Һәр яҙыусы шәхесме?08.04.2014
Был һорауҙа тәүге төп һүҙ – яҙыусы. Бөгөн Башҡортостан Яҙыусылар союзында – 230 ағза. Ошо юғары атаманы йөрөтөү өсөн Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә ике китап сығарырға һәм Союздың ҡабул итеү комиссияһының “сират күпере”н үтергә кәрәк. Икенсе төп һүҙ – шәхес.

1993 йылда Мәскәүҙә нәшер ителгән “Башҡорт теленең һүҙлеге” тигән китапта шәхес һүҙе “айырым сифаттары, үҙенсәлеге, тотҡан урыны, эше менән билдәләнгән кеше” тигән мәғәнәлә асыла. Әлбиттә, яҙыусы шәхеслегенең үҙенә генә хас булған айырмалары бар. Минең уйымса, уларҙың иң мөһиме – сәсәнлек традицияларына тоғро ҡалыу. Тимәк, әгәр 230 яҙыусының һәр береһе шәхеслеккә дәғүә итә икән, ул иле һәм халҡы өсөн янып йәшәргә тейеш. Кешенең аңына ғына түгел, хатта ҡанына һеңгән ышаныс – яҙыусы һүҙ оҫтаһы ғына түгел, ә аҡыл эйәһе лә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдар һүҙҙең, шул иҫәптән яҙыусы һүҙенең дә бәҫен төшөрҙө. Быға сәйәсмәндәр һәм яуапһыҙ түрәләр ҙур өлөш индерҙе, ә яҙыусыларҙың күбеһе, сәйәсмәндәрҙе хуплап, түрәләрҙе маҡтауҙан юғары күтәрелә алманы тиһәм, хаталанмам, буғай. Ә аҡылға килгәндә, Чилиҙың мәшһүр шағиры, Нобель премияһы лауреаты Пабло Неруданың әйтеп ҡалдырған һүҙе бар: “Кешене кеше итеү өсөн әллә күпме хәл-ваҡиғаның ер юлдары буйлап ваҡыт һынауын үтеүе кәрәк”. Яҙыусы тигән юғары исемде лайыҡлы йөрөтөү өсөн ваҡыт һынауы, кәм тигәндә, ике тапҡырға ҡатыраҡ булырға тейеш тип уйлайым. Ни өсөндөр миңә беҙҙең яҙыусыларҙың формалашыу алгоритмы үтә ябай тойола – был, ғәҙәттә, ауыл мәктәбе, әрме хеҙмәте, Башҡорт дәүләт университеты, гәзит йә журнал редакцияһы, “мин – талант эйәһе” тигән оло ышаныс һәм Ким Әхмәтйәновтың “Әҙәбиәт теорияһы”. Ваҡыт һулышы, хәл-ваҡиғалар бәрелеше, туған халҡыңдың хәле, замандың йөрәк тибеше етмәгән һымаҡ тойола.
Республиканың Дәүләт суверенитетын иғлан итеүгә ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Әлбиттә, был үҙаллылыҡ башҡорт милли интеллигенцияһы өсөн уңышлы булды тиһәм, хаталанмам. Яҙыусылар союзы ағзаларының байтағы (айырыуса Өфөләгеләре) матди хәлдәрен яҡшыртты, фатирҙар алды, сит яҡтарға сығып йөрөнө, күптәре, тере классикка әүерелеп, һайланма әҫәрҙәрен сығарҙы, сәйәсәттә әүҙем ҡатнашҡандары юғары исемдәр һәм наградалар алды. Ә яҙыусы шәхеслеге, уның сәсәнлек традицияларына тоғролоғо үҫтеме, хәстәрләндеме, тейешле баһаһын алдымы? Талантлы, өмөтлө йәштәр ижади сәхнәгә сыҡтымы, уларҙы эҙмә-эҙлекле үҫтерҙеләрме, ҡурсаланылармы? Һорауҙар күп, улар иртәгә тағы ла күберәк һәм киҫкенерәк булмаһын тиһәк, дөрөҫ яуап эҙләү һәм табыу мотлаҡ.
Яҙыусы шәхесенең йәмғиәттә тотҡан абруйлы урынын суверенитет иғлан иткәндә күрҙем мин. Хәҙерге З. Вәлиди урамының 40-сы йортонда республиканың Юғары Советы үҙаллылыҡ тураһында декларация ҡабул итә. Бәхәс бик ҡыҙыу, беҙ – райондарҙан йыйылып килгән 300-ләп кеше – бинаны уратып алғанбыҙ, ә ишекте милиция кордоны (50-ләп кеше) һаҡлай. Үтә лә киҫкен мәлдә репродуктор аша Мостай Кәримдең тыныс, ышаныслы, аҡыллы һүҙҙәре яңғыраны. Был сығыш бәхәскә һынылыш индерҙе тиһәм, хаталанмам, буғай. Бына ҡайҙа шағир һүҙенең көсө, бына ҡайҙа яҙыусының йәмғиәттә тотҡан урыны!
Бөгөн Башҡортостан Яҙыусылар союзының урындағы бөтә филиалдары ябыҡ, үҙәк ойошма үҙ хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләй алмай. Иң абруйлы, халыҡҡа иң яҡын, милләттең данлы үткәнен генә түгел, бөгөнгөһөн, айырыуса киләсәген хәстәрләгән ойошма меҫкен хәлгә төшмәһен ине. Ошо шарттарҙа хәҡиҡәтте танырға кәрәк: дөйөм алғанда, яҙыусылар ойошмаһында, яҙыусы исемен йөрөтөүселәр араһында, шәхестәр һирәк. Ул ғына ла түгел, шәхеслек бик ҙур тиҙлек менән ҡатын-ҡыҙға күсә. Сараһыҙҙан, әлдә улар бар әле, тип әйтергә мәжбүрһең. Ҡыҙғаныс, ошо киҫкен осорҙа ир-егет үҙенең шәхси, бер көнлөк мәнфәғәттәрен Яҙыусылар союзыныҡынан юғарыраҡ ҡуя. Бер-береңдән көнләшеү, ҡырағай формаларға барып еткән үс алыу – һуңғы XV съезд быныһын да күрһәтте.
Башҡорттоң боронғо, ваҡыт һынауын үткән, бөгөн бик урынлы яңғыраған мәҡәле менән ошо ҡыҫҡа ғына яҙмамды тамамлайым: “Бөлөр илдең балаһы бер-береһен бахыр, ти, булыр илдең балаһы бер-береһен батыр, ти”. Беҙ, яҙыусылар, иң тәүҙә сәсәнлек традицияларына тоғро ҡалған шәхестәр булайыҡ. Ә батыр тип беҙҙе халҡыбыҙ атаһын.


Вернуться назад