Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте яҡташыбыҙ Зифа Ҡадированың татар телендә «Һағынырһың — мин булмам”, “Яҙмыш һынауы”, “Көтөп уҙған ғүмер” тигән китаптарын һатыуға сығарҙы. Ҡулына ҡәләм алыуына бары өс кенә йыл булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар уның әҫәрҙәрен яратып ҡабул итте.
Зифа Ҡадирова Башҡортостандың Учалы районы Ахун ауылында тыуған, Татарстанда йәшәй. Уның әҫәрҙәре бер тында уҡыла. Геройҙары менән бергә йәшәйһең, ҡайғы-шатлыҡтарын күңелең аша үткәрәһең. Уҡыусыны яҙыусы шул тиклем ҡыҙыҡһындыра, хисләндерә алған икән, был уның һәләтен, ижади оҫталығын күрһәтә. Зифа Әбделвәли ҡыҙы Ҡадирова менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ тап ошо хаҡта.
— Зифа апай, һеҙҙең ижад юлығыҙ әле саҡ башланып тора, яҙғандарығыҙҙы уҡыусылар яратып ҡабул итте. Шундай тормошсан әҫәрҙәр ижад итергә нимә этәргес булды? Яҙыусы булыу бала саҡ хыялы инеме?
— Мин кемдер уҡыр тип яҙманым, ауыр ваҡытта үҙемде күңел бушлығынан ҡотҡарыр өсөн генә ҡулыма ҡәләм алдым. Күршеләргә ҡыҙыҡ күреп уҡырға биргәйнем, ҡулдан-ҡулға китте, көскә эҙләп таптым ҡулъяҙмаларҙы. Ошо өс йыл эсендә 14 мең дана китап сығарҙым. Күп һанлы уҡыусыларым һорауы буйынса “Яҙмыш һынауы” повесының дауамын ижад иттем. “Көтөп уҙған ғүмер”ҙе дүртенсе тапҡыр сығарырға йыйынам.
— Һеҙҙең геройҙарығыҙҙың яҙмышы бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Шундай тетрәндергес хәл-ваҡиғаларҙы бәйән итәһегеҙ.
— “Яҙмыш һынауы” повесында ике быуын геройҙары һүрәтләнә: Таһир менән Әлфиәнең яҙмышы, Илдус менән Мөнирәнең аяныслы ғаилә тормошо. Артабан уларҙың балалары төрлө һынауҙарға дусар ителә.
“Көтөп уҙған ғүмер” повесы ғүмер буйы тәүге мөхәббәтен көтөп йәшәгән Фатима, ҡаты ауырыуҙан һәм хыянат әсеһенән һығылып төшмәгән Рушания, сәстәре салланғансы тәүге мөхәббәтен уйлап йәшәгән Аҫылгәрәй — улар барыһы ла уҡыусыны үҙ донъяһына саҡыра.
«Һағынырһың — мин булмам» әҫәренең төп геройы Сөмбөл ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас һыҙаттарға эйә — сабыр холоҡло, изге күңелле, ололарға ихтирамлы гүзәл зат.
— Сер булмаһа, геройҙарығыҙҙың прототиптары бармы?
— Әлбиттә, әҫәр нигеҙендә һәр ваҡыт кемдеңдер яҙмышы ята. Уны әллә ҡайҙан эҙләп баш ватаһы юҡ. Күпме кеше — шул саҡлы яҙмыш. Әҫәрҙәремде ижад итеүгә минең тормош тәжрибәм ярҙам итте.
— Ғөмүмән, һеҙ үҙегеҙ ниндәй китаптар уҡырға яратаһығыҙ?
— Мин Дэниел Стиллдың ижадын бик яратып уҡыйым. Донъя кимәлендәге әҫәрҙәрҙең уңышы нимәлә тигән һорау бирҙем үҙемә, ул, минеңсә, ябайлыҡта.
— Зифа апай, һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙ уйландыра, һәр кемгә үҙ мөхәббәтен күҙ ҡараһы кеүек һаҡларға өндәй, ҡәҙерен белергә өйрәтә. Ижад ҡомарығыҙ бер ҡасан да һүнмәһен, яңы әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ.
Нәркәс КҮРПӘСОВА.