Бөгөн Зәйнәб Биишеваны әҙәбиәттең бөтә жанрҙарында ла бына тигән әҫәрҙәр ижад иткән яҙыусы тип беләләр. «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар», «Дуҫ булайыҡ» повестары, «Ҡайҙа һин, Гөлниса?», «Далала таң» хикәйәләре, «Мөхәббәт һәм нәфрәт», «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәттәре, «Тылсымлы ҡурай», «Нәҙер» пьесалары, күп шиғырҙары, тәнҡит һәм публицистик мәҡәләләре бар уның. Үҫмер балалар тормошон сағылдырған «Дуҫ булайыҡ» повесы урыҫса, шулай уҡ башҡа телдәрҙә баҫылып сыҡты, төрлө милләт вәкилдәренең яратып уҡыған әҫәренә әүерелде. «Кирәй Мәргән», «Ел-ел, арбам», «Бәхет ҡыҙы» әкиәттәрен дә кескәйҙәр һәр ваҡыт үҙ китабы тип иҫәпләй.
Зәйнәб Биишеваның әҙәбиәттәге иң ҙур ҡаҙанышы — ул ижад иткән ҡатын-ҡыҙ образдарылыр, моғайын. Емеш, Бибеш, Сәғүрә, Таибә әбей, Гөлниса, Суфия, Гөлбәҙәр — иң күренеклеләре, иң иҫтә ҡала торғандары. Уларҙың кешелек сифаттарын тыуҙырғанда, яҙыусы тышҡы портрет, телмәр, ым-ишара, тәбиғәт күренештәрен киң һәм оҫта ҡуллана. Телдең халыҡсанлығы, кешеләрҙең тормош-көнкүрешен, йолаларҙы тәрән белеү, шуларҙы әҫәр туҡымаһына уңышлы индереү, хикәйәләүҙең иркен талғынлығы, ентекле тасуирилыҡ, сюжет үҫтерелешендә лирик сигенеүҙәр, хикмәтле легенда һәм риүәйәттәрҙең урын алыуы, һүҙҙең күп мәғәнәлелеге — былар бөтәһе яҙыусы стиленә ҡабатланмаҫ үҙенсәлек бирә. Зәйнәб Биишева ижадының ана шул сифаттары, уның яҙыусылыҡ көсө һәм сифаты «Бер ғүмерҙең тарихы» трилогияһында айырыуса сағыу балҡыны. Был әҫәр — оҙайлы тынғыһыҙ ижад емеше: 1929 йылда, Билалда уҡытҡан сағында, яҙыла башлаған был эпик полотно 70-се йылдарға аяҡ баҫҡанда ғына тамамлана. «Бер ғүмерҙең тарихы» — талмаҫ көс, тынмаҫ йөрәкле яҙыусының иң ҙур китабы, тынғыһыҙ яныуҙар емеше. Трилогияны күҙ уңында тотоп, 3. Биишева былай ти: «Был әҫәрҙәрем... минең тиҫтәләрсә йылдар күңелемдә һаҡлап килгән иң мөҡәддәс теләгем ине. Һәм мин ...ошо изге теләккә ирештем. Мине, ябай башҡорт ҡыҙын, урамдан алып кеше иткән, яҙыусы иткән Бөйөк Лениндың тыуыуына 100 йыл тулған көндәргә буш ҡул менән килмәүем өсөн үҙемде сикһеҙ бәхетле һанайым». Яҙыусы был әҫәрен, айырыуса «Яҡтыға» романын киңәйтеү, камиллаштырыу буйынса һуңғы йылдарҙа күп эш башҡарҙы. Ошо трилогияның «Кәмһетелгәндәр», «Уяныу» романдары өсөн 1968 йылда уға Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.
Киң ҡоласлы талант эйәһе булараҡ, 3. Биишева әҙәбиәттең һәр жанрында ялҡынланып ижад итте: шиғыр, поэма, хикәйә, повесть, роман, пьеса — һәммәһе бар. Ошо сифат — тормош материалы талап иткән әҙәби формалар менән иркен эш итеү – уның публицистикаһында ла күҙгә бәрелеп тора. Унда проблемалы мәҡәлә, биографик материалға нигеҙләнгән очерк, ижади портрет, эссе һ.б. жанрҙарҙы осратырға мөмкин. Әммә улар күпселек осраҡта ысын әҙәби әҫәр һымаҡ ҡабул ителә. Тормоштағы, кеше биографияһындағы теге йәки был ваҡиға, күренеш авторҙың йөрәге, фантазияһы аша үткәрелеп, мөһим дөйөмләштереүҙәргә килтерә.
