Стәрлетамаҡ театры сәхнәһендә – тәүге тапҡыр “Калигула” трагедияһы
…Кеше нәфсеһенең сиге бармы икән? Бәхетле булып та үҙҙәрен бәхетһеҙ тип һанаусылар ҙа юҡ түгел шул уҡ ваҡытта. Ғөмүмән, тормош – оло бер буталсыҡ донъя һымаҡ.
Ошондай һәм башҡа мәғәнәле-мәғәнәһеҙ уйҙар ирек бирмәй Калигула батшаға. Шуғалырмы, ҡулында власть булһа ла, уға етмәй, уға Ай кәрәк…
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, буласаҡ Рим императоры Гай Юлий Цезарь бала сағында төрлө ауырлыҡтарға дусар була. Һуңынан был шәхестең үтә бәғерһеҙ булып китеүе лә, бәлки, ошоға бәйлелер. Сабый ваҡытынан уҡ “итек башы” (Калигула) тигән мыҫҡыллы ҡушамат йөрөткән был әҙәми заттың киләсәктә шул аяҡ кейеме һымаҡ башҡаларҙы тапап йөрөйәсәген кем уйлаған тиһең. Эйе, иң яҡындарын да, иң тоғроларын да аямай Калигула. Әйтерһең дә, үлем, емеректәр аша донъя хаҡиҡәтен, йәшәү мәғәнәһен эҙләй...
Әлбиттә, бер ҡарағанда — кешелекле, икенсе яҡтан яуыз шәхестең ҡанһыҙ булып китеүе “бала саҡ яраларына” ғына бәйле түгел һымаҡ. Туғаны һәм шул уҡ ваҡытта мөхәббәте Друзилланың үлеменән һуң уның башында “буталсыҡтар” башлана бит. Төптән уйлағанда, Друзилланың үлемен кисерә алмау йәһәтенән тыуған “Ерҙә лә, Күктә лә ғәҙеллек юҡмы ни?” — тигән шомло һорау Калигуланы шундай юлға этәрә түгелме?! Бөтә матурлыҡты ҡорбан итеп, ялағайлыҡ, ике йөҙлөлөк, ғәҙелһеҙлеккә көрәш аса Калигула.
…Яуыз император хаҡындағы пьесаһын Альбер Камю 1939 йылда яҙа. Бер нисә йылдан әҫәр сәхнәләштерелә. Ул саҡта барыһы ла Калигуланы Гитлер менән сағыштыра. Әммә авторҙың тарихи шәхескә мөрәжәғәт итеүенә ҡарамаҫтан, сәнғәт әһелдәре, әҫәр тарихтан йыраҡ тора, ул фәлсәфәүи нигеҙгә ҡоролған, ти. Тик барыбер ҙә төрлө дәүерҙә йәшәгән, төрлө дәүләттәр менән идара иткән ҡайһы бер батшаларҙың йүләрлеге, ҡомһоҙлоғо һәм мәғәнәһеҙлеге хаҡында уйланғанда Калигула иҫкә төшмәй ҡалмай. Нисек кенә булмаһын, пьеса бына инде илле йылдан ашыу төрлө илдәрҙең сәхнәләрендә ҡуйыла. Ә 10-11 апрелдә ул башҡорт телендә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе актерҙары тарафынан тамашасы хөкөмөнә сығарыласаҡ.
Әйткәндәй, был проект бер миллион һумлыҡ Башҡортостан Президенты грантына эйә булды. Ҙур фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә әҫәр тамашасыны ла битараф ҡалдырмаҫ, тип ышанғы килә.
Азат Йыһаншин,
пьесаны сәхнәләштергән режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы,
Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты:
— Был әҫәргә тотонғанда хафаландыҡ: Калигула образын тулыһынса асып, төп идеяны тамашасыға еткереп булырмы? Пьеса өҫтөндә эшләүе яуаплылыҡ ҡына өҫтәп ҡалманы, кинәнес тә, ғорурлыҡ тип әйтһәк тә булалыр, килтерҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, әҫәрҙән үҙем өсөн күп нәмә алдым. Уйлап ҡарағанда, һәр кемдең дә күңелендә үҙ-үҙе менән көрәшеүсе Калигула йәшәгән һымаҡ бит.