Яуҙан сығып яуға ингәндәй04.04.2014
Яуҙан сығып яуға ингәндәй
Республикабыҙҙа һәм ил эсендә генә түгел, уларҙан тышта, ер аяғы ер башында ятҡан мәмләкәттәрҙә лә халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар, уны ғилми яҡтан өйрәнеүселәр өсөн Әхмәт Сөләймәновтың исеме күптән билдәле. Берәүҙәр — халыҡ ижадын халыҡҡа еткереүсе, икенселәр — һәр саҡ эҙләнеүсән, баҫалҡы ғалим, Башҡорт дәүләт университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары — кешелекле уҡытыусы, мәктәп уҡыусылары иһә туған әҙәбиәт, Башҡортостан мәҙәниәте буйынса дәреслектәр авторы тип белә уны. Әҙиптәр даирәһендә ул Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы булараҡ таныш. Кем генә тип ҡабул итмәһендәр, нисек кенә баһаламаһындар, Әхмәтте белгән кеше иң тәүҙә уны итәғәтлелеге һәм ихласлығы өсөн хөрмәт, ихтирам итәлер, тип уйлайым.


Халыҡ ихтыяры менән

Әхмәт Мөхәмәтвәли улы – башҡорт һәм, ғөмүмән, төрки донъяһы фольклористикаһында күренекле урын яулаған филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, Рәсәйҙең Гуманитар фәндәр академияһы академигы. Өлкән уҡытыусы, доцент сифатында Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһында 19 йыл эшләп өлгөргән Әхмәтте Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты етәкселеге 1990 йылда фольклор һәм сәнғәт бүлегенә мөдирлеккә конкурста ҡатнашырға саҡыра. Был имтиханды ул уңышлы үтә. БДУ-ла эшләгән йылдарында уҡ ошо бүлек менән хеҙмәттәшлек итеүе һөҙөмтәһендә ун һигеҙ томлыҡ "Башҡорт халыҡ ижады" тупланмаһының дүрт томын әҙерләгән Әхмәт Сөләймәновты институттың ғилми советы ағзалары бер тауыштан шул бүлеккә етәкселек итеүгә лайыҡ тип таба. Күрәһең, Мөхтәр Сәғитовты иҫәпкә алмағанда, институт штатында торған коллегалары ике-өс том төҙөү менән сикләнгән бер мәлдә, ситтән тороп, бары символик ҡына эш хаҡы алыуына ҡарамаҫтан (бер томды — бушлай, ә өсәүһен өсәр ай ярты ставкаға ҡуйылған хәлдә атҡара), эшем эш булһын тип тырышыуын шулай баһаламаҡсы булғандар. Тик ун бер йыл шул вазифаһында уңышлы ғына эшләгәндән һуң уны 2002 йылдың йәйендә II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бер тауыштан ошо абруйлы халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһының Башҡарма комитеты рәйесе итеп раҫлай. Бына шулай, халыҡ ихтыяры менән уға яратҡан фәненән айырылып торорға тура килә. Насибы булғас, дүрт йылдан һуң Әхмәт Сөләймәновҡа был эште БДПУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы профессоры, Фольклор үҙәге етәксеһе рәүешендә өр-яңынан башларға форсат тыуа.

Беҙ – балалығын һуғыш урлаған быуындан

...1961 йылдың онотолмаҫ авгусы. БДУ-ла ҡабул итеү имтихандары бара. Оло корпустың тарих-филология факультеты урынлашҡан дүртенсе ҡаты айырыуса шаулы. Ни өсөн тигәндә, әҙәбиәтте, телде, тарихты яратыусылар бәхет һынарға йыйына бында. Әйткәндәй, 1963 йылда шул факультеттан үҙаллы тарих һәм филология факультеттары барлыҡҡа килде, “үҙгәртеп ҡороу” дәүерендә һуңғыһынан башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты айырылып сыҡты.
Ҡабул итеү имтихандарында Әхмәт – һалдат формаһында, мин моряк кейемендә йөрөнөк. Хәрби кейемгә һынау алыусылар ҙа икенсерәк ҡарар һымаҡ тойолғандыр, бәлки. Хәйер, һалдат менән моряктың бүтән ниндәй кейеме булһын инде. Йылдар үтте. Әммә Әхмәт гимнастеркаһын әле лә сисмәгән һымаҡ миңә, сөнки ундағы хәрби ыҫпайлыҡ, йөрөш-хәрәкәтендәге еңеллек, эш-һүҙендәге теүәллек һаман шул көйөнсә һаҡлана. Студенттары уға арнап:
Коридорҙан берәү килә:
Баҫа командир һымаҡ,
Үҙе йыйған әкиәттән
Төшкән баһадир һымаҡ, —

