Йәш ғәскәровсыларҙың сираттағы еңеүе15.04.2014
Йәш ғәскәровсыларҙың сираттағы еңеүе
Республикабыҙ етәкселеге мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә, сәнғәт әһелдәренә алмаш әҙерләү тураһында ла онотмай. Театр, филармония, ансамбль һәм бүтән төрлө мәҙәни ойошмалар ҡарамағында эшләгән балалар түңәрәктәре – шуға асыҡ миҫал. Мәҫәлән, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар студияһы бар. Улар ошо көндәрҙә Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты.
Ансамблдең балалар студияһы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альбина Нуриманова беҙгә ошо хаҡта һөйләне.

– Илебеҙҙең баш ҡалаһында балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең "Асыҡ Планета – Асыҡ Европа" тигән халыҡ-ара фестиваль ойошторолоуы тураһында ишеткәс тә, уға әҙерләнә башланыҡ, – ти Альбина Радик ҡыҙы. – Ҡайһы бейеүҙе алып барырға? Әлбиттә, ошондай абруйлы бәйгелә беҙҙең сығышҡа ҡарап, тотош Башҡортостан һәм башҡорттар хаҡында фекер йөрөтәсәктәр. Ансамблдең художество етәксеһе Филүс Ҡаҙаҡбаев менән кәңәшләшкәндән һуң "Бөркөт иле" менән "Урыҫ каруселе"ндә туҡталдыҡ һәм яңылышмағанбыҙ.
Йырсы, бейеүсе, рәссам, музыканттар ҡайҙан ғына килмәгән! Ҡытай, Һиндостан, Польша, Беларусь... Бөтәһе ике меңгә яҡын конкурсант ҡатнашты. Мәскәүҙең үҙенекеләргә гран-при бирелһә, тәрбиәләнеүселәрем I урынды яуланы. Әйткәндәй, халыҡ-ара фестиваль-конкурстың гала-концертында йәш ғәскәровсыларҙың ҡатнашыуы осраҡлы түгел. Бүтәндәргә түгел, ә нәҡ башҡортостандарға ышаныс белдереп, конкурсты ябыу тантанаһында сығыш яһарға ҡуштылар. Призлы урынды алғаныбыҙ өсөн быйыл йәй Финляндияла үтәсәк фестивалгә путевка менән бүләкләнеләр, Хельсинкиға барыуҙы мотлаҡ хәстәрләйәсәкбеҙ.
Беҙҙең малай һәм ҡыҙҙар төштән һуң аҙнаһына өс тапҡыр шөғөлләнә. Уларҙың уҡыуына был бер нисек тә хилафлыҡ килтермәй. Әле лә "Асыҡ Планета – Асыҡ Европа" фестиваленең балаларҙың яҙғы каникулына тап килеүе юҡҡа түгел.
Үҫмерҙәрҙе ҙур сәхнәгә сығарыу өсөн, әлбиттә, ныҡышмалылыҡ талап ителә, ҡайҙалыр сит илдәргә алып барыуға түгелгән көс һәм яуаплылыҡ хаҡында әйтеп тә тормайым. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, төрлө сараларҙа ҡатнашырға тырышабыҙ, һәр саҡ юғарылыҡҡа ынтылабыҙ. Маҡтаныу тип ҡабул итмәгеҙ, әммә еңеүҙәр ҙә оҙаҡ көттөрмәй. Быға тиклем Астана, Санкт-Петербург, Әстрхан, Ҡазан халҡына башҡорт һәм донъя бейеүҙәрен күрһәткәйнек, унда ла призлы урындарҙы яуланыҡ. Абруйлы конкурстар балаларҙы бөтә яҡлап та үҫтерә, һәр береһе үҙен күрһәтеп, яңы бейеүҙәр өлгөһөн ала, тиҫтерҙәре менән аралаша.
Бер аҙна һиҙҙермәйенсә үтте лә китте. Ҡыҙыл Майҙан барыһына ла оҡшаны, Ленин мавзолейын ҡараныҡ, кинотеатрға йөрөнөк, бассейнда һыу индек, баш ҡаланың бүтән иҫтәлекле урындарын күрҙек. Ғөмүмән, сәфәрҙән бай тәьҫораттар менән ҡайттыҡ.


Вернуться назад