Күңел тулҡындары бергә ҡаға...15.04.2014
Әҙәби бағышлауҙар, ижади осрашыуҙар халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуҙа, төрлө мәҙәниәттәр араһындағы бәйләнеште булдырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Күптән түгел Дүртөйлөлә "Дуҫтар йыйылған ерҙә" тип аталған ижад байрамы үтте. Унда Яр Саллы, Илеш, Дүртөйлө, Өфө ижадсылары әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашты.

Башҡортостан менән Татарстан араһындағы дуҫлыҡ күперен нығытыу, ижади бәйләнештәрҙе үҫтереү маҡсатында үткәрелгән байрам программаһына фәһемле саралар индерелгән. Яр Саллынан килгән ҡунаҡтарҙы беҙ – "Илһам" клубы етәксеһе Клара Хәлиуллина, "Балҡыш" әҙәби берләшмәһе ағзаһы, шағирә Әнисә Саттарова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәшиҙә Мостафина һәм мин – Үрге Йәркәй ауылы осонда милли аш-һыу, сәк-сәк һәм ҡымыҙға моңло йырҙарыбыҙҙы, түбәндәге шиғыр юлдарын да ҡушып ҡаршыланыҡ:
Туғандарса сәләмләйбеҙ
Һеҙҙе Илеш ерендә.
Күңелдәр шат: татар дуҫтар —
Данлы башҡорт илендә.

Күрше республиканан килгән делегация составында Татарстандың Яҙыусылар союзы ағзалары, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Әлфиә Ситдиҡова, Айрат Суфиянов, Рубис Зарипов, Фәнис Нуретдинов, Зифа Ҡадирова, Роза Хәмиҙуллина бар ине.
Татар дуҫтар менән Дүртөйлөгә табан юл алдыҡ. Күрше район вәкилдәре беҙҙе Әсәндә ҡаршыланы. Ауылға инеп, Шәйехзада Бабичтың һәйкәленә сәскәләр һалдыҡ һәм шағирҙың музейында булдыҡ. Башҡорт, татар әҙәбиәтендә тәрән эҙ ҡалдырған шәхестең бер шәлкем шиғырын музейға осрашыуға килгән балалар илһамланып уҡыны.
Дүртөйлө ҡалаһында беҙҙе яңыраҡ ҡына 25 йыллыҡ юбилейын тантаналы билдәләгән "Тулҡын" әҙәби ижад берләшмәһе ағзалары икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы. Берләшмәнең бай тарихы, унда шөғөлләнеүселәр менән танышыу, шиғырҙарын тыңлау, ихлас фекер алышып, сәй табынында ултырыуҙар ҡала китапханаһында ойошторолдо. Унан һуң Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми һәйкәленә сәскәләр һалып, шиғриәт аҡһаҡалының изге рухы алдында баш эйҙек.
Төштән һуң Дүртөйлөнөң тыуған яҡты өйрәнеү музейында булыу ҙа күңелдәрҙә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы. Байрамдың төп өлөшө район китапханаһында дауам итте. Был ваҡытта рухиәт илселәренә Өфөнән Яҙыусылар союзының татар телле әҙиптәр секцияһы етәксеһе Фәниә Ғәбиҙуллина, шағирҙар Зөфәр Вәлит, Нәжибә Әминева, Венер Фәттәхов, яҙыусы-журналист Фәрзәнә Аҡбулатова ла ҡушылды. Китапхананың иркен, яҡты залына клуб мөдирҙәре, уҡытыусылар, китапханасылар, ғөмүмән, был бинаға даими йөрөүселәр йыйылғайны. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, драматург Мөҙәрис Мөсифуллин тәбрикләгәндән һуң, микрофон алдына бер-бер артлы ике республика вәкилдәре сыҡты.
Байрамда ҡатнашҡан һәр һүҙ оҫтаһының сығышы шиғыр уҡыу менән генә сикләнмәйенсә, милләт-ара татыулыҡты, дуҫлыҡты күҙ ҡараһы кеүек һаҡлауға, туғандаш ике республика араһындағы ижади бәйләнештәрҙе нығытыуға бағышланды. Артабан әҙәби берләшмәләргә, райондың үҙәк китапханаһына автографлы китаптар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Был иҫ киткес матур байрамды ойоштороуға күп көс һалған Дүртөйлө районы хакимиәтенә, уның мәҙәниәт бүлегенә, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Рафаил Хафизовҡа ҙур рәхмәт белдерҙек.
Әҙиптәрҙең сығыштары "Әллүки" халыҡ йыр ансамбле, сәнғәт оҫталары башҡарыуында дәртле йырҙар, гармун моңо менән үрелеп барҙы.
Яҙҙың был матур көнөндә ойошторолған осрашыу сәғәттәре һиҙелмәйенсә үтеп тә китте. Дүртөйлөләрҙең күңел йылыһынан дәрт-дарман алып, яңы ижади үрҙәргә талпыныу теләге менән янған туғандаш республика вәкилдәре, "Бер усаҡ ялҡындары беҙ, бер даръя тулҡындары" тигән шиғри юлдарҙың дөрөҫлөгөнә тағы бер ҡат инанып, ҡабат осрашырға һүҙ ҡуйышып, байрамдан күтәренке кәйефтә таралышты.
Зәлифә КАШАПОВА,
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың
Журналистар союзы ағзаһы,
"Балҡыш" әҙәби берләшмәһе етәксеһе.



Вернуться назад