"Рәхим итегеҙ!" Ялсы ауыл мәҙәниәт йортона беркетелгән был яҙыу менән бергә ошо уҡ һүҙҙәрҙе халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Фәттәх Шәмғоловтың һәйкәл булып ҡайтҡан һындары ла ҡабатлай төҫлө: "Рәхим итегеҙ беҙ тыуып үҫкән бәрәкәтле ергә!" Үҙенә әллә ҡайҙан саҡырып торған, заманса итеп үҙгәртелгән бина эсендә беҙҙе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә ихлас ҡаршылай — әйҙүкләп, түргә уҙыуҙы һорай. Ә бында-а... Уртаса ауыл өсөн бик һирәк осраған мөғжизә көтә: һәр нәмә үҙ урынында — ялтлап тора, ике йөҙ урынлыҡ тамаша залы, ҙур сәхнә, бүлмәләр... Стеналағы һүрәттәр бында үткәрелгән мәҙәни саралар тураһында һөйләй, төрлө конкурс-ярыштарҙа яуланған приз, кубоктар кәштәләргә ҡуйылған, маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар эленгән.
— Беҙҙең клуб Вәлит, Һапаш, Ялсы ауылдарының 700-гә яҡын кешеһен хеҙмәтләндерә, — тине мәҙәниәт йорто директоры Гүзәл Аҙнабаева. — Балалар ҙа, ололар ҙа төрлө түңәрәктәргә, кисәләргә теләп йөрөй. Сараларҙы ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә тырышабыҙ. Ҡала артистары ла йыш ҡунаҡ беҙҙә.
Клубты тулыһынса реконструкциялағандан һуң түңәрәктәр даими эшләй башлаған. Мәҫәлән, китапханасы Нурзилә Исмәғилева "Оҫта ҡулдар"ҙы алып барып, балаларҙы төрлө әйбер яһарға өйрәтә, һүрәт төшөрөү серҙәрен аса. "Ете ҡыҙ" бейеү ансамблен дә ойошторғандар, уны художество етәксеһе Мөслимә Зәйнәғәбдинова алып бара. Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы үҙе балаларҙы "Ҡарлуғастар" фольклор ансамбленә туплаған. Өс ауылдан 20-ләп сабый йыйыла.
— Ата-әсә уларҙы үҙҙәре алып килә, көтөп тороп, алып ҡайтып китә, — ти директор. — Балаларҙың теләп, дәртләнеп йөрөүе оҡшай. Аҙнаһына ике тапҡыр шөғөлләнәләр.
Хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡына килгәндә, 2013 йылдың 1 октябренә саҡлы 5 мең һумға ғына йөрөгәндәр. Әле ул икеләтә күберәк, төрлө түңәрәктәр өсөн дәртләндереү түләүҙәрен ҡушһаң, унан да артығыраҡ булып китә. Әлбиттә, был да аҙ, шулай ҙа мәҙәниәткә иғтибар артыуы ҡыуандыра. Күгәрсендә элекке һымаҡ фермаларҙағы "ҡыҙыл мөйөш"тәрҙе ҡарап тороу, материалдарҙы яңыртыу һис туҡтамаған. Шулай уҡ агитбригадалар, йәғни концерт менән сығыш яһау йолаһы, бөгөн дә бар. Ҡышын малсылар янында булһалар, яҙын — баҫыуҙа, йәйен — ырҙын табағында. Тағы бер үҙенсәлек: Мәләүездән килеп, бында ололар өсөн яңы кино, балаларға йәнһүрәт күрһәтәләр икән. Был эш тә күп ерҙә туҡтап ҡалған бит бөгөн.
Реконструкция эшен, ҙур тырышлыҡ һалып, Күмертауҙың "Акрополь" төҙөлөш фирмаһы (етәксеһе Хәйҙәр Ғайсин) башҡарған. Район хакимиәте башлығы Фәрит Мырҙагилде улы Мусиндың да мәҙәниәткә яҡын булыуын билдәләргә кәрәк. Нисек кенә булмаһын, урындағы етәкселеккә бик күп нәмә бәйле: эш барышын контролдә тотоу, кәрәкһә, ярҙам итеү...
Китапханаға үтәбеҙ. Уның мөдире Нурзилә Исмәғилева ихлас ҡаршы ала. Ялсы моделле китапханаһы — ысын мәғәнәһендә хазиналар утрауы, шуға ла унан халыҡ өҙөлмәй. Яңы китаптар менән бергә элегерәк баҫылғандарын да табырға мөмкин. Фондта барлығы 7 мең ярым китап иҫәпләнә. Быларҙан тыш, гәзит-журналдар тупланмаһы ла йыйылып бара.
— Барыһы ла өйөндә теләгән баҫмаһын алдыра алмай, бында килеп уҡыусылар байтаҡ. Үҙебеҙ ҙә "Башҡортостан", "Йәшлек" кеүек республика баҫмаларына яҙылырға өгөтләйбеҙ, — ти Нурзилә. — Компьютерҙа күпме генә мәғлүмәт булмаһын, барыбер ҡағыҙға баҫылғаны халыҡҡа яҡыныраҡ бит ул.
Китапхананың эше күп: төрлө сараларға әҙерләнергә, иҫтәлекле даталарға, байрамдарға арнап стена гәзите сығарырға, күргәҙмәләр ойошторорға ваҡыт табырға кәрәк. Алда әйткәнемсә, Нурзилә Исмәғилева "Оҫта ҡулдар" түңәрәген алып бара, шишәмбе менән кесе йомала башланғыс класс уҡыусылары "Йәншишмә" тип аталған түңәрәккә лә йөрөй.
Ялсылар ысын мәғәнәһендә яҡташтары Фәттәх Шәмғолов һәм Шәһит Хоҙайбирҙин менән ғорурлана. Ауыл хакимиәте башлығы Ирек Юдаев һөйләүенсә, Шәмғолов взвод командирынан алып полк командиры урынбаҫары вазифаһына тиклем күтәрелә. Ғүмере генә аяныслы — 1945 йылдың 30 апрелендә, йәғни Еңеү алдынан — өҙөлгән. Бик күп хәрби операциялар ойоштороуҙа ҡатнашҡан ул. Батырлығы өсөн алты хәрби орден менән бүләкләнгән, Советтар Союзы Геройы исеме алған. Бөгөн иһә уның тураһында белешмәләр, экспонаттар йыйыу бара. Шәһит Хоҙайбирҙиндың иһә бай музейы бар.
Ауыл Советына алты ауыл — Ялсы, Һапаш, Вәлит, Хоҙайбирҙин, Юлдаш, Киров утары — ҡарай. Халыҡ бында дәррәү. "Агропродукт", Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хужалыҡтарҙан тыш, биш фермер үҙ эшен алып бара. Шуныһы ҡыуаныслы: хужалыҡ етәкселәре лә, шәхси эшҡыуарҙар ҙа мәҙәниәткә битараф түгел. Шуға үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итәләр.