Шағир Радик Хәкимйән (Радик Закирйән улы Хәкимйәнов) 1941 йылдың 25 авгусында Башҡортостандың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуып үҫкән. Урта мәктәпте тамамлағас, Совет Армияһы сафтарында Байконурҙа хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, байтаҡ йылдар яуаплы вазифалар башҡара.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Радик Хәкимйән шиғриәттән айырылманы, ғүмере буйы хеҙмәт һәм ижад йөгөн бергә тартты. Бөгөн ул — ун шиғыр китабы авторы, 500-гә яҡын шиғырына Башҡортостан һәм Татарстан композиторҙары көйҙәр яҙҙы, йырҙары төрлө йыр конкурстарының лауреаты булды. Уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Радик ХӘКИМЙӘН
Тыуған яҡтарға ашҡынам
Имәнтау киңлектәрендә
Нурланып таңдар ата.
Аҡ томанда — аҡ биләүҙә
Ауылым — Ҡыйғы ята.
Ана Буҙат болондары,
Еләкленең ҡырҙары,
Оҙонтүбә өҫтәрендә
Яңғырай йәшлек йырҙары.
Алыҫтарҙан: “Һаумы!” — тиеп
Мәхмүттау ҡаршы ала,
Түбәндәрәк борғаланып
Әй менән Ыйыҡ аға.
Салауаттың, Пугачевтың
Эҙҙәре ҡалған бында,
Эшсән, тырыш халыҡ йәшәй
Минең тыуған яғымда.
Диңгеҙме ни — баҫыуҙарҙа
Сайҡалалар игендәр,
Таң уятамы ҡоштарҙы,
Таңдарҙымы килендәр?!
Тыуған яҡтарға ашҡынам,
Һағындырған ҡыйғылар,
Яҡташтар менән күрешһәм,
Онотола ҡайғылар.
Урмандарым ҡосағында
Йәшемде һөртә елдәр,
Ана бала саҡ шишмәһе —
Йәшлегем үткән ерҙәр.
Барыһы ла яҡын, изге,
Барыһы ла ҡәҙерле.
Төйәгемдең һәр биҙәге
Шағир иткән йәнемде.
Һағыштар өҙһә йөрәкте,
Бик йыш ҡайтам Ҡыйғыға,
Бында бит тула күңелем
Йырҙарға, моң-тойғоға.
Заманаһы шундай инеТормош беҙҙе артыҡ наҙламаны,
Үҫтермәне һөйөп-иркәләп;
Заманаһы шундай ине ул саҡ:
Егелдек беҙ эшкә иртәрәк.
Илебеҙгә ҡара ҡайғы килгәс,
Йырып үттек йылдар араһын;
Дауылдарҙа ҡалҡтыҡ беҙ, малайҙар,
Ямар өсөн ерҙең яраһын.
Яҙмыштарҙан зарланманыҡ һис тә,
Әрнеһә лә ҡай саҡ йөрәктәр,
Еңеү өсөн янып йәшәнек беҙ, —
Гел изгегә ине теләктәр.
Ауыр йылдар сыныҡтырҙы беҙҙе,
Бар булмышта ҡалды сатҡыһы.
Йыһанға ла менде беҙҙең быуын,
Киләсәккә һипте яҡтыһын.
Тормош беҙҙе артыҡ наҙламаны,
Үҫтермәне һөйөп-иркәләп.
Заманаһы шундай ине ул саҡ,
Ир еткерҙе беҙҙе иртәрәк!
Ниндәй сер ята?!Гел яҡшылыҡ ине уйҙарымда,
Гел изгелек булды ҡылғаным.
Көтмәгәндә, ниңә кинәт кенә
Йыраҡлаштыҡ, яҡын туғаным?!
...Йәйге көндә ҡырау һуҡты, гүйә,
Шул бит төрлө уйҙар уйлата,
Һалҡын елдәр ҡайһы яҡтан иҫте,
Кем ғәйепле — ниндәй сер ята?!
Тормош һабантуй микән?Тормош әллә һабантуй микән?
Кемдер алда, кемдер арттараҡ,
Берәүҙәр гел дан артынан саба,
Яйы сыҡҡан һайын маҡтала!
Тормош әллә һабантуй микән?
Кемдер уҙа, кемдер йығыла,
Аяҡ салып еңеүселәр була,
Ялған батырҙар ҙа табыла.
Ҡай берәүҙәр бәйгеләрҙә генә
Ярһып килеп керә майҙанға,
Аҡ һөлгөләр улар өсөн генә,
Алҡышлайҙар ҡотлап һәр ҡайҙа!
Ә берәүҙәр, тырыш йөк атылай,
Көн-төн тарта тормош арбаһын,
Ваҡыт етмәй, бәйгеләргә сыҡмай,
Улар хәлен кемдәр аңлар һуң?!
Мин дә шулай күпме йөктәр тарттым,
Бәйгеләр ул, никтер, ят булды,
Йүгән, ҡамыт һалмай, тәртә ватмай,
Түҙем, күндәм, тырыш ат булдым!
...Үтәһе юл алда байтаҡ әле,
Уйҙар ҡайнай йәндә, йөрәктә,
Тейер микән тырыш йөк атына
Бер булһа ла затлы бүләктәр?!
Кеше йәшәй ниҙер көтөпЙылдар елеп, сабып үтә,
Кеше йәшәй ниҙер көтөп,
Бәхет ҡошон эҙләй-эҙләй,
Ғүмер йомғаҡтарын һүтеп.
Юлда күпме ҡаршылыҡтар...
Һикәлтәләр көтөп тора,
Шатлыҡтар йыш урап үтә,
Ҡайғы-һағыш иңгә ҡуна.
Ҡаҡҡылай ҙа, һуҡҡылай ҙа
Яҙмыштарҙың хәтәр еле,
Еңел генә бирелмәй шул
Был тормоштоң һәр бер үре.
Һынай тормош бәндәләрҙе,
Һыуҙан алып, утҡа һала,
Яңылыштарҙан, хаталарҙан
Йөрәктәрҙә яра ҡала.
Сәстәргә лә ҡарҙар ята,
Ярһыу хистәр инде үтә,
Ә шулай ҙа кеше һаман
Бәхет, шатлыҡ өмөт итә.
...Ерҙә йәшәү — үҙе бәхет,
Тормош матур, тормош гүзәл,
Донъя һис тә һөйөп туймаҫ,
Ул мәңгелек — йәшел үҙән!