Күршең менән татыу бул09.04.2014
Күршең менән татыу бул
Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ әүлиәләр төбәге, башҡорттарҙың изге тауы Торатау итәгендә ҡор йыйған. Ете ырыу аҡһаҡалдары илде, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл иткән. Берҙәм, дуҫ, татыу йәшәү — беҙҙең халыҡтың булмышы, йәшәү рәүеше ул. Электән килгән йолабыҙға тоғро ҡалып, Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге "Красноусол" шифаханаһы артистары менән берлектә “Дуҫлыҡ күпере” тигән матур осрашыу үткәрҙе.

Ишембай районының йәмле тәбиғәтле Маҡар ауылы был көндә матур байрам тамашаһынан гөрләп торҙо. Маҡар мәҙәниәт йортона барлыҡ клуб мөдирҙәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре дәррәү йыйылды. Был күркәм дуҫлыҡ тантанаһында Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Шаһиеваның, “Красноусол” шифаханаһы директоры урынбаҫары Рәмзиә Юлмөхәмәтованың сығыштары, Маҡар ауыл биләмәһе башлығы Әмир Рәхимовтың осрашыу иҫтәлеге итеп ғафуриҙарға районыбыҙҙың тәбиғи ҡомартҡыһы Торатау төшөрөлгән картинаны тапшырыуы залда ултырған һәр кемдең күңелендә йылы, матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Күршең менән татыу бул “Красноусол” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, халыҡ-ара ҡурайсылар конкурсы лауреаты Рәмил Ҡотдосов, балалар сәнғәт мәктәбенең Маҡар филиалы балалар хоры, “Селтербей” өлгөлө балалар вокаль ансамбле (етәксеһе – Мәрйәм Солтанова), “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе – Артур Мөхәмәтйәнов), “Шифа” фольклор эстрада төркөмө (етәксеһе – Кәбир Монасипов), Ишембай мәҙәниәт йортоноң “Илһам” эстрада-вокаль ансамбле етәксеһе, республика, район конкурстары лауреаты Регина Төхвәтуллиналарҙың сығыштары байрамдың сағыу биҙәге булды.
— Ишембай ҡалаһында Мәҙәниәт йылын асыу тантанаһына арналған ҙур кисәлә ҡатнашҡандан һуң, ауылға ҡанатланып ҡайттыҡ. Шул саҡ күңелдә Маҡарҙа ла ошондай ҙур сара ойоштороу теләге тыуҙы. Күршең менән дуҫ йәшә, ти халҡыбыҙ. Ут күршебеҙ ғафуриҙарҙы саҡырып, дуҫлыҡ күперебеҙҙе нығытырға булдыҡ. Уларҙың дәртле, талантлы булыуына гел һоҡланабыҙ. Был сара — райондар араһында дуҫлыҡ бәйләнеше булдырыуҙың бер өлгөһө ул, – тине байрамды ойоштороуға башланғыс биргән Ишембай районының почетлы гражданы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Солтанова.
Ике райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре халҡыбыҙҙың матур, изге йолаһын дауам иттерҙе.



Вернуться назад