Беҙҙең ғаилә ағзаһы18.01.2012
Беҙҙең ғаилә ағзаһыГәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Булат Ғайса улы – республикабыҙҙа киң билдәле, дөйөм педагогик стажы 400 йылдан ашыу булған Аҡмановтар династияһы вәкиле.
– Ғаиләбеҙгә “Башҡортостан” 1920 йылдан бирле килә. Тәүҙә уҡытыусы булып эшләгән атайым, шунан, ул яу ҡырында һәләк булғас, Миңзифа апайым алдырҙы. 1948 йылдан ошо көнгәсә үҙем дә яратҡан баҫмама яҙылмай ҡалғаным юҡ, – ти ул.
Булат Ғайса улы Ейәнсура районының Байыш урта мәктәбендә 40 йыл буйы балаларға математика фәненән белем бирә, шуның 25 йылын директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары булып эшләй.
Атаһы Ғайса Ғәлиәхмәт улы гәзитте ауылда пропагандалаусы ла булған, үҙе лә яҙышҡан. Был матур ғәҙәт улына ла күскән – Булат ағай байтаҡ йылдарҙан бирле беҙҙең гәзит менән хеҙмәттәшлек итә.
Арҙаҡлы ил улдары һәм ҡыҙҙары, ауыл уңғандары, һуғыш, тыл ветерандары, тәбиғәт һәм тирә-яҡ мөхит, халҡыбыҙҙың йәшәйеше, тарихы һәм теле – бына ошолар тураһында яҙа ул, уйлана, борсола... Төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, бер нисә тапҡыр еңеп тә сыҡты.
Булат Ғайса улы райондың йәмәғәт тормошонда ихлас ҡатнаша, “Йәнтөйәк” зыялылар клубының иң әүҙем ағзаһы булараҡ, йәш быуында тыуған төйәгебеҙгә һөйөү тәрбиәләү өсөн бай тәжрибәһен, белемен йәлләмәй.
И. ХАҠОВ.
Ейәнсура районы.


Вернуться назад