Зәйнәб Биишева публицистикаһының байтаҡ өлөшө әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре хаҡында. М. Горький, Һ. Дәүләтшина, М. Йәлил, А. Алиш, С. Агиш, Б. Вәлид, Һ. Таҡташ, Х. Мохтар тураһындағы очерктарҙы тулҡынланмай уҡыу мөмкинме?! Уларҙағы һәр юл — тормош һәм әҙәбиәт, ижад кешеһе һәм халыҡ хаҡында уйланыуҙарҙың сағылышы.
Халыҡҡа оло хөрмәт, тәрән мөхәббәт менән ҡарау, кәмһетелгән, иҙелгәндәрҙең бәхете өсөн үҙҙәрен аямай көрәшкән батырҙарҙы тасуирлау яҙыусы Зәйнәб Биишеваның төп ижад принцибы булды. «Серле ҡурай», «Нәҙер» драмалары, «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш» романдары халыҡ тормошоноң ҡатмарлы яҡтарын юғары художество көсө менән яҡтыртыуы арҡаһында яҙыусыға оло хөрмәт килтерҙе, уны халыҡ яҙыусыһы итте.
Тормош, сәнғәт, рәссам проблемаһы башҡа очерктарҙа тағы ла аныҡлаштырыла, киңәйтелә, тәрәнәйтелә. Мәшһүр шағир Һаҙый Таҡташтың ижады һәм ғүмер юлы тураһында уйланып, «Ҡанатлы йәшлек» тигән әҫәрендә Зәйнәб Биишева былай тип билдәләй: «Ҡартайыу ҙа, онотолоу ҙа юҡ уға. Халыҡ күңелен шиңмәҫ сәскәләр менән байытып киткән ғали йәндәргә ҡартлыҡ та, үлем дә хас түгел. Улар йыр булып мәңге йәшәр, һәр осорҙоң үҙ замандашы булып йәшәр өсөн тыуалар». Аңлашылыуынса, ижадсының үлемһеҙлеге, барыһынан да бигерәк, уның халыҡҡа күрһәткән изгелеге буйынса билдәләнә. Яҙыусының ошо ҡарашы уның публицистикаһындағы «Халыҡ — һоҡланғыс йырҙар оҫтаһы», «Башҡорт халыҡ бейеүҙәре хаҡында» кеүек проблемалы мәҡәләләрендә лә үҫтерелә. Уларҙа башҡорт йыр һәм бейеү сәнғәтенең ҡайһы бер бәхәсле мәсьәләләре күтәрелә. Уларҙы ыңғай хәл итеүҙә яҙыусы-публицист ошондай бер принциптан сығып эш итергә кәрәк тип иҫәпләй: әҙәбиәт, сәнғәттең төп көсө һәм бурысы – уларҙың ысынбарлыҡты тулы, дөрөҫ сағылдырыуында. Ошо айҡанлы «Халыҡ — һоҡланғыс йырҙар оҫтаһы» тигән мәҡәләлә былай тип билдәләнә: «...халыҡ йырҙы алтын өсөн түгел, халҡы өсөн йырлаған». Ысын йөрәктән сыҡҡан йырҙың кешелә юғары эстетик тойғолар тәрбиәләүен әйтеп, ҡайһы бер шағир һәм композиторҙарҙың халыҡтың классик йыр традицияларынан ныҡ ситләшеүен һәм һөҙөмтәлә йыр түгел, ә таҡмаҡ тыуҙырыуын билдәләй яҙыусы. Йыр шиғырҙан башлана. «Композиторҙы көй сығарырға иң элек шиғыр үҙе дәртләндерергә, үҙенең йөкмәткеһе, ҡабатланмаҫ образлылығы менән тәүге музыкаль өндәрҙе аңғармаҫтан әйтеп торорға тейештер», — тип уйлай 3. Биишева. Был мәҡәлә бынан тиҫтәләрсә йыл элек яҙылған. Ә ундағы фекер, ҡайһы бер бәхәсле урындар барлығына ҡарамаҫтан, әле лә көнүҙәк яңғырамаймы ни? Йыр яҙыусы шағирҙарыбыҙ, композиторҙарыбыҙ уйланаһы урындар бик асыҡ билдәләнгән бит. Яҙыусыны тулҡынландырған, тынғылыҡ бирмәйенсә борсоған социаль, әхлаҡи-этик, фәлсәфәүи мәсьәләләр, ҡоро аҡыл һатыу рәүешендә бирелмәйенсә, һүрәтләнгән герой, хәл-ваҡиға, күренештәрҙең тел төбө, образлы айышы, шуларҙың логик һығымтаһы рәүешендә килеп сыға. Уларҙың һәр ҡайһыһында йөрәк аша үткән аҡыл, кисерелгән фекер ярылып ята. Шуға ла тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән яҙмалар тулҡынландыра, күңелде, зиһенде арбай. Ошо урында яҙыусының Хәсән Мохтар хаҡында әйткән һүҙҙәрен килтерге килә: «Эйе, Мохтар дуҫ урта-маҙар эшләүҙе, ары-бире ойпалап ҡотолоуҙы белмәй торған яҙыусы ине... Эш өсөн бөтә йөрәктән янып-көйөп, үҙен-үҙе аямай, бөтә һәләтен бирә белә торған һоҡланғыс кеше». Зәйнәб Биишеваның үҙ әҫәрҙәре лә бына шундай сифаттарға эйә: улар урта ҡулдан ары-бире ойпаланмаған, бөтә күңелдән эшләнгән.
