһелдәренә төбәлә.
Заринаның шиғырҙары моңло, наҙлы, күңелгә яғылып ҡала. Борон башҡорт халҡы эпиграфтар менән генә һөйләшкән. Заринаның шиғри телмәрендә ана шул һыҙат та тоҫмалланып ҡала.
Зарина Бағышаеваның шиғырҙары рухиәт асылына илтә. Йыл миҙгелдәренең беҙ иғтибар ҙа итмәгән матурлығын, күңелдәрҙе иләҫ-миләҫ итерлек сағыу биҙәктәрен күреп һоҡлана, талпына, шатлана, ғорурлана, йәшлек зауҡы менән ул биҙәктәргә күңел йылыһын да өҫтәй. Шул илаһи гүзәллек ярһыуына бирелеп хыял ҡанаттарында тирбәлеп асманға осорға яҫҡына. Мәҫәлән:
"Шаян елдәр, ҡабаланып иҫеп,
Ер сигенә тиклем китәләр.
Хыялдарым оса улар менән,
Хатта күккә барып етәләр".

"Йыһан киңлеген буйлайым,
Илһамдың тажын кейеп.
Тик осмам, осмам түбәнгә,
Бар илһам ҡанаттарым,
Үргә үрләйем, юлдағы
Тау-таштарҙы аҡтарып".

"Мин һинһеҙ айһыҙ төнмөн,
Бары һағышлы өнмөн.
Сәскәһеҙ яҙ кеүекмен,
Ә һин шундай бейекһең...
Эх, буйым етмәй һиңә,
Ҡулды күпме һуҙһам да,
Йондоҙ булып атылып,
Яндарыңдан уҙһам да".

Әйҙә, ос, Зарина, һауаларға, күктәргә, асманға, Һомай ҡош янына. Ерҙә – упҡындар, урғылъяндар, таш-ҡаялар, кисеп кенә сыға алмаҫлыҡ тәрән ятыулы кисеүҙәр, йырып ҡына үтеп булмай торған шырлыҡтар, шыр урмандар. Халыҡта шундай йола бар: сабый төшөндә осоп йөрөһә, үҫергә тип юрайҙар. Һинең дә йондоҙҙарға, асманға осоуыңды, сәсән-шағир булып үҫеп етеүеңде өмөт итәм.
Баҙарлы-маҙарлы, ярлылы-байлы, хәйерселе-миллиардлы тормош, марионетка сәйәсмәндәр барлыҡҡа килеүе, илдә белем биреүҙең аҫҡа тәгәрәүе, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡтың тамыр йәйеүе ҡайһы бер шағир-шоғраларҙы, яҙыусы ишаратын ижадтан, ялҡынлы ижадтан ситләштерҙе. Зарина һылыу, һин һауаларҙа осҡаныңда ғәзиз ереңде, халҡыңды, илеңде, туған телеңде лә байҡаштыр. Йыраҡтан яҡшы күренә ул. Заманында халҡыбыҙ, Башҡортостан азатлығы өсөн яу сапҡан ҡаһармандарыбыҙҙың телен киҫтеләр, әммә шиғри, сәсән телмәрҙе киҫергә ҡан көҫәүсе дошмандарыбыҙҙың ҡулынан килмәне. Ергә төш һин, Зарина. Күктәге донъя, йыл миҙгелдәре Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәтендә. Ерҙә бит шундай ҡатмарлы яҙмыштар бар. Ана шулар араһында ҡайна.
Бары тик бәхеттән генә торамы икән шиғыр яҙыу минуты? Бәлки, заманында "Широка страна моя родная" тип йырлап йәшәгән осорҙа шиғыр яҙыу бәхет тә булғандыр. Әммә бөгөнгө тормошта шиғырҙар күңел әрнеүе, әсе күҙ йәштәре аша яҙылмаймы икән? Ана шул хаҡта уйлан. Нимә тураһында яҙырға теләйһең? Шул теләгеңә үҙеңде ышандыр, хис-тойғоңдо шуға йүнәлдер.
Аҡ юл һиңә, Зарина! Рәхмәт уҡы Һабыр мәктәбенә, башҡорт теле уҡытыусыңа. Һине улар үҫтергән.
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
БДУ профессоры.


Вернуться назад