Башҡорт матбуғатын ихтирам итәләр18.01.2012
Башҡорт матбуғатын ихтирам итәләрИшбулды урта мәктәбе – Әбйәлил районының иң абруйлы белем усаҡтарының береһе. Бөгөн бында 110 бала уҡый. Тәжрибәле һәм талапсан директор Айбулат Хәйбуллин етәкселегендәге мәктәп "Башҡортостан" гәзите иғлан иткән акцияға дәррәү ҡушылды.
Мәктәптә көслө коллектив тупланған. Рәйлә Хәлисова, Айрат Хәлисов, Зөлфиә Хамматова — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары. 2007 йылда хеҙмәт уҡытыусыһы Айрат Хәлисов Рәсәй Президентының юғары бүләгенә — 100 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Ғөмүмән, Айрат Хөббөтдин улы хаҡында әллә күпме һөйләргә булыр ине. Ул уҡыусыларҙың һәләтен күрә белә һәм уны үҫтереүгә ҙур көс һала. Уҡытыусы "Ағасты художестволы эшкәртеү" түңәрәген алып бара. Түңәрәк эшен милли һөнәрселек мәктәбе тиергә лә мөмкин, сөнки һәр ижадта башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары һаҡлана. Балаларҙың эше район, республика күргәҙмәләренә ҡуйыла, юғары баһалана, гел призлы урындар ала. Айрат Хөббөтдин улы олимпиадаларға ла етди ҡарай. Былтырғы уҡыу йылында ғына уның уҡыусылары һыҙма буйынса район олимпиадаһында беренсе урынды алып ҡайтты.
Ғөмүмән, былтырғы уҡыу йылы Ишбулды мәктәбе өсөн уңышлы булды. Уҡыусылар төрлө фән буйынса олимпиадаларҙа — 11, конкурстарҙа — 8, спорт ярыштарында 60 призлы урын алды.
Белем усағында хеҙмәт тәрбиәһе лә юғары кимәлдә. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар йәй буйы тырышып баҡсала эшләй. Һөҙөмтәлә ишбулдылар районда "Иң матур мәктәп яны баҡсаһы" номинацияһында еңеүсе булды.
Мәктәптә методик-тәрбиәүи эш яйға һалынған, үҙенең традициялары барлыҡҡа килгән: методик аҙналыҡтар, семинарҙар, предмет буйынса айлыҡтар, асыҡ дәрестәр бик ҡыҙыҡлы, фәһемле үтә. Белем усағының "Иң белемле мәктәп" номинацияһында еңеү яулауы ла күпте һөйләй.
Бөгөн ишбулдыларҙы башҡорт матбуғатын ихтирам итеүселәр булараҡ та билдәләргә мөмкин, сөнки "Барлыҡ коллектив менән — "Башҡортостан"ға!" акцияһына мәктәп районда тәүгеләрҙән ҡушылды. Белемгә, тәрбиәгә, хеҙмәткә нигеҙләнгән белем усағының асылы шунда күренә лә инде.
Минзилә ХӘЛИСОВА.
Әбйәлил районы.


Вернуться назад