тип юҡҡа ғына таҡмаҡ сығарған тиһеңме!
Әхмәт Сөләймәнов 1939 йылда Башҡортостандың матур төбәгендә – Бөрйән районының Нәби ауылында уңған колхозсылар Мөхәмәтвәли Хәйрулла улы менән Нурикамал Лотфулла ҡыҙының ғаиләһендә тыуған. Тиңдәштәре кеүек үк, уның да бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Уҙған быуат ил эсендә илаш-һыҡташлы һәм ҡан ҡойошло 30-сы йылдарҙың буҫағаһына аяҡ баҫҡан сағында ғына сәйәси золом ҡорбандары исемлегенә теркәлгәс, Себер концлагерын үҙе теләп Аҡ диңгеҙ – Балтик каналы төҙөлөшөнә китеү мөмкинлегенә алмаштырып, удар хеҙмәт күрһәтеүе арҡаһында ғына иреккә сығарылһа ла, шул тырышлығына "бүләк"кә алған сире атаһын 1942 йылда тамам аяҡтан йыға һәм гүргә алып та китә. Өс кенә йәшендә ярты етем ҡалып, балалығы һуғыш дәүеренә тура килгән Әхмәттең тормошо нисек башланып киткәнен күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгелдер, моғайын. 1946 йылда ул ауылындағы башланғыс мәктәпкә бара. Тәүге уҡыу йылы уҡ хәтерҙә оҙаҡ һаҡланырлыҡ тормош һабағы була – беренсе класты тамамлаған яҙҙа халыҡ һуғыш осоронда күрмәгәнсә аслыҡ кисерә.
Был осорҙо хәтерҙән сығарған юҡ. Мин үҙем шәхсән был хаҡта БДУ-ла беренсе курста уҡыған саҡта “Сыйырсыҡтар бала осора” тигән поэмамда былай тип яҙғайным:
Ҡанатлана белдек
Ҡанатһыҙ ҙа,
Бала осорғанда сыйырсыҡ.
Уйлаған бер –
Туйҙырған ер ине,
Төшкә керә ине сыйырсыҡ,
Тешкә кермәй ине ҡыйырсыҡ...

Һөрөнөү килтергән ҡыуаныс

1958 йылда ВЛКСМ-дың Бөрйән райкомы юлламаһы буйынса райондан дүрт комсомолды, шул иҫәптән бер йыл алда ғына Байназар урта мәктәбен тамамлап, туған колхозында эшләп йөрөгән Әхмәтте, Союзда беренсе тапҡыр Башҡортостан ауыл хужалығы институтында асылған әҙерлек курсына ебәрәләр. Әммә бер осраҡлылыҡ, дөрөҫөрәге, ҡабул итеү комиссияһының яуаплы секретарының яуапһыҙлығы сәбәпле, ул кире ҡайтып китергә мәжбүр була. Хәҙер, алға китеп, Әхмәттең унда инмәй ҡайтыуына ҡыуанырға ғына ҡала, сөнки республикала ауыл хужалығы белгестәре бихисап, ә фольклор өлкәһендә ғалимдар, бигерәк тә уларҙың Әхмәт һымаҡтары, бармаҡ менән генә һанарлыҡ бит. Шулай уҡ юғары уҡыу йортонда белем бирерлек ысын педагогтар ҙа әлегә тулып ятмай.
...Беҙ йәш саҡта һалдатта булып ҡайтмаған ир затын ҡыҙҙар хушһынмай торғайны. Шуға ла һалдат һурпаһын татымау егетмен тигән кеше өсөн хурлыҡ иҫәпләнә ине. Мәктәптә уҡыған сағында бер саҡ Әхмәттең ауылына "Тракторсылар" тигән кинофильм алып киләләр. Шул фильмда Климдың (артист Николай Крючков) танк тураһында һөйләгәне йоғонтоһонда унда тик танкист булыу теләге уяна. Теләгәне алдына килеп, Әхмәт Сөләймәнов танк часына юлыға. Өс йыл буйы – тәүҙә курсант сифатында, унан танк экипажы командиры булараҡ – ул Урта Азияла, Ҡарағом сүллеген ярып, тәрән һырҙар һала.
Әрмелә сағында Әхмәттә журналист булыу теләге уяна. Дивизияның "Танкист", Төркөстан хәрби округының “Фрунзевец” гәзиттәренә яҙышып тора. Танк полкы командирының сәйәси эш буйынса урынбаҫары майор Макаров һәләтле егетте Львовтағы юғары хәрби-сәйәси училищеға димләй башлай.
– Унда уҡып сыҡһаң, хәрби журналист булырһың, – ти.
– Тәҡдимегеҙ өсөн рәхмәт, майор иптәш! Тик мин кадрҙағы офицер булырға йыйынмайым шул, – тип өлкән сержант Сөләймәнов уның тәҡдимен кире ҡағырға баҙнат итә.
Әмәлгә ярағандай, ауылда уҡытып йөрөгән Мөхәмәтзәки ағаһынан тап шул дәүерҙә хат килеп төшә. "Әллә ҡайҙа йөрөмә. Үҙебеҙҙең Башҡорт дәүләт университетында ғына имтихан тот. Теләһәң — журналист, теләһәң уҡытыусы булырһың", – тип яҙа тәжрибәле педагог. Хәҙер инде беҙ Мөхәмәтзәки ағай биргән кәңәштең бик тә килешле һәм киләсәкле булғанын яҡшы беләбеҙ.

