БДУ-ла уҡытҡан сағында, төп эшенән айырылмайынса, ТТӘИ ғалимдары менән берлектә 18 томлыҡ "Башҡорт халыҡ ижады" йыйынтығын төҙөүҙә лә ең һыҙғанып эшләгәне өсөн, Мөхтәр Сәғитов, Нур Зарипов, Фәнүзә Нәҙершина, Лев Бараг, Әхнәф Харисов ише ғалимдар менән бергә уға ла 1987 йылда Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Рәхимов ҡул ҡуйған "Башҡортостан халыҡтарын милли-мәҙәни үҫтереү программалары хаҡында" тигән Указын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында, ТТӘИ директоры академик З.Ә. Ураҡсин етәкселегендә Ф.А. Нәҙершина, Х.С. Ихтисамов, Р.С. Сөләймәнов ҡатнашлығында, вуз фольклорсыларының кәңәш һәм теләктәрен иҫәпкә алып, Әхмәт Сөләймәнов әҙерләгән "Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының фольклорын өйрәнеү, тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса программа" проекты, төрлө инстанцияларҙа тикшерелгәндән һуң, 2002 йылдың 23 декабрендә Хөкүмәтебеҙҙең махсус ҡарары менән раҫланды. Уны ғәмәлгә ашырыу эше лә Ә.М. Сөләймәнов етәкселегендә башланғайны. Әммә, төрлө объектив һәм субъектив һылтауҙар сәбәпле, дәүләт әһәмиәтендәге был эш әле һаман бер урында тапана. Урыҫ фольклоры буйынса эштең Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы профессоры И.Е. Карпухиндың тырышлығына ғына ҡайтып ҡалыуын, башҡорт халыҡ ижады буйынса планлаштырылған 55 томдың 12-һе генә сығыуын иҫәпкә алмағанда, республикабыҙҙа йәшәгән бүтән этник төркөмдәрҙең фольклоры һаман күтәрелмәгән сиҙәм хәлендә. Башҡорт фольклоры буйынса донъя күрергә өлгөргән әлеге томдарҙың ҡап яртыһын (шуларҙың өсәүһен йә Р.Ә. Солтангәрәева, йә З.Я. Шәрипова, йә Ә.Б. Хөсәйенов, М.Х. Нәҙерғоловтар менән ҡулдаш булып) Ә. М. Сөләймәнов әҙерләне. Иҫәп хисапҡа тура килһен. Шуныһын да телгә алайым: "Башҡорт халыҡ ижады" тупламаһының, әле һүҙ барғанынан тыш, быға тиклем туған телебеҙҙә сыҡҡан 18 томлығын, әле урыҫ телендәгеһен әҙерләүҙә лә ҡатнашҡанын иҫәпкә алғанда, ул 13 томдың автор-төҙөүсеһе йә авторҙаш-төҙөүсеһе булып сыға. Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә тағы ике томы сират көтөп ята. Бөгөн ғалим Программа буйынса үҙ өҫтөнә алған башҡа томдарҙы туплау мәшәҡәте менән мәшғүл.
Әхмәт Сөләймәнов – "Тормош-көнкүреш әкиәттәре: Жанр үҙенсәлектәре", "Башкирские народные бытовые сказки: Сюжетный репертуар и поэтика", "Әкиәттә – хәҡиҡәт", "Устарымда ерем йылъяҙмаһы", "Халыҡтың юмористик сәсмәүере", "Мөғжизә инештәре", "Башкирская народная новелла", "Бала-сағаның уйын фольклоры", "Эпик мираҫыбыҙ", "Мөхәббәт дастандары", "Беҙҙең илдең йәме", "Башҡорт балаларының ҡарһүҙе: 1-се китап", "Фән иленең уҙаманы", "Йырын йырлар, ялыҡмаҫ", "Аҡмулланы биргән Мең ҡәүеме фольклоры: 1 – 3-сө томдар", "Башҡорт балаларының ҡарһүҙе: 2-се, 3-сө китап" (авторҙашы – кесе ҡыҙы Нәркәс Хөббөтдинова. – Өфө, 2009) ише эреле-ваҡлы утыҙлап монографик китап авторы. Ун бер ырыуҙан торған Мең ҡәүеме фольклоры буйынса кесе тупламаны Әхмәт Сөләймәнов Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 175 йыл тулыуҙы билдәләү, йыл да Башҡортостанда Халыҡ-ара Аҡмулла көндәрен үткәреү хаҡында республикабыҙ президенты ҡул ҡуйған указдарға яуап итеп атҡарғайны. Күренекле ғалим Мөхтәр Сәғитовтың тыуыуына 75 йыл тулыуҙы билдәләү тураһындағы бойороҡҡа ярашлы, уның "Башҡорт эпосының мифологик һәм тарихи нигеҙҙәре" тигән монографияһын әҙерләне, ошо күренекле фольклорсыбыҙҙың ижади портретын яҡтыртҡан "Фән иленең уҙаманы" тигән китап яҙҙы. Был баҫмалар М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Фольклор үҙәге исеменән донъя күрһә лә, асылда, башҡа бик күп эштәре кеүек үк, Әхмәт Мөхәмәтвәли улының үҙ теләге менән ялы иҫәбенә бойомға ашты.
