Йырҙы юлдаш итеп...02.04.2014
Йырҙы юлдаш итеп...
Искәндәр Ғәзизов — башҡорт эстрадаһындағы сағыу йондоҙҙарҙың береһе. Һәләтле егет студент йылдарында уҡ халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ таныла. Ул “Дуҫлыҡ моңо”, “Урал моңо” фестивалдәрендә, “Ирәндек моңдары” конкурсында призлы урындар яулай, “Гәлсәр һандуғас” телевизион конкурсында “Йыл асышы” номинацияһына лайыҡ була.

Йырсы башҡарыуындағы “Атай, әсәй”, “Һинең менән шундай рәхәт миңә”, “Йәй ғүмере”, “Сер бирмә”, “Онотма” һәм башҡа йырҙар тиҙ арала тамашасы күңелен арбап өлгөрҙө.
Искәндәр Ғәзизов йыл һайын үҙенең сағыу концерты менән Өфө халҡын һөйөндөрөп тора. Быйыл да ул үҙ тамашасыһын 6 апрелдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Юлға сығам йыр менән” исемле күркәм кисәгә саҡыра. Концертта йырсының ижадташ дуҫтары Алмас һәм Айҙар Юнысовтар, Фәрүәз Урманшин, Фәриҙә Ғаззалова, Резеда Әминева, Рөстәм Шаһыбалов, Артур Туҡтағолов етәкселегендәге “Далан” фольклор-эстрада төркөмө ҡатнашасаҡ.

Был тамашаға килергә теләүселәр, түбәндәге һорауҙарға дөрөҫ яуап биреп, ике кешелек саҡырыу ҡағыҙы ота ала. 272-16-24 телефонына шылтыратығыҙ, дуҫтар!
1. Искәндәр Ғәзизовтың өс аудиоальбомының исемен атағыҙ.
2. Йырсы Башҡорт дәүләт филармонияһының ниндәй төркөмөндә эшләй?


Вернуться назад