Фольклорға тартылыу серҙәре

Университеттың филология факультетындағы башҡорт-урыҫ бүлегендә өс курс уҡығас, ни ғиллә булғандыр (бәлки, тормошҡа яҡынайырға теләгәнбеҙҙер, филологтар булараҡ, "Хеҙмәт кенәгәһе" астырырға, стаж эшләй торорға хыялланыуыбыҙ ҙа үҙенекен итеүе ихтимал), егеттәребеҙҙең бер өлөшө — Юныс Латипов, Фаил Мөхәмәтов, Рәжәп Шәрипов, ошо юлдарҙың авторы һәм Әхмәт Сөләймәнов – көтмәгәндә академик ялға сығырға ҡарар иттек. Төрлөбөҙ төрлө ергә таралыштыҡ: Юныс менән мин – радиоға, башҡалар – бүтән тарафҡа. Әхмәт иһә үҙенең Бөрйәнендәге Иҫке Монасип һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә китте. Аҙаҡ шуны белдек: ул унда уҡытыу күнекмәһе алыу менән генә шөғөлләнмәгән, БДУ программаһы буйынса алдағы курстарҙа үтелә торған әҫәрҙәрҙе лә өйрәнеп ятҡан.
Мәктәптә бер йыл эшләп килгәс, Әхмәт үҙенә генә хас ныҡышмаллыҡ менән йәнә йәбешеп ятып уҡырға тотондо. Ул белем алған элекке төркөмдә яҙышҡандарҙан, минән тыш, Вафа Әхмәҙиев, Юныс Латипов, Сафуан Әлибаев, Миндияр Дилмөхәмәтов, Флүрә Юламанова (уҡыуҙы тамамлауға – Сөләймәнова), Фирғәт Зәйнуллин, Фаил Мөхәмәтов, Фәрҙиә Әмирханова (уҡыуҙы тамамлауға – Әлибаева) һымаҡ һәм яңы төркөмдә Тимерғәле Килмөхәмәтов, Тимербай Йосопов, Риф Мифтахов, Данис Тикеев кеүек ҡәләм тирбәтеүселәр булды. Был да Әхмәттә сәм уятҡандыр. Жәлил Кейекбаев, Әнүр Вахитов, Марат Минһажетдинов, Кирәй Мәргән, Лев Бараг һымаҡ уҡытыусыларыбыҙ йоғонтоһонда ул фольклор менән етди ҡыҙыҡһына башланы.
"Етди" тигәс, аңлашыла торғандыр: тимәк, халыҡ ижады менән әүәлдән ҡыҙыҡһына килгән. Ошо хаҡта һүҙ сыҡһа, ул бала саҡ хәтирәһенә төшөп китеүсән.
"Ниндәй эшкә тәүләп тотонмаһын, әсәйем иң элек:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Эшем башы – эш ҡары,
Дошман башы – тышҡары!
Күргәндәр күреп ҡалһын,
Күрмәгәндәр тороп ҡалһын!
Минең ҡулым түгел,
Ғәйшә, Фатималарҙың ҡулы, –
тип теләк теләп алыр ине.

