Яуҙан сығып яуға ингәндәй05.04.2014
Яуҙан сығып яуға ингәндәй Тәүге яҙмаларының утҡа юлыҡҡаны...

Был ғаиләлә шулай йыр, таҡмаҡ, шиғыр сығарыу ғәҙәти хәл иҫәпләнгән. Әхмәттең атаһы ла һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табып, төртмә таҡмаҡ сығарырға маһир була. Бөгөн дә уларҙы хәтерләүселәр бар. Һуғыштан һуң район гәзитендә Мөхәмәткилде ағайҙың шиғырҙары йыш баҫылып тора. Аҙаҡ был традицияны Мөхәмәтзәки ағай дауам итә. Бибикамал апайҙың да бәйет, таҡмаҡтары Бөрйәндә күптәргә мәғлүм. Әхмәттең һөйләүенсә, уның һәр хаты таҡмаҡ менән бөтөр булған. Әйткәс әйтәйем, ижад ене Бибикамал апайҙың Сәриә, Миңнур тигән ҡыҙҙарына ла ҡағылған.
– Ғөмүмән, беҙ бәләкәй саҡта ауылда сәсәнлек башланғысы көслө ине, – ти Әхмәт. – Туҡай әйтмешләй, бер нәмә шылт иттеме – таҡмаҡ йә бәйет. Мәсет-клубта кистәрен йәштәр уйын ҡора. Уҡытыусылар беҙҙе, бала-сағаны, ҡыуа. Ә беҙгә ҡыҙыҡ. Эскәмйә аҫтына, шаршау артына йәшенеп булһа ла, ҡалырға тырышабыҙ. Бер тигәс тә, кемдең апаһы кемдең ағаһы менән бейегәнен, кемдең кем тирәһендә уралғанын күҙәткебеҙ килә. Шуға өлгәшһәк, кемдең тиҙҙән еңгәй, еҙнәй булырын юрайбыҙ. Еңгәйлеккә кандидаттар күп, ә бына егеттәрҙең күбеһе яу ҡырында ятып ҡалыуы сәбәпле, еҙнәйлеккә тигәненең дефицит икәнен беләбеҙ.
Клуб тирәһенән ҡайтмауыбыҙҙың икенсе сәбәбе лә бар: кемгә кем ниндәй төртмә таҡмаҡ сығарыр икән? Ишетеп ҡалыуыбыҙ ғына бурыс – уны ололарҙан алда ауыл буйлап таратасаҡбыҙ.
Бер ваҡыт Байҡаш яғынан (Иҙел аръяғын беҙ шулай тип йөрөтәбеҙ) Зәйтүн тигән йылғыр малай (ауыр тупрағы еңел булһын) мейес башына менеп йәшенмәк булған. Аңғармай ҙа ҡалған – бер кирбес ярсығын төртөп төшөргән дә ебәргән был. Уйынсылар сыр-сыу килгәнгә ҡараһаҡ, Хоҙайым, мейескә арҡаһын терәп ултырған Хәҙисә өләсәйҙең башы ҡанға туҙған. Әбейҙе тиҙ генә алып сығып киттеләр. Халыҡ тынысланғас, уйын яңынан башланды, һәм... ни ишетәбеҙ? Көткәнебеҙҙе, әлбиттә. Бер апай таҡмаҡ башланы, һикһәнгә артылып барған әлеге өләсәй хаҡында ине ул:

"Комсомолка" Хәҙисә Килгән йәштәр ҡашына...

