Башҡортостан яҙыусыларының йәмғиәтебеҙ үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Хәреф таный башлағандан алып барыбыҙ ҙа уларҙың әҫәрҙәрен уҡыйбыҙ, тормошҡа ҡарашыбыҙ шунан формалаша. Әҙиптәрҙе юҡҡа ғына "күңел инженеры" тип атамайҙар. Нимә генә тиһәк тә, халыҡ яҙыусының һүҙен көтөп ала, фекерҙәренә ҡолаҡ һала. Ғөмүмән, элек-электән халҡыбыҙ ижад кешеләренә оло ихтирам менән ҡараған.
Шуға күрә Башҡортостан яҙыусыларының 11 апрелдә үткән дөйөм йыйылышы ла күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр, моғайын.
Сара иң өлкән яҙыусыларыбыҙҙың береһе Азат Мағазовтың фатихаһы менән асылды. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының элекке рәйесе Риф Тойғоновты бер минутҡа тын ҡалып хөрмәт менән иҫкә алғандан һуң, Союздың ижади секциялары етәкселәре сығыш яһаны. Атап әйткәндә, Наил Ғәйетбаев (драматургия секцияһы рәйесе), Марсель Сәлимов (сатира һәм юмор), Тамара Искәндәриә (шиғриәт), Сабир Шәрипов (проза һәм публицистика), Факиһа Туғыҙбаева (балалар әҙәбиәте), Фәниә Ғәбиҙуллина (татар әҙәбиәте), Юрий Горюхин (урыҫ әҙәбиәте) үҙҙәренең эше тураһында һөйләне.
Йыйылыштың иң ҡыҙыу өлөшө Яҙыусылар союзы идараһы рәйесен һайлау булды. Был вазифаға күренекле драматург Наил Ғәйетбаев, "Һәнәк" журналының баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев һәм "Бельские просторы" журналының проза бүлеге мөдире Игорь Фролов дәғүә итә ине.
Йәшерен тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Наил Ғәйетбаев Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе итеп һайланды. Һайлауҙа ҡатнашҡан 155 яҙыусының 109-ы уның өсөн тауыш бирҙе.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: Наил Ғәйетбаев – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Оҙаҡ йылдар "Тамаша" журналының баш мөхәррире булды. Республикабыҙҙың, сит өлкәләрҙең театрҙары сәхнәһендә уның пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙе ҡарамаған кеше һирәктер.
Яңы етәксегә яуаплы эшендә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ. Әҙәбиәтселәрҙең капитаны Союз "карабын" дөрөҫ йүнәлештә алып барыр, тип ышанабыҙ.