Зәйнәб Биишева публицистикаһында бик ҡыҙыҡлы бер күренешкә тап булына: тәү ҡарашҡа ул үҙенең сығыштарында башҡа кешеләр, үҙе күргән-ишеткән ваҡиғалар тураһында һүҙ алып барған һымаҡ. Иғтибарлыраҡ ҡараһаң инде, йыш ҡына уларҙа яҙыусының үҙ шәхесе хаҡында һүҙ бара булып сыға. «Боевой иптәш, тоғро дуҫ» исемле иҫтәлектә, мәҫәлән, Зәйнәб тигән йәш башҡорт ҡыҙының Ырымбур ҡалаһына беренсе тапҡыр барып уҡырға кереүе һәм шунда тәүге тапҡыр «Башҡортостан» гәзитен ҡулына алып уҡыуы тасуирлана. Ошонда беҙ яҙыусы биографияһындағы бик мөһим бер мәл менән осрашабыҙ. Был гәзиттә «Башҡортостандың ҡайһылыр иң төпкөл райондарының береһендә 14 йәшлек ҡыҙҙы малға һатып ебәргәндәр» тигән хәбәр уҡый. Зәйнәбте тулҡынландырғаны был түгел — ул хатта бының башҡаса булырын белмәй ҙә. Иҫен китәргән, аптыратҡан яғы — ҡыҙҙарҙы һатмаҫҡа мөмкин булыуы! Һәм Зәйнәб, ошо тәьҫирҙән әҫәрләнеп, шиғыр яҙа. Беренсе шиғыры була ул. Был типтағы әҫәрҙәрендә Зәйнәб Биишеваның художестволы проза стиле балҡып китә. Хикәйәләүҙәге һөйләм конструкцияларының һығылмалылығы, сюжеттың эҙмә-эҙлеклеге һәм көсөргәнешлеге алғы планға сыға. Уларҙа фекерҙең эмоционаллеге, тасуирилығы көслө. Шуға күрә был төркөм сығышҡа ҡарата яҙыусы публицистикаһы тигән билдәләмәне ҡулланырға кәрәк.
Ошо йәһәттән ҡарағанда, «Хәтер сатҡылары…» тигән автобиографик яҙмалары – үҙе бер күренеш. Жанр йәһәтенән ул автобиографик повесть менән эссе һыҙаттарынан тупланған. Унда автор үҙ тормошоноң айырым мәлдәрен ысын реалистик прозалағыса ентекләп һүрәтләп биргән урындар айырыуса иҫтә ҡала (бала саҡты тасуирлаған өлөштәргә был бигерәк тә хас); шул уҡ ваҡытта яҙыусы һәм заман, әҙәбиәт һәм тормош, тәбиғи талант һәм ижтимағи тормош шарттары кеүек төшөнсәләр хаҡында кинәйәләп уйланыуҙар ҙа йыш осрай. Тәүҙә үк ошондай бер фәһемле өҙөккә тап булына: «Дөрөҫөн әйткәндә, мин бала сағымды иҫкә алырға һис тә яратмайым. Кемдең, һис юғы, уйҙа ғына булһа ла, яҡтынан ҡараңғыға ҡайтҡыһы килһен инде?! Ләкин үтелгән оҙон юлдың тәүге һуҡмаҡтары, уҙған шаулы йылдарҙың төп сығанаҡтары шунда — бала саҡта ята бит. Улай ғына ла түгел, алда үтәһе юлдарға, уҙаһы йылдарға әле булһа шауҡымы ҡағылып ята ул бала саҡтың. Шулай булғас, үҙеңдең тормош һәм ижад юлың хаҡында һөйләргә йыйынғанда, бала саҡты иҫкә алмай уҙырға мөмкинме һуң? Әлбиттә, юҡ». Был юлдарҙа бөгөн һәм һәр саҡ онотолмаҫҡа тейешле бер хәҡиҡәт күҙаллана. Бала саҡта күңелгә төшкән орлоҡтар ғүмер буйына шыта, шуға күрә матурлыҡ, изгелек, кешелеклелек төшөнсәләренең бала саҡтан һалыныуы хәйерле.
