Кеше яҙмыштары төрлө. Берәүҙәр баш әйләндерерлек уңыштарға өлгәшеп, бәхет күгенең ете ҡатын иңләһә, икенселәр, донъяның рәхимһеҙлегенә туҡтауһыҙ зарланып, тормош төпкөлөндә үҙенсә ҡайнай бирә. Әммә һеҙ – үҙ яҙмышығыҙҙың хужаһы һәм оҫтаһы. Уны нисек теләйһегеҙ, шулай үҙгәртә алаһығыҙ. Яҙмышығыҙ биттәре матур хәтирәләр, күңелле хәл-ваҡиғалар менән тулһын, уй-хыялдарығыҙ бойомға ашһын тиһәгеҙ, яҙмыш дилбегәһен үҙ ҡулығыҙға алырға тура киләсәк. Ҡытайҙарҙа «Тауҙы юлынан алып ташларға теләгән кеше эште бәләкәй таштарҙан башлай» тигән бик аҡыллы әйтем бар. Беҙ ҙә яҙмышты яҡшы яҡҡа үҙгәртеүҙе уй-хыялдарҙы тәртипкә килтереүҙән башларға кәрәк тигән фекерҙәбеҙ.
Тәү ҡарамаҡта, беҙҙең өсөн финанс мәсьәләләре — беренсе урында. Ысынлап та, һәр проблеманы аҡса аша ғына хәл итергә тырышабыҙ. Ләкин унан башҡа ла сетерекле ваҡиғалар килеп сыға. Әйтәйек, беҙҙең тышҡы ҡиәфәт. Ер йөҙөндә йәшәгән кешеләр башҡа мәсьәләнән бигерәк үҙенең ҡиәфәте өсөн борсола, имеш.
Әлбиттә, һәр беребеҙ үҙебеҙҙең нисек күренеүебеҙгә хәүефләнеп йөрөйбөҙ. «О, мин һимергәнмен!», «Минең һөйәктәрем күренә!», «Эсем сығып тора!» тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Дөрөҫ, кемдер, сәләмәтлегем өсөн хәүефләнәм, тип әйтер. Эйе, уныһына ҡаршы килмәйем. Ләкин һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусылар, тормошта булған бер ваҡиғаны һөйләмәксемен.
Бер нисә йыл элек Марсель ағай, лекция уҡырға тип, Өфөгә юллана. Ул халыҡ алдында сығыш яһап, кешеләргә уңышҡа өлгәшеү серен өйрәтә ине. Бер мәл алдағы рәттә ултырған кешегә иғтибар итә. Әйтеүенсә, ундай яралы битте үҙ ғүмерендә күргәне булмаған.
Тәнәфес ваҡытында шул әҙәм, Марсель ағайҙың эргәһенә килеп: «Һаумыһығыҙ, минең исемем Мансур!» — тип өндәшә. Уның тауышынан Марсель ағай һиҫкәнгәндәй була: Мансур менән улар беренсе тапҡыр күрешмәй, ләкин ҡайҙа осрашҡандарын иҫенә төшөрә алмай.
— Ул хатты мин һеҙгә яҙғайным... — Мансур һөйләй башлағас та, Марсель ағай шунда уҡ иҫләй.
10 йыл элек Мансур кәләше менән ял итергә тәбиғәткә сыға. Яңы өйләнешкән йәштәр киләсәккә пландар ҡора. Көтмәгәндә улар инә айыу менән балаларына тап була. Йыртҡыс, балаларын яҡлайым тип, ҡыҙыҡайға табан килә. Мансур, кәләшен ҡотҡарам тип, уға ташлана. Егетте айыу ботарлап ташлай, осло тырнаҡтары менән йөҙөнөң тиреһен һыҙыра.
Мансурҙың иҫән ҡалыуы – ғәҙәти булмаған хәл. Киләһе һигеҙ йылды ул пластик хирургия бүлегендә үткәрә. Белгестәр күп көс һала. Ләкин Мансур үҙен йәмһеҙ тип һанай башлай, был донъяла йәшәгеһе килмәй. Ул инвалид коляскаһы менән ун ҡатлы реабилитация үҙәгенең ҡыйығынан һикерергә йыйынғанда, артында өмөтһөҙләнгән тауыш ишетә: «Көтөп тор, улым!»
Атаһының улының хәлен белергә тип сығыуы тап шул ваҡытҡа тура килә. Палатаһында күрмәгәс, ул иң аҙаҡҡы секундта реабилитация үҙәгенең ҡыйығына менгән икән.
— Минең йәшәге килмәй, атай!
— Мансур, һәр кешенең йөрәгендә һанап бөткөһөҙ яра бар. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙы бөтә көсөбөҙ менән йылмайыу аша йәшерергә тырышабыҙ. Ләкин ҡотола алмайбыҙ. Һин башҡа кешеләрҙән бер ерең менән дә айырылмайһың. Ябай ғына әйткәндә, беҙҙең яралар — эстә, ә һинеке — тышта, — тип аңлата атаһы. Ошо һүҙҙәр Мансурҙың ғүмерен ҡотҡара ла инде.