Шулай тип бер әйләндеме-юҡмы, икенсеһе таҡмаҡты еренә еткереп тә ҡуйҙы:
"Комсомолка" Хәҙисәнең
Кирбес төшкән башына.
...Икенсе класта ғына уҡыған мәле икән Әхмәттең. Ҡайҙан башына килгәндер: ишеткән йырҙарҙы дәфтәргә теркәй бара малай. Әхмәттең шулай башланған йыр дәфтәренә стенаға йәбештерелгән гәзиттән мөхәббәт таҡмаҡтары ла инеп ултыра. Бына бер мәлде ул үҙенең яҙмалары менән иптәштәрен таныштырмаҡсы була. “Минең йәрем армияла...” – тип уҡып та ебәрә – әлеге яҙмалар ҡуҙы баҙлап ятҡан мейескә оса. "Иртәрәк әле һиңә ундай нәмәләрҙе уҡырға!" – Екергән тауыш уның йөрәген телеп үткәндәй була... Аңғармай ҡалған икән – класҡа уҡытыусы апай килеп кергән булған...
Мәскәүҙән килгән ике ағай менән осрашыу
Тәүге фольклор дәфтәренең утҡа осоуы халыҡ ижадына булған иғтибарын һүндермәй Әхмәттең. Киреһенсә, сәм генә уята. Уның халыҡ ижадына ылығыуына Мөхәмәткилде ағаһының фольклор менән мауығыуының да йоғонтоһо ҙур була. "Бер мәлде йәй көнө шул оло ағайыма, – тип хәтерләй Әхмәт, – ике ят егет килде: береһе ҡулбашы аша фотоаппарат тағып алған, сәсе күбәләй булып ҡабарғанының костюмы кеҫәһенән ҙур ғына блокнот һерәйеп тора. Шул бөҙрәкәй:
– Мөхәмәткилде ағай, беҙ осраҡлы килмәнек, һеҙҙе яҡшы белгән кешеләр өйрәтеп ебәрҙе, – тигәс, ағайым һағая биреп кенә:
– Булыр, булыр, – тигән булды.
– Һеҙ бындағы фольклорҙы йыйыу менән шөғөлләнәһегеҙ икән. Ошо Байназар ауылындағы хәтерле ҡарттар менән таныштырһағыҙ ине...
Бөҙрәкәйҙең шул һүҙҙәренән һуң былар өсәүләшеп ауыл буйлап сығып китте лә кисләтеп кенә ҡайтып инде. Сәй эсеп алғас, урындағы фольклор хаҡында оҙаҡ ҡына гәпләшеп ултырҙылар. Иртәгәһенә ағайым:
– Ҡустым, бына был ағайҙарыңды үҙебеҙҙең ауылға алып бар, – тине.
Миңә ни нимә, ике ҡанат, бер ҡойроҡ: ағай һүҙе – закон. Теге ят ағайҙарҙы ауылыма алып килдем.
Аҙаҡ шуны белдем: был ағайҙарҙың фотоаппаратлыһы йылдар үткәс 17 нәфис, 15 документаль фильм төшөргән мәшһүр кинооператор, Ҡаҙағстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре булып танылған яҡташыбыҙ Әсғәт Әшрәпов, "бөҙрәкәй" тигәнем хәҙер беҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры тип белгән Рәми Ғарипов булған. Икеһе лә Мәскәүҙән килгән икән. Әсғәт ағайҙың Бөтә Союз дәүләт кинематография институтында – кинооператорлыҡҡа, Рәми ағайҙың М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡыған саҡтары булған". Ошо осрашыу ҙа Әхмәт өсөн эҙһеҙ үтмәгәндер, моғайын.