Яҙыусы һәм уның тормоштағы урыны, яҙыусы һәм заман, талант һәм хеҙмәт тураһында уйланғанда, Зәйнәб Биишева ошондайыраҡ ҡарашта тора: «Миңә юғары уҡыу йорттарында уҡырға тура килмәне, ләкин мин ғүмер буйы уҡыным. Эшләнем һәм уҡыным. Совет ҡоролошо, илдә социализм, коммунизм өсөн барған героик көрәш минең өсөн иң ҙур университет булды. Ни ҙә булһа өйрәнмәй, уҡымай торған көндәремде белмәйем. Сөнки яҙыусы, ул ниндәй генә уҡыу йортон тамамламаһын, даими белем алмай, үҙенә талапсан булмай, үҙ өҫтөндә эшләмәй, иң мөһиме — өҙлөкһөҙ халыҡ йөрәгенә мөрәжәғәт итмәй икән, ул барыбер заман менән тиң атламай. Заман талабына торош итерлек әҫәр ижад итә алмай. Шуға күрә яҙыусының иң мөһим һәм беренсе бурысы — даими уҡыу, өйрәнеү».
«Кәмһетелгәндәр», «Уяныу», «Емеш» романдарына бәйле рәүештә әйтелгән фекерҙәр уҡыусыларға ла, әҙәбиәт белгестәренә лә ҡыҙыҡлы: «... эйе, трилогия — социаль-тарихи роман. Ләкин тарихҡа иллюстрация түгел. Дөрөҫөрәге, ул кеше рухының, уның эске донъяһының үҫеш эволюцияһы, яңы йәш быуындың тыуыу, күтәрелеү, формалашыу тарихы... Әлбиттә, былар бөтәһе лә минең үҙем яҡшы белгән тормош күренештәре аша, үҙ ҡарашым, үҙемә хас тормош һәм ижад тәжрибәм аша кәүҙәләнеш тапҡан, сөнки ижад – ул йөрәк эше, йөрәк емеше».
Зәйнәб Биишева публицистикаһында, шулай итеп, яҙыусының үҙ тормошона һәм ижадына бәйле мәсьәләләр ҙә, заманыбыҙға һәм замандашҡа ҡағылышлы байтаҡ ҡараштар ҙа сағылыш таба. Шул уҡ ваҡытта был публицистиканың башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш юлдарын, башҡа туғандаш әҙәбиәттәр менән бәйләнештәрен, шулай уҡ күренекле яҙыусының үҙенең ижадын өйрәнеүҙә билдәле әһәмиәте бар.
Зәйнәб Биишева — һәр саҡ тынғыһыҙ ижад иткән рәссам. Ул Н. Гоголдең «Тарас Бульба», И. Тургеневтың «Бежин туғайы», А. Гайдарҙың «Тимур һәм уның командаһы», Л. Кассилдең «Минең ҡәҙерле малайҙарым» әҫәрҙәрен, С. Аксаковтың, А. Чеховтың, М. Горькийҙың хикәйәләрен башҡортсаға тәржемә итте. Бынан тыш, төрлө йылдарҙа «Пионер» журналында, Башҡортостан китап нәшриәтендә, Башҡорт-остан радиоһында мөхәррир булып эшләне, төрлө баҫмаларҙа мөхәрририәт ағзаһы булды, Башҡортостан һәм РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы итеп һайланды. Башҡорт совет әҙәбиәтен үҫтереүҙәге күренекле хеҙмәттәре өсөн Зәйнәб Биишева ордендар, миҙалдар, РСФСР һәм БАССР кимәлендәге Почет грамоталары менән бүләкләнде, «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән исем дә алды.
Эйе, тормош төпкөлөнән, хеҙмәтсән халыҡ ҡатламдарынан сығып, һоҡланғыс ижад бейеклектәренә күтәрелгән Зәйнәб Биишева — ысын-ысынлап халыҡ яҙыусыһы, һәм был хәҡиҡәт йылдар үткән һайын асығыраҡ була бара.
Тимерғәле КИЛМӨХӘМӘТОВ,
филология фәндәре докторы, профессор,
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев,
Зәйнәб Биишева исемендәге
премиялары лауреаты.
(Аҙағы. Башы 69-сы һанда).