Бер ваҡыт хәлен белергә килгән дуҫы Марсель ағайҙың китаптарын ҡалдырып китә. Ә был баҫмаларҙың төп маҡсаты шуны аңлатыу: беҙҙе уратып алған уңышһыҙлыҡтар, бәләләр өсөн үҙебеҙ генә ғәйепле, йәғни сәбәпте башҡа берәүҙән түгел, фәҡәт үҙебеҙҙән генә эҙләргә тейешбеҙ. Бәхетте һауанан көтөп ятмай, үҙебеҙ уға ынтылырға, етешһеҙлектәребеҙ өҫтөндә эшләргә, камиллашырға, иң мөһиме — көсөбөҙгә ышанырға кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр, бәлки, был фекер менән килешмәҫ. Әммә үҙеңә ышанмаһаң, туҡтауһыҙ икеләнһәң, һин нисек бәхеткә өлгәшә алаһың?
Тап шул ваҡытта Мансур бер кешенең ауыр яҙмышы һәм уның нисек бәхетле булып китеүе тураһында уҡый. Ул 42 йәшендә ишетмәй башлаған, йәғни тамам һаңрау ҡалған. Әммә уға иғтибар итмәйенсә, ҙур ғына уңыштарға өлгәшеп, донъяның иң яҡшы эшҡыуарына әйләнгән. Ҡасандыр ул Марсель ағайға былай тигән: «Уңышһыҙлыҡтар, бәләләр һәм бәхетһеҙлек ябай кешеләргә генә ебәрелә, аҙаҡ уларҙы еңеп, тура юлға сығып, шәп кеше булып китергә». Ошо һүҙҙәрҙе уҡып сыҡҡас: «Бәй, был бит минең турала!» — ти Мансур. Тиҙ арала ҡулына ҡәләм менән аҡ ҡағыҙ алып, киләсәккә ҡуйылған маҡсаттарын яҙып сыға. Ул ышана һәм булған барлыҡ хыялдарын кешеләргә һөйләп бирә. Ысынлап та, берҙән-бер көндө көтөлмәгән ерҙән Мансурҙы эшкә алалар. Ләкин был вазифала кешеләр менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашырға тура килә. Мансур визит карточкаһына үҙенең фотоһын ҡуйып, ошондай һүҙҙәр менән таратып бирә: «Күреүегеҙсә, минең тышҡы ҡиәфәтем йәмһеҙ. Әммә күңелемдә сикһеҙ матурмын, һәм һеҙ мине яҡындан белгәс кенә аңлай аласаҡһығыҙ».
1978 йылда Мансур "Иң яҡшы эшсе" исеменә лайыҡ була. Ҡыҫҡаһы, уға ҡатмарлы юлдар үтергә тура килә, ләкин, үҙен ҡулға алып, ошо ауыр хәлдәрҙән сығыу әмәлен таба.
Шулай итеп, дуҫтар, тәү сиратта үҙегеҙҙе тик ыңғай уйҙарға көйләргә өйрәнергә тейешһегеҙ. Яҡшы теләктәр менән, үҙебеҙҙе яҡшы кәйефкә генә көйләп йөрөһәк, ғаләм дә беҙгә яраҡлаша. Үҙегеҙҙе донъяла иң бәхетле кеше тип хис итһәгеҙ, һеҙҙең тирәләй йылы мөхит барлыҡҡа килә, ыңғай күренештәр, яҡшы, уңышлы кешеләр генә уратып ала башлай. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен солғап алған уңышһыҙлыҡтар, асыуҙарын килтергән хәл-ваҡиғалар, финанс проблемалары, көндәлек мәшәҡәттәр тураһында ғына уйлап, көйөнөп, тормошонан ҡәнәғәт булмай йөрөй икән, һөҙөмтәлә һәр беребеҙ үҙебеҙгә шундай уҡ мәшәҡәттәрҙе тағы ла өҫтәп кенә торасаҡбыҙ. Һөҙөмтәлә туҡтауһыҙ проблемалары менән әйләнеп торған тәгәрмәс эсендә ҡаласаҡбыҙ. Иң мөһиме — күңелһеҙ, ҡурҡыныс күренештәр тураһында уйлауҙан бөтөнләй тыйылығыҙ.
Әлбиттә, тормошта төрлө саҡ була. Берәй уңышһыҙлыҡҡа осраһағыҙ, уны күңелегеҙгә үтә яҡын алып, төшөнкөлөккә бирелергә ашыҡмағыҙ. Уңышһыҙлыҡҡа рәхмәт әйтегеҙ, был осраҡ ошо хаталарҙы бүтән ҡабатламаҫҡа һабаҡ булһын.
Сафия СУФИЯНОВА,
БДУ студенты.