Сәхнәләрҙе гөрләтте Туйсиндар11.04.2014
Сәхнәләрҙе гөрләтте Туйсиндар
Силәбенең “Импульс” ял үҙәгендә Туйсиндарҙың концерты булды.

Сарала Башҡортостанда ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә танылыу яулаған был ғаиләнән Флүрә, Йәмил, Радмир, Айнур Туйсиндар, уларҙың дуҫтары Динар Халиҡов менән Дамир Шәрәфиев ҡатнашты.
Ике сәғәтлек тамаша берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын. Талантлы туғандар бик күп яңы йыр, заман хиттарын башҡарҙы. Туйсиндар ғаиләһенең репертуары бай, сағыу йөкмәткеле. Унда кешенең күңел кисерештәрен бөтә нескәлегендә асып биргән йырҙар өҫтөнлөк итә. Башҡорт музыка сәнғәтенә саф һөйөүе менән туғандар бөтә тамашасыларҙы әсир итте.



Вернуться назад