Әхмәт Сөләймәновтың хеҙмәттәре башҡорт, татар, урыҫ, төрөк, үзбәк, ҡарағалпаҡ, инглиз телдәрендә лә баҫылды. "Урал батыр" эпосының яңы баҫмаһын әҙерләгәндә, уның китаптан китапҡа күсә килгән һәм бер ни тиклем әҙәбиләштерелгән тексын йәш текстолог Шәүрә Шәкүрова, ғилми архивтағы нөсхәһе менән сағыштырып, уға байтаҡ ҡына мөһим төҙәтмәләр индергәйне. Әле әҙерләнгән "Башҡорт халыҡ ижады" тупламаһының Әхмәт Сөләймәнов төҙөгән 3-сө томына "Урал батыр" шул яңы редакцияһында инеп китте. Әҫәрҙе үҙенең баш һүҙе, аңлатмалары менән өс телдә айырым китап итеп баҫтырыу ихтыяжы килеп тыуғас, ғалим уның мәғәнәһенә хилафлыҡ килмәүен хәстәрләй. Уның үтенесе буйынса Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәким – урыҫ теленә, Зөһрә Рәхимова инглиз теленә эпостың юлын-юлға тәржемә итә. Бынан бары эпосыбыҙ ота ғына. "Урал батыр"ҙың һәм уның тәржемәләренең тап ошо варианты, Ғәйнислам Ибраһимов әйтеүенсә, Башҡортостандың ЮНЕСКО-ла үткән презентацияһы мәлендә (2008) БМО-ның мәҙәниәт буйынса абруйлы ғалимдарында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Президентыбыҙ Р.З. Хәмитов етәкселегендә 2013 йылда республикабыҙ шул халыҡ-ара ойошманың штаб-фатирында икенсе тапҡыр презентацияланғанда иһә, был эпосыбыҙҙың Әхмәт Сөләймәнов проекты буйынса Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте матур итеп әҙерләгән өр-яңы баҫмаһы башҡорт-урыҫ, башҡорт-инглиз, башҡорт-француз телдәрендә өс китаптан торған блок рәүешендә тәҡдим ителде һәм юғары баһаға лайыҡ булды.
Фән өлкәһендәге уңыштарын иҫәпкә алып, 1997 йылда Әхмәт Сөләймәновҡа – Башҡортостандың, 2006 йылда “Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.
Һабаҡташ дуҫымдың эштәрен өҫтән-мөҫтән генә барлап ултырҙым да шундай фекергә килдем. Мәктәптә эшләгән мәшәҡәтле йылдарынан һуң Өфөлә тағы ла тынғыһыҙлыҡ кисереүе – минеңсә, яуҙан сығып, тағы яуға инеү менән бер.
Уртаҡ хистәр, уртаҡ хәстәр...
