Ошо көндәрҙә Мәләүез ҡала мәҙәниәт һарайында Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаровтың концерты булды.
Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә күренекле артист йыш сығыш яһай. Тамашасыларҙың уның ижадын яратып, үҙ итеп көслө алҡыштарға күмеүе һис тынмаҫ кеүек. Бөтәһенә лә яҡшы таныш шәхестең талантына һоҡланыуыбыҙҙы йәшермәйбеҙ, күңелдәргә шатлыҡ өләшкәне өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе еткерергә тырышабыҙ.
Фидан Ғафаровтың ижады менән ҡасан танышҡанымды ла аныҡ ҡына хәтерләмәйем. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендәге "Ғәлиә", "Утлы өйөрмә", "Ғәлиәбаныу", "Зәңгәр шәл" спектаклдәрендә ул башҡарған Заһир, Ильяс, Хәлил, Булат һәм башҡа ролдәр күңелдәрҙә тәрән эҙ ҡалдырҙы.
Һәр артистың ижадына йомғаҡ яһар мәле етә. Үткәндәргә күберәк ҡараш ташлай ул, тамашасылар менән осрашыуҙарҙан оло бәхет тойғоһо кисерә. Беҙ, тамашасылар, Эльвира Ғүмәрова, Әлфиә Сабитова, Фәрҙиә Зөлҡәрнәева, Әлфирә Әбйәлилова, Тәнзилә Ләләбаева һәм башҡалар Фидан Ғафаровҡа һоҡланғыс ижады өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ. Халыҡ артистары менән ошондай мәҙәни осрашыуҙар күберәк булһын ине.