Алмаш барҙа — рух мәңгелек08.04.2014
Алмаш барҙа — рух мәңгелек Республикабыҙҙа “Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафоны дауам итә. Йыр-моңға әүәҫ, талантлы халҡыбыҙҙы берләштергән, һәләтен күрһәтергә булышлыҡ иткән, рухын күтәргән күркәм сара һәр төбәктә гөрләп уҙа.

Дарман алып ҡайттылар

— Үрнәк алыу менән бергә һеҙҙән ҡалышмаҫҡа ла тырышабыҙ, — тине “Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” эстафетаһын алып килгән Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов марафон штандартын Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Шамил Хәлитовҡа тапшырғанда.
Сара балалар бейеү ансамблдәренең “Оло Уралдың ваҡыт ритмдары” төбәк-ара фестивален асыу тантанаһына тура килде.
1993 йылда “Ҡала ритмдары” конкурсы булараҡ башланған был бәйге ике йылдан республика кимәленә күтәрелде, ә 1997 йылдан төбәк-ара статус алды. Унда төрлө йылдарҙа Татарстан һәм Удмурт республикаларынан, Пермь крайынан һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәренән байтаҡ бейеү коллективы ҡатнашты. Өс көн барған быйылғы конкурста егерме биш ижади коллектив үҙ сығышын күрһәтте, шул иҫәптән Нефтекаманан – биш, Өфөнән – дүрт, Благовещен һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Балтас һәм Ҡыйғы райондарынан – икешәр, Ағиҙел, Бәләбәй, Дүртөйлө, Мәләүез, Октябрьский, Салауат ҡалаларынан, Борай һәм Мишкә райондарынан — берәр ансамбль. Бал һәм эстрада бейеүҙәрен үҙ иткән алты йөҙҙән ашыу үҫмер ике йәш төркөмөндә сығыш яһаны. Уларға Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортоноң хореография бүлеге мөдире Анна Калыгина етәкселегендәге жюри баһа бирҙе.
Гран-приҙы Нефтекаманың “Виктория” өлгөлө эстрада-спорт бейеүҙәре ансамбле (художество етәксеһе — Виктор Мухин) яуланы. Фестивалдең лауреаттары — Салауат ҡалаһының Марина Костригина етәкләгән “Йылмайыу” өлгөлө бал бейеүҙәре ансамбле, Нефтекаманың “Миллениум” өлгөлө эстрада-спорт бейеүҙәре студияһы (етәкселәре — Лариса Шәрипова менән Марина Бәйтуллина).
Еңеүселәр алты номинацияла билдәләнде, уларға дипломдар тапшырылды.
“Фестиваль йондоҙо” дипломы Нефтекаманың “Арт-данс” клубы бейеүселәре Руслан Ғилметдинов менән Сабина Ғаязоваға бирелде.
“Үҙенсәлекле балетмейстер эше” дипломын Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Сергей Кафлевский алһа, “Балалар темаһына мөрәжәғәт итеүсе” номинацияһында Дүртөйлөнән Флүзә Шәйхиева билдәләнде.
бәйгеселәр өр-яңы ижад дарманы һәм Нефтекама менән танышыуҙан онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алып таралышты.
Нефтекама үҙ сиратында мәҙәни эстафетаны Салауат районына тапшырҙы.
Ансар НУРЕТДИНОВ.

Нефтекама ҡалаһы.


Алмаш барҙа — рух мәңгелек“Беҙ – Салауат тоҡомонан”
Малаяҙ район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙан байрам төҫөн алған. Дәртле көй яңғырай, әләмдәр елберҙәй, стенаға яҙыуҙар эленгән, милли кейемдәге ҡыҙ һәм малайҙар сығыш яһай. Ҡунаҡтар барыһынан да ҡәнәғәт.
Фойе ла үҙенсәлекле биҙәлгән. “Етегән” башҡорт фольклор ансамбле һәр кемде дәртле йыр-бейеү һәм ҡымыҙ менән ҡаршылай. Уң яҡҡа “Салауат ере таланттарға бай” тип исемләнгән фотокүргәҙмә ҡуйылған: Салауат Юлаев, Рәми Ғарипов, Ғәлиә Солтанова, Вәкил Шөғәйепов, Хәмит Яруллин, Рәсимә Ғәйфуллина һәм башҡа билдәле шәхестәрҙең тормошо менән танышырға мөмкин. Шәжәрәләр янында халыҡ күп. Бәләкәс кенә малайҙың: “Ырыуым – түбәләҫ, ҡошом – ҡарсыға, ағасым – ҡарағас, ораным – һандал, тамғам – сүмес”, – тип шартлатып әйтеп тороуына нисек ғорурланмаҫҡа! Бикмөхәмәтовтар һәм Әбдрәшитовтар үҙҙәренең нәҫел тамырын тәрән белеүе менән бүтәндәргә өлгө итеп күрһәтелде. Уҡыусы балаларҙың ҡул эштәре лә хайран ҡалдырҙы – нимә генә юҡ унда!
Тамаша залында алма төшөрлөк тә урын булмауы салауаттарҙың йыр-моң кисәләрен яратыуы, уларҙы юғары кимәлдә ойоштора белеүе тураһында һөйләй.
– Һүҙ ҙә юҡ, Мәҙәниәт йылында беҙҙең тармаҡҡа иғтибар күп, – тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. – Әммә был тәңгәлдә маҡсатлы уй-ниәттәр былтыр уҡ башланды тиеү дөрөҫөрәктер. Хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡының күтәрелеүе, матди-техник базаның яҡшырыуы һәм башҡа хәстәрҙәр – шуға асыҡ миҫал.
Әминә Ивний ҡыҙы ата-әсәне балаларына мөмкин тиклем күберәк иғтибар бүлергә өндәне, кескәйҙәрҙе серле сәнғәт донъяһына ылыҡтырырға саҡырҙы. “Уларҙы балалар сәнғәт мәктәбенә, төрлө түңәрәктәргә яҙҙырыу, китапханаға йөрөтөү – мәҙәниәтте үҫтереүгә бер аҙым”, – тине министр.
Салауат районы хакимиәте башлығы Ғәле Хәйретдинов ошо яҡтың һыуын эсеп үҫкәндәрҙең йыр-моңға маһир булыуын телгә алды, өлкән быуынды алмаштырырлыҡ Фәриҙә Ғаззалова, Рәдиф Зарипов һәм башҡа өмөтлө йәш йырсыларҙың барлығына һөйөнөсөн белдерҙе.
Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Шамил Хәлитов билдәләүенсә, халыҡ милли батырыбыҙ Салауаттың тыуған яғын тағы күреү, бындай күңелле сарала ҡатнашыу өсөн 600 саҡрым ғына түгел, унан да йырағыраҡ ара үтергә әҙер.
Мәҙәниәт йылы штандартын тапшырыу тантанаһынан һуң тамашасыларҙы беренсе булып Нефтекаманан килгән “Ләйсән” халыҡ вокаль ансамбле сәләмләне, унан инде кисәне “Беҙ – Салауат тоҡомонан” тигән тамаша дауам итте.
Салауаттарҙан эстафетаны Ҡыйғы районы ҡабул итәсәк.
Илдар АҠЪЮЛОВ.

Салауат районы.


Вернуться назад