Эш тип яна почтальондар14.01.2012
Эш тип яна почтальондарДонъяла әллә ни күҙгә бәрелеп бармаған, ләкин кешеләргә көн дә кәрәкле һөнәр эйәләре бар. Ысынлап та, тормошобоҙҙо почта хеҙмәткәрҙәренән тыш күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Улар иртә менән беҙгә ҡыуаныслы хәбәрен дә еткерә, гәзит-журналын да, хатын да, ҡотлау открыткаларын да тапшырып күңелдәрҙе күтәрә.
Дәүләкән почтамтының Шишмә районы буйынса цехына ҡараған үҙәк элемтә бүлексәһендә көндәлек ығы-зығы: кемдер хат ебәрә, кемгәлер посылка килгән, бәғзеләре ваҡытлы матбуғатҡа яҙыла, Интернет селтәре аша аралашыусылар ҙа бар. Ә почта хеҙмәткәрҙәре, ғәҙәттәгесә, һәр кемдең үтенесен ихлас тыңлап, ярҙам ҡулы һуҙа.
– Беҙҙә көн һайын шулай, аптырайһы түгел. Иртә менән эшкә сумабыҙ ҙа кискә ҡәҙәр баш күтәрмәй эшләйбеҙ, – ти цех начальнигы Светлана Ураҙмәтова. – Халыҡҡа төрлө корреспонденция таратыуҙан тыш, беҙҙең бүлексә хеҙмәткәрҙәре сауҙа эшен дә ойоштора.
Хәҙер бүлексәлә төрлө көнкүреш һәм химия тауарҙары, трикотаж әйберҙәр, баҫма матбуғат та һатыла. Хатта онон да, шәкәрен дә, ярмаһын да алырға була.
Йәштәргә биргеһеҙ дәрт менән таң һарыһынан яратҡан эшенә ашығыусы Светлана Мәүлит ҡыҙының ошо өлкәлә 36 йыл эшләүенә ышанғы ла килмәй. Мөләйем йөҙлө сибәр ханым хеҙмәт юлын ябай оператор булып башлай. Уның етәкселегендә бөгөн 126 кеше эшләй. Почта хеҙмәткәрҙәре бөтәһе 104 ауылды хеҙмәтләндерә.
Эш тип яна почтальондарРайон үҙәгенең элемтә бүлексәһендә лә эш ҡыҙыу бара. Бүлексәлә халыҡ күп, һәр кем үҙенең яратҡан баҫмаһына яҙыла. "Башҡортостан" гәзитенә лә яҙылыусылар етерлек. Район буйынса уны бөтәһе 115 кеше алдыра.
Бүлексәлә эш күрһәткестәре насарҙан түгел, һөҙөмтәләр ҙә ҡыуаныслы, табыш та бар. Бында татыу, берҙәм коллектив тупланған. Хат ташыусылар Фәриҙә Мөхәмбәтова, Әлфиә Александрова, Татьяна Панченколар оҙаҡ йылдар инде намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.
"Киләсәктә лә тырышырбыҙ. Кешеләр менән уртаҡ тел табып эшләһәң, эш тип янған ярҙамсыларың булһа, теләһә ниндәй бурыстарҙы ла атҡарып сығырға мөмкин", – тине цех начальнигы Светлана Ураҙмәтова үҙенең хеҙмәттәштәре хаҡында.
Самат ҒӘЛИН
Шишмә районы.


Вернуться назад