Үҙенең ҡаҙаныштары менән маҡтанмай Әхмәт Мөхәмәтвәли улы, киреһенсә, әлегә мөмкинлектәренән түбәнерәк эшләүенә зарлана. Ә инде ҡаҙаныштары хаҡында һүҙ сыҡҡанда:
– Мин бының менән Жәлил Кейекбаев, Кирәй Мәргән, Ғәли Сәйетбатталов, Әнүр Вахитов, Марат Минһажетдинов, Лев Бараг, Миҙхәт Ғәйнуллин, Марат Зәйнуллин ише уҡытыусыларыма бурыслымын, кафедралаштарым Ким Әхмәтйәнов, Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Ғиниәт Ҡунафин, Мирас Иҙелбаевтарға, һөнәрҙәштәрем Мөхтәр Сәғитов, Борис Әхмәтшин, Морат Рәхимҡолов, Нур Зариповтарға һәм, әлбиттә, ата-әсәмә, туғандарыма, ғаиләмә, тыуған еремә бурыслымын һәм оло рәхмәтлемен, – тине лә былай тип өҫтәп ҡуйҙы. – Мин ил эсендә дан алған, ил тышында һан алған Х.Ә. Кор-Оғлы, В.П. Аникин, А.И. Алиева, В.В. Илларионов, К.М. Миңнуллин, Н.Ш. Хисамов, Ф.И. Урмансы кеүек эскерһеҙ ярҙамсыл алыҫ коллегаларымды яҡын күрәм, ил тышындағыларҙан Түрә Мирзаев (Үзбәкстан), Садиҡ Турал, Фиҡрәт Төркмән, Имран бей, Мәтин Әргүн, Иҫәнбикә ханым Вәлиди (Төркиә), Исмаил Гусейнов, Али-Шамил (Азербайжан) ише сит ил ғалимдарын, байтаҡ йылдар Төркиәлә республикабыҙ вәкиле вазифаһын атҡарған Ҡаншаубий Мизиевты йылы хистәр менән иҫләйем.
– Юлыңда осраған һәр кем һиңә ярҙам итеп торҙомо? — тип һораным унан, ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс.
– Эйе, – тине һабаҡташым һәм үҙенә хас тапҡырлыҡ менән өҫтәне. – Кемдер ҡамасау ҡылмаһа, уны ла мин эшемә ярҙам итеү тип таныйым; кемдер аяҡ салһа, уларына ла шундай уҡ баһа бирәм: сөнки ундайҙары сәмемде генә уята, сәм тигәнең иһә мине тағы ла нығыраҡ егелеп эшләргә мәжбүр итә.
1991 йылда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә күсһә лә, Әхмәт Мөхәмәтвәли улы БДУ менән араны өҙмәне. Байтаҡ йылдар башҡорт филологияһы һәм сит ил әҙәбиәте буйынса диссертация советы ағзаһы булып тороуҙан тыш, студенттарға башҡорт халыҡ ижады серҙәрен өйрәтте. Бөгөн иһә, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы профессоры булараҡ, Фольклор үҙәге ойоштороу менән мәшғүл, бер үк ваҡытта Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында ла башҡорт фольклоры буйынса дәрес бирә.
Ҡатыны, һабаҡташыбыҙ, Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының башланғыс кластарында Давыдов-Эльконин системаһы буйынса уңышлы эшләп абруй ҡаҙанған Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Флүрә Ғөбәйҙулла ҡыҙы менән Әхмәт ике ҡыҙ, бер ул үҫтерҙеләр. Инәнән күргән – тун бесер, атанан күргән – уҡ юныр, тигәндәй, балалары ла юғалып ҡалманы. Ләйсәндәре – философия фәндәре кандидаты (БДУ-ла уҡыта), Нәркәстәре әле генә филология фәндәре докторы тигән ғилми дәрәжәһе раҫланыуы шатлығын кисерә (ул – ТТӘИ-ның өлкән ғилми хеҙмәткәре), Жәлилдәре – күренекле рәссам, республикабыҙҙың Ш. Бабич исемендәге премияһы лауреаты, республикабыҙҙың Рәссамдар союзы рәйесе урынбаҫары, Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта, үҙенә алмаш әҙерләй. Силәбе ҡалаһында үткән "Оло Урал" күргәҙмәһе лауреаты: Жәлил унан алтын миҙал алып ҡайтты. Үкенескә ҡаршы, Флүрәгә генә балаларының был ҡаҙаныштарын күреп ҡыуанырға насип булманы – мәкерле сир 1995 йылда уның ғүмерен өҙҙө. Әммә уның рухы Әхмәттең ғаиләһендә йәшәй. Бында уның яңы никахының да роле ҙур, әлбиттә. Бөгөн Әхмәт дуҫым билдәле йырсы, республикабыҙҙың халыҡ артисткаһы, танылған радиожурналист, халыҡ ижадын ихлас пропагандалаусы Фәниә Байгилде ҡыҙы менән донъя көтә. Уның йөҙөндә Әхмәттең балалары – икенсе әсәй, алты ейән-ейәнсәре яңы өләсәй тапты. Фәниәнең улы Айрат Әхмәтте үҙ атаһылай күрә, ун өс ейән-ейәнсәре олатай тип өҙөлөп тора. Бөгөн улар барыһы ла уртаҡ хистәр, уртаҡ хәстәр менән йәшәй.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.
(Аҙағы. Башы 62–65-се һандарҙа).