Остаздары рухына бағышланған хеҙмәт

Әхмәтте бәләкәй сағында фольклорсы булыуҙың, бәлки, тик романтик яғы ғына ҡыҙыҡһындырғандыр. Әммә студент йылдарында уҡ был яуаплы эштең романтиканан башҡа яҡтары ла булыуына ныҡ төшөнә.
– Һәр саҡ ят кешеләр менән аралашырға тура килә бит инде фольклорсыға. Улар менән тиҙ арала нисек уртаҡ тел тапмаҡ кәрәк? – тип һорай ҡуйҙым мин бер саҡ. Быға ул бына нисек яуап бирҙе:
– Ғүмерҙә аяҡ баҫмаған ергә барып, күрмәгән-нитмәгән кеше менән уртаҡ тел табыуы еңел түгел, әлбиттә. Беренсе курста "Башҡорт халыҡ ижады" предметынан лекция уҡыған остазыбыҙ Әнүр Вахитов, хәтереңдәлер, фольклор йыйыу хаҡында: "Был эш – дәүләт әһәмиәтендәге мөһим эш, тип аңлата йөрөгөҙ", – тигәйне. Шул аҡыллы кәңәште бер ваҡытта ла онотҡан юҡ та ул... Ярай ҙа, һинең изге эш башҡарыуыңды аңлаған кеше осраһа. Ә ундайҙар, бәхеткә күрә, күптәр.
Әхмәт Сөләймәнов БДУ-ла уҡыған сағында уҡ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына йыш барып йөрөй торғайны. Ул саҡта был ғилем йорто беҙгә яҡын ғына, Карл Маркс урамы “Динамо” стадионына терәлгән ерҙә генә, урынлашҡайны. Яҡташы Мөхтәр Сәғитов, уҡытыусыбыҙ Әнүр Вахитовтар (ә ул беҙҙе бер йыл ғына уҡытҡандан һуң шул институтта асылған аспирантураға инеп, фән кандидатлығына диссертация яҡлап, шунда уҡ эшкә ҡалғайны) менән гел шунда осрашып, уларҙан кәңәш ала йөрөр ине. Ә инде 1972 йылдың көҙөндә, БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте кафедраһына өлкән уҡытыусы итеп саҡырылғандан һуң, был ғилем усағында ул бөтөнләй үҙ кешегә әүерелде. Тап шул дәүерҙә институт ғалимдары мәж килеп бая телгә алынған ун һигеҙ томлыҡ "Башҡорт халыҡ ижады" тупланмаһын әҙерләй башлағайны ла инде. Бер осрағанында Әнүр Вахитов ошо хаҡта һүҙ ҡуйыртып тора ла уны етди һөйләшеүгә саҡыра.
– Марат Минһажетдинов вафат булғас, уға тәғәйен тормош-көнкүреш әкиәттәре менән көләмәстәр томын миңә йөкмәттеләр. Ә минең елкәлә унһыҙ ҙа эш күп: докторлыҡ диссертацияһын тамамлап ҡуйырға ине... Әхмәт, әллә һин тотонаһыңмы шуға? Бына Марат туплай башлаған әйберҙәр, – тип ике йөҙләп көләмәс йыйылған йоҡа ғына папка тоттора. – Бер том килеп сығырмы-юҡмы...
Был һөйләшеү Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директорының урынбаҫары Әхнәф Харисов кабинетында дауам итә. Әнүр ағайҙың икеләнеүен ишеткән кеүек, ул да:
– Нисек уйлайһың, Әхмәт? Көләмәс менән тормош-көнкүреш әкиәттәренән берәй том төҙөп булырмы? – ти, уның ризалығын алғандан һуң.
Һорау бик урынлы була, сөнки әлегә көләмәстәрҙе ихласлап яҙып алыу, яҙылғанын рәткә килтереп, йыйынтыҡ төҙөү менән республикала берәү ҙә махсус шөғөлләнмәгәс, уларҙың әҙме, күпме икәне лә мәғлүм булмай. Ә тормош-көнкүреш әкиәттәре хаҡында "улар беҙҙә әҙселекте тәшкил итә" тигән фекер нығынғайны. Был фекер хатта Ким Әхмәтйәновтың "Әҙәбиәт теорияһы" тигән китабында теоретик яҡтан нигеҙләнгәйне. Эске тойомлауы ыңғай яуап бирергә мәжбүр итә Әхмәтте:
– Булыр ул...
Интуицияға ғына нигеҙләнеп, ыңғай яуап биреүен-бирә лә ул, әйткән һүҙеңде бойомға ашырырға ла кәрәк бит әле. Һәм Әхмәт архивтарҙа аҡтарына-соҡона башлай, халыҡ араһына сыға. Был эҙләнеү эшенә студенттарын да йәлеп итә. Һөҙөмтәлә тормош-көнкүреш әкиәттәре ике китапҡа һыйғыһыҙ булып китә. Көләмәстәр ҙә ике томлыҡ туплана. Хәҙер ул:
– Ошо эшкә йәлеп иткәне өсөн Әнүр Хисмәт улына сикһеҙ рәхмәтлемен, – ти.
Шулай тип әйтерлеге бар Әхмәттең. Күп томлыҡ өҫтөндә эшләүе, үҙе лә һиҙмәҫтән, уның өсөн фән докторлығына диссертацияның нигеҙ ташы ла, башы ла булып сыға. Тик уҡыусыһының ул дәрәжәгә өлгәшеүен уҡытыусыһына күрергә яҙманы: үкенескә ҡаршы, беҙҙе ауыр ҡайғыға һалып, ул да көнэлгәре баҡыйлыҡҡа күсте. Шуға күрә лә Әхмәт үҙе төҙөгән томдарын Марат Минһажетдинов менән Әнүр Вахитов атлы остаздары рухына бағышланған хеҙмәт тип иҫәпләй.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.

(Дауамы. Башы 62-63-сө һанда).


Вернуться назад