Күктә тыуып, утығып,
Ерҙә тоҡом йәймәгән,
Һис нәмәнән өркмәгән,
Ир-егеттең мөсһөҙөн
Үҙенә тиң күрмәгән
Күк дөлдөлө – Аҡбуҙ ул.
Йондоҙ һымаҡ атылған,
Күк күкрәткән, шаулатҡан,
Ерҙә дауыл ҡуптарған,
Тау-таш, ҡая аҡтарған,
Бөтә йәнгә шом һалған
Күк толпары – Аҡбуҙ ул.
Утҡа инһә, янмаған,
Һыуға төшһә, батмаған,
Ете дейеү баҫтырып,
Мең йыл ҡыуып тотмаған
Һомайғоштоң бүләге –
Ил йөрәге – Аҡбуҙ ул.
Көс-ҡөҙрәтен танытып,
Һомайға йәр булырға
Йәнбирҙе улы Урал
Етмеш батман ҙур ташты
Күтәреп күккә сөйгән –
Аҡбуҙ уға баш эйгән.
Ҡояш ҡыҙы Һомайҙы
Арбай алған ир – Урал.
Аҡбуҙ менән булатҡа
Эйә булған ир – Урал.
Самрау иле дан биргән
Ер батыры – ул Урал.
Алып булат ҡылысын
Толпарға менгән Урал,
Яуыздарға яу асып,
Илде ямандан әрсеп,
Яҡшылыҡҡа юл һалған –
Ырыуын ҡыуандырған.
Йәншишмәнән һыу һибеп,
Төйәгенә йәм өргән,
Мәңге үлмәҫ төҫ биргән
Ҡотобоҙ беҙҙең – Урал.
Ер-һыуына ат булған
Атабыҙ беҙҙең – Урал.
Аҡбуҙ толпар Ер гиҙеп,
Йылҡы тоҡомон йыйған,
Барыһын да эйәртеп,
Түленән донъя тулған,
Кешеләргә ылығып,
Мәңгелек юлдаш булған.
Иҫән Уралдың рухы,
Аман Аҡбуҙҙың заты,
Имен башҡорттоң заңы.
Йөрәк-бауыр өҙҙөрөп,
Ҡурғы халҡыңды, тиеп,
Һыҙыла ҡурай моңо.
Алтын һаҙаҡ – Урал ул,
Ат аҫылы – Аҡбуҙ ул,
Урал данын танытҡан
Йылҡы ҡото – Аҡбуҙ ул,
Аҡбуҙ шанын таратҡан
Ил батыры – Урал ул.
Ир ғәйрәте – Аҡбуҙ ул,
Ҡот ҡөҙрәте – Урал ул,
Тыуған ерен ҡурсыған,
Йәм-хозурын арттырған
Ил терәге – Урал ул,
Ил намыҫы – Урал ул.
Башҡортона башҡорттоң
Урал – ҡоттоң атаһы,
Йылҡы – малдың батшаһы,
Тормош көтәм тигәненә
Ырыҫ бирер ҡалъяһы,
Халҡының хөр донъяһы.
Беҙ – ал ҡаны Уралдың,
Иҫе, рухы батырҙың!
Беҙ – ялҡыны Аҡбуҙҙың,
Көс-ғәйрәте толпарҙың!
Ниңә быҫҡып ятабыҙ,
Янып, дөрләп, ҡалҡмайбыҙ?
Берсә һушҡа киләйек,
Зиһенебеҙ томаланып,
Ҡараңғыла ҡалмайыҡ!
Яһилға буй бирмәйек,
Юлыбыҙҙан яҙмайыҡ,
Тере һыуҙы табайыҡ!
Башҡорт, башҡорт, тигәнгә
Быуын-быуын йәшәргә,
Йәйрәп ғүмер итергә,
Ергә ырыҫ сәсергә,
Байман донъя көтөргә –
Уралтау имле төйәк.
Етер, ҡәрҙәш, һылтаныу,
Фәҡәт үҙеңә бәйле
Алтын ғүмерле булыу.
Бәхет сере – эшләүҙә, Үлән үҫмәҫ түбәне
Гөл баҡсаһы итеүҙә.
Хеҙмәт төбө – хазина,
Бол үә дәүләт яғылыу,
Йәше-ҡарты йоплашып,
Көн итерҙәй ил ҡороу,
Рухланып, дарман ашып,
Юҡ нәмәне бар ҡылыу.
Урал һүҙен тотайыҡ –
Яҡшылыҡтар ҡылайыҡ,
Затты затҡа тартайыҡ,
Илдең хаҡын даулайыҡ,
Ҡанбабалар йортонда
Нур балҡытып торайыҡ!