Тәпәнгә май һалһа, көбөгә иген йә он бушатһа, йәнә бисмиллаһын әйтер ҙә:
Ашып сыҡ, тулып сыҡ,
Ҡайҙан сыҡһаң, шунан сыҡ! –

тип һамаҡлаған булыр ине.
Инде лә кейем-һалымыбыҙҙың тишек-тошоғон ямаһа (ә беҙ үҙ заманыбыҙҙың джинсыларында ғына, йәғни киндерҙән генә кейенеп йөрөнөк. Тик, бөгөнгө “модниктар”ҙан айырмалы, салбарҙы тишкеләп, шуны мода тип белмәнек, ә ямап кейҙек): "Мә, улым, атлы кеше төшөп ҡарамалы, йәйәү кеше ятып ҡарамалы булды", – тигән булып, үҙ эшенә үҙе баһа бирер, минең күңелемде күтәрергә тырышҡан булыр ине.
Көн тип тормай, төн тип тормай, киндер иләй торған машинаһын дырылдатып, беҙгә күлдәк-ыштанлыҡ хәстәрләгәндә лә, ҡаҙан, ҡашығаяҡ тирәһендә ураланғанда ла әсәйем гел йырлап йөрөй торғайны. Оҙон көйгә һалып тороп һуҙыр-һуҙыр ине лә дәрт уҡырға тотоноп китер ине:
– Хан ҡыҙы, ас ишегеңде,
мин керәйем,
Һинең йөҙөң нурлы, тиҙәр,
мин күрәйем...
– Минең йөҙөм күреп,
һиңә ниндәй файҙа?
Кисәләрҙә күрмәнеңме тулған айҙы...

Бер көндө әсәйем, ғәҙәтенсә, шулай берсә дәрт уҡып, берсә йырлай-йырлай ҡаҙан тирәһендә ураланды ла былай тип ҡуйҙы: "Китапта әйтелгән: "Берәү көнө-төнө намаҙ уҡыр, берәү саҙаҡа артынан саҙаҡа бирер, берәү зар-интизар булып йырлар. Намаҙ уҡыған менән саҙаҡа биргәндең теләгенән алда зарланып йырлағандың теләге ҡабул булыр". Был уның аҡланыуы түгел ине. Зарланырға ла, иларға ла сәбәптәре етәһе булған. "Репрессияланған ир ҡатыны" тигән исем күтәреүе етмәгән, атайым тотҡондан ҡотолоп ҡайтып, инде рәхәтләнеп йәшәй башлайбыҙ тигәндә генә һуғыш сығып китә. Концлагерҙан миктәп ҡайтҡан атайҙы, үлеренән бер-ике көн генә элек, симулянт тип, түшәктән алып, носилка менән сығарып санаға тейәп, егерме биш саҡрымда ятҡан район үҙәгенә хәрби комиссияға йөрөткәндәр... Ул кинәт кенә үлеп киткәс, әсәйем оҙата ла сыға алмаған. "Атайыңдың кәүҙәһен зыяратҡа алып барырға ҡапҡанан сығарып килгәндә генә, Дәүләтбикә инәңдәрҙә Гәүһәрем, донъяға килеп, яр һалып ебәрҙе... Етем булып донъяға килеүен һиҙенәме ни! Ә мин башымды ҡалҡытып, атайыңды алып киткәнде ҡарап та ҡала алманым", – тигәйне әсәйем. Сүп өҫтөнә сүмәлә: әле генә ун етеһе тулып килгән өлкән улын, Мөхәмәткилде ағайымды, һуғышҡа ебәрәләр. Уны оҙата барғанында әсәйем иҫһеҙ булып йығыла. Бына шуларҙың барыһы ла моңланырға, зарлана-зарлана Хоҙайға һағынырға мәжбүр иткәндер, моғайын. Үҙе әйтмешләй, йәне йәннәт түрендә булһын!"
Шулай тип хәтерләй Әхмәт үҙенең әсәһен. Ә минең ишетеп белеүемсә, Нурикамал апай гел генә зарлы йырҙар йырламаған, кәрәк саҡта әсе-әсе таҡмаҡтар ҙа сығарған.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

(Дауамы бар